Күптәрҙең кумиры булған Юрий Шатуновтың ҡапыл вафат булыуы бар Рәсәй халҡын шаҡ ҡатырҙы. Кешеләр әле һаман уның йырҙарын яратып тыңлай, үҙен дә тыныс, итәғәтле шәхес итеп хәтерҙә ҡалдырҙыҡ. Тик шул тиклем халыҡ һөйөүен яулаған артистың бер ниндәй ҙә маҡтаулы исеме булмауы тағы аптыратты. Һәм әле петиция булдырып, уға үлгәндән һуң Рәсәйҙең халыҡ артисы тигән исемде бирергә тигән тәҡдим килеп сыҡты. Фанаттар был тәҡдим менән Рәсәй Президентына мөрәжәғәт итте.
“Уны һәр кем белә. Уның ижады менән бәләкәйҙән алып өлкәндәргә тиклем мауыға: 80-се, 90-сы, 2000 йылдарҙағылар. Артистың концерттарына 15-тән 70 йәшкә тиклемге тамашасылар йөрөнө... Уның йырҙары бөтә ерҙә лә яңғыраны. Бәләкәй йорттарҙан алып ҙур сараларға тиклем. Халыҡ уны ныҡ ярата. Эйе, был ысынлап та шулай! Юрий Шатуновтың исемен илебеҙҙәге һәр йортта беләләр. Уның вафаты тураһында яңылыҡ Рәсәй граждандары өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә шаңҡыу булды. Был бөтә донъя өсөн шаңҡыу. Бөтә социаль селтәрҙәр изге кешене һәм талантлы артисты юғалтыу айҡанлы ҡайғы уртаҡлаша. Уны бөтә ерҙә лә беләләр һәм яраталар. Ни өсөн артист наградаһыҙ ғүмер буйы йәшәгәндер – йомаҡ. Хәйер... уның әҙәпле һәм баҫалҡы икәнен белә инек. Уның балалар йортондағы ауыр тормошо. Уның барлыҡҡа килеүе... Был кешенең йондоҙ ауырыуы менән сирләмәгәнен аңларға мөмкин. Ул үҙенең ижадына күңелен биреп эшләне. Һәр йыры ошо турала. Рәсәй Хөкүмәте менән Президентыбыҙҙан уға тиҙ арала Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен биреү мәсьәләһен (үлгәндән һуң) ҡарауҙарын һорайым. Битараф булмаған һәм Юрийҙың ижадын ҡәҙерләгән һәр кемдән петицияға ҡул ҡуйыуын һорайым. Юра Шатунов Рәсәйҙең халыҡ артисы исеменә лайыҡ!” – тип яҙылған петицияла.
Юрий Шатунов 23 июндә инфаркттан вафат булды. Уның менән хушлашыр өсөн меңәрләгән фанат килде, йөк машиналары менән аҡ раузалар килтерҙеләр. Ысынлап та халыҡ һөйөүе бик ҙур. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ул был исемгә лайыҡмы?
Фото: ria.ru