Бөтә яңылыҡтар

Әбүләйестә үткән бала саҡ (Әҫәрҙән өҙөк)

art of it.org
Фото:art of it.org

...Теге Өмбәттән ҡайтҡан көҙ көнө атай йортонда Миңлегөл апаһы менән Юныс еҙнәһенең туйы булды. Уға әҙерләнгән осор иҫендә ҡалды Банаттың, сөнки унда бик күп ҡыҙыҡлы хәлдәр булып алды. Туйҙы Октябрь байрамында үткә­рергә һөйләшкән ата-әсә, иң тәүҙә ат егеп, Ҡыуандыҡ баҙарына барып, ҡоҙаларға бүләккә тип әллә күпме матур ситса, сәскәле яулыҡ­тар, ир-ат күлдәктәре, манпасый, керәндил, аҡ он, ҙур башлы шәкәр һатып алып ҡайтты. Әсә кеше бал ҡойор өсөн һолонан ҡур эшләне. Ул ҡабарып сығып, быжырлап, һолоһо аҡһыл-һары төҫкә ингәс, Банаттарҙың  өйөнә ауылда үтәсәк һәр туйға оҫта бал ҡойған Фәтхи­ямал инәй килеп инде. Ул сәй эсеп алғандан һуң, ололар ҙур ағас тәпәнде мейес башындағы бер нисә утын ағасы өҫтөнә мендереп, тигеҙләп ҡунаҡлатты. Шунан һуң оҫта ҡатын, ҙур ҡаҙанда ҡайнаты­лып, ҡул бешмәҫлек  хәлгә еткән һыуға теге ҙур башлы шәкәрҙе мул ғына итеп һалды ла етеҙ генә мейес башына менеп ултырҙы, артабан тәпәнгә шәкәрле һыуҙы ҡойоп ҡуйҙы. Фәтхиямал инәй,  бисмиллаһын әйтеп, шәкәрҙе тиҙе­рәк иретер өсөн, уҡлау менән бу­тар­ға кереште. Нисек бал ҡоялар икән тип, ағас һикелә ҡарап ултыр­ған Банатҡа бигерәк ҡыҙыҡ тойолдо был эш. Инәй тәпәндәге шәкәрҙе бер ҡулы менән бутай, икенсеһе менән хужабикә “балдан хуш еҫ сығып торһон” тип биргән манпа­сый­ҙы услап тәпәнгә тултыра, шул уҡ ваҡытта ара-тирә  кәзәкейенең кеҫәһенә лә һалғылаш­тыра.

Фәтхиямал инәй, бал ажарлы булһын, уны эскән кешеләр туйҙа күңелле итеп йырлашып ултырһын тип, ҡыҫҡа көйлө йырҙар, таҡмаҡ­тар әйтә. Ахыры, шәкәр иреп бөт­кән­дер, бал ҡойоусы инәй Банат­тың әсәһе әҙерләп ҡуйған ҡурҙы ла тәпәнгә өҫтәп ебәрҙе. Үҙе һаман йырлай, хатта бейегән кеүек итеп аяҡ баштарын да һелкеткеләп ҡуя. Бына ул, тәпәндең ауыҙын таҡта менән ябып, иҫке күфәйке менән уратты ла мейес башынан төшә башланы. Шул саҡ ситтәрәк ятҡан утын ағасына кәзәке­йенең кеҫәһе эләгеп, йыртылып китте. Ағас ҡапҡас менән яртылаш ябылған һыулы ҡаҙанға кеҫәһенән ҡыҙыл, йәшел билле түңәрәк манпасыйҙар тупырлап ҡойола, ҡайһы берҙәре ағас ҡапҡасҡа туп итеп килеп төшә лә иҙәнгә һикерә һәм һике аҫтына инеп юғала... Манпасыйҙарҙың бер нисәүһе ҡыҙыу ғына янып ятҡан мейес эсенә лә тәгәрәп инеп китте…

Быны күреп ултырған Банат һикереп торҙо ла иҙәндәге бер ни­сә манпасыйҙы етеҙ генә эләктереп алды. Әллә мейес ҡыҙыулығынан, әллә уңайһыҙ­ланыуҙан ҡыҙарынған Фәтхиямал инәй: “Уф, бигерәк башым әйләнеп китте, Разифа килен, мейесегеҙ бик ҡыҙыу яғылған, әҙерәк тын алып инәйем”, – тип тыш­ҡа сығып китте.  Банаттың әсәһе аптырап, шаңҡыған кеүек, иҙән уртаһында оҙаҡ ҡына баҫып тор­ҙо. Шунан ул артып ҡалған ма­н­пасыйҙарҙы, бер нисә баш шәкәрҙе аҡ сепрәктән тегелгән бә­ләкәй моҡсайға һалды ла оҫта бал ҡойоусы Фәтхиямал инәйҙең артынан сығып китте.

Байтаҡ ваҡыт үткәс, Банаттың әсәһе һөйләнә-һөйләнә  өйгә килеп инде:

– Эй, мин үҙем дә ҡайсаҡ белекһеҙ булғылайым. Һуң бит Фәтхиямал бикәмдең дүрт етем балаһы булғанын, уларҙың дүрт күҙ менән әсәләренең ашарға алып ҡайтыуын көтөп ултырғанын белә тороп, нишләп кенә шул манпасый менән шәкәрҙе эш алдынан уҡ биреп ҡуйманым икән, кешене оятҡа ҡалдырып. Саҡ ҡыуып етеп, мәжбүр итеп тигәндәй ҡулына тотторҙом. Эй, йәлләнем бикәмдең үҙен дә, балаларын да...

Бына шулай күңелле генә барған эш күңелһеҙ тамамланып ҡуйҙы. Тыумыштан хис-тойғоға тиҙ бирелгән Банатҡа әсәһенең һүҙ­ҙәренән һуң ҡыйын булып китте.

...Туй булырҙан бер нисә көн элек һарайҙағы өйрәк, ҡаҙҙар һуйылып, келәттәге урҙаларға эленде. Миңсара, Гөлшат, Файза апайҙары көн дә өй матурлай: балсыҡ менән һыланған, аҡбур­ҙары ҡуба башлаған стеналарҙы ҡыҙҙар ялт иттереп аҡ балсыҡҡа буяп сыҡты, тәҙрәләге пәрҙәләрҙе  йыуып, ҡуҙ үтеге менән үтекләп, кире элде. Хатта әсәләренең һандығы төбөндә үҙ ваҡытын көтөп ятҡан матур аҡ селтәрҙәр ҙә, күҙҙең яуын алып, тәҙрәләрҙең өҫкө өлөшөн ҡапланы. Утъяҡҡыста тәмле еҫтәр таралды: унда өйҙәге ҡатын-ҡыҙ лоҡом, бауырһаҡ, ара­һына шәкәр ҡомо һибелгән муйыл онтағын ҡушып ҡатлама, ҡош теле, ләүәш кеүек тәмле ризыҡтар бешереп, ҙур-ҙур табаҡтарға һа­лып, келәттәге эскәмйәгә ултыртып ҡуйҙы. Төпкө бүлмәгә стена буйлап оҙон-оҙон эскәмйәләр теҙелде. Күрше Булат ағайҙарҙың, Мөғлифә инәйҙәрҙең оҙон өҫтәлдәре лә Банаттарҙың өйөндә урын алды. Атайҙары һарай, кәртә-ҡураны матур итеп таҙартып, йыйыштырып ҡуйҙы.

Бына көтөлгән туй көнө килеп етте. Ноябрь айы булһа ла, әле ҡар юҡ, тик аяҡ аҫты ғына төнгө һыуыҡтан туң. Төшкө аштан һуң ауылға дуғаларына ҡыҙыл туҡы­малар таҡҡан  унға яҡын ылау килеп инде лә, оҙон урам буйлап юртып үтеп, Хәсән менән Рази­фа­ның өйө янында туҡтаны. Беренсе тарантастан кейәү егете менән Банаттың Юныс еҙнәһе килеп төштө. Шуны ғына көтөп торған Миңсара, Гөлшат: “Еҙнәй булһаң, апайымды һатып ал!” – тип ҡапҡа келәһенә йәбеште. Еҙнәй, кеҫә­һенән унар һумлыҡ аҡса сығарып, балдыҙҙарына тотторҙо. Ниһайәт, ҙур ҡапҡа шар асылып китте:  еңел арбалар, тарантастар ихатаға килеп тулды. Бесән өҫтөндә ятҡан Банатҡа аҫалы балаҫтар менән ҡапланған тарантастар, арбалар, ялдары таҫ­малар менән үрелгән, һырт­та­рына ҡыҙыл туҡымалар һалын­ған аттар бик матур күренде.

Ғәҙәт буйынса, Юныс еҙнәләре кейәү егете Факил ҡоҙа менән ең­гәләр тарафынан йәшерелгән кә­ләш­те эҙләй башланы. Уларҙың ишек алдында ҡарамаған ере ҡал­маны. Еҙнә янына Банат менән Файза килде лә шым ғына ҡола­ғына шыбырҙаны: “Еҙнәй, аҡса бир. Аҡса бирһәң, һиңә бер сер әйтә­беҙ”. Ни эшләһен еҙнә кеше, уның кәләшен табып, туғандарын ҡыҙ йортона тиҙерәк индергеһе килә бит инде. Ҡулы тиҙ генә салбар кеҫәһенә тығылды ла, унар һумлыҡ аҡса сығарылып, балдыҙҙарҙың ҡулына тотторолдо. Шунан ҡыҙы­ҡайҙар эйәктәре менән генә йылға буйындағы йыуан өйәңке яғына ымланы ла ҡулдары менән “шул яҡҡа бар!” тигән ишара яһап ҡуйҙы. Тиҙҙән, еҙнәйҙәре Миңлегөл апай­ҙарын эҙләп тапҡас, йәштәр һәм ҡоҙалар өйгә инеп китте, ә бәләкәй ҡыҙыҡай еҙнәһе биргән аҡсаны Фай­за апаһына тотторҙо ла Мөғлифә инәйҙәренә йүнәлде.

Ул Миңлебай ағаһы менән инәләренең тәҙрәһе аша байтаҡ ваҡыт үҙҙәренең ихатаһына ҡарап торҙо. Ара-тирә өйҙән Миңлехаят апаһы, Мәғиә, Мәфтүхә, Ләлә, Мәғфүрә еңгәләре сыға ла, келәткә йә утъяҡҡысҡа инеп, ҙур-ҙур табаҡтарҙағы тәм-томдо өйгә ташый.  Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡунаҡтар өйҙән килеп сыҡты ла түңәрәк яһап баҫты. Банат та, Мөғлифә инәһе­нең өйөнән сығып, үҙҙәренең йорто тупһаһына менеп баҫты ла туйҙы күҙәтергә кереште. Ҡулына аҡ таҫтамал тотҡан Вәли ағай менән бер йыуаныраҡ ҡоҙа түңәрәктең уртаһында көрәшә башланы. Теге йыуан ҡоҙа бик көслө, ахыры, ул бер нисә тапҡыр Вәли ағайҙың аяҡтарын ерҙән күтәртә яҙҙы, тик Ергәйеш егете бер ҙә бирешергә теләмәй, хатта бер генә мәлгә йыуан ҡоҙаның да аяҡтары күтәрелеп алды. Түңәрәктәге кеше­ләр, көрәш­селәргә көс өҫтәргә иткәндәй, уларҙың әле береһен, әле икенсе­һен хуплап, ниҙер ҡысҡырып ҡуя. Ниһайәт, көрәшсе­ләр арыны, ахыры. Банат ныҡла­бы­раҡ ҡараһа, ни күрә: Вәли ағай­ҙары арҡаһында ер­ҙә ята, ә теге йыуан ҡоҙа, таҫ­тамалын һелкә биреп, уның янында баҫып тора. Ҡунаҡтар бер аҙ шаулашып, еңеүсе ҡоҙаны маҡтап, Вәли ағайҙы: “Һин бит ғәҙәт буйынса ғына бил бирҙең, беҙҙең иң шәп егетебеҙ!” – тип тынысландырып, тағы өйгә инеп юғалды.

“Туҡта әле, тағы ниндәй ҡыҙыҡ­тар була икән туйҙа, күреп ҡа­лайым” тип, Банат та үҙҙәренең өйөнә килеп инде. Өй тулы кеше, барыһы ла өҫтәл янында ултыра. Ҡыҙ аптырап торманы, тиҙ генә мейес менән стена араһына һалын­ған утын өҫтөнә көпөһөн түшәне лә менеп ултырҙы. Тыштан кейәү күстәнәсе – бишбармаҡ менән бешкән һарыҡ ите индерҙеләр. Уның иң тәмле урынын – түш итен “Бына һиңә һебә ите!” тип теге еңеүсе ҡоҙаның ҡулына тоттор­ҙо­лар, Вәли ағайға ла өлөш сығар­ҙылар. Ҡунаҡтар һыйлана, сиратлап тороп, йәштәргә бәхетле тормош теләп, йә һарыҡ, йә кәзә вәғәҙә итә, йә самауыр, юрған, һауыт-һаба бүләк итә. 

Банаттың атаһы ла йәштәргә өгөт-нәсихәт биргәндән һуң: “Беҙҙән бүләккә – бер һауын һыйыры!” – тине. Бына бер заман өҙөлөп тор­ған билле, алһыу атлас күлдәк кей­гән, тулы биттәре тағы ла нығыраҡ алһыуланған Миңлегөл апаһы менән ҡара костюмлы, аҡ күлдәкле, тулҡынланып торған ҡара сәсле Юныс еҙнәһе түр башында ултыр­ған ерҙәренән аяғөҫтө баҫты ла ҡунаҡтарға рәхмәт әйтте.

Мәжлес дауам итте. Мейес артынан башын сығарып ҡарап ултырған Банатты әсәһе күреп ҡалды ла: “Һин нисек бында килеп эләктең, әйттем бит, ололарҙың  аяҡ араһында буталма, Мөғлифә инәйеңдәрҙә йоҡла бөгөн!” – тип шыбырҙап, урынынан төшөрөп, ҡулына тәмле йыуасалар тоттороп, өйҙән сығарып ебәрҙе. Башҡа ҡыҙыҡтарҙы Банат күрә алманы...

Иртәгәһенә, төш ваҡытында, ихатала торған ылауҙарға тейәле­шеп, ҡоҙалар үҙҙәренә, ә Миңлегөл апаһы менән Юныс еҙнәһе Урта Муйнаҡҡа ҡайтып китте. Өй эсе бушап ҡалды...

-  Миңлебанат ВӘЛИЕВА-ЯУБАҪАРОВА

Белешмә

Миңлебанат Вәлиева-Яубаҫарова 1948 йылда Ейәнсура районының Әбүләйес ауылында тыуған. Ошонда башланғыс мәктәпте та­мам­лағас, райондың Муйнаҡ, Абҙан мәк­тәптәрендә уҡый. Артабан Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия инс­титутын тамамлай. 46 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Әбүләйестә үткән бала саҡ” тип аталған күләмле әҫәр яҙа һәм, нәшер итеп, 2021 йылдың йәйендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына алып ҡайта. 
Миңлебанат Хәсән ҡыҙы – Башҡорт Википедияһы хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан һәм унда ике меңдән ашыу мәҡәлә әҙерләгән автор-тәржемәсе. 

Читайте нас: