Йәйҙең хозур бер көнөндә Әлшәй районының Ҡунҡаҫ ауылы халҡы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйылды. Сара, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, ауылдың барлыҡҡа килеүенә 260 йыл тулыуға арнап ойошторолдо.
Йәм-йәшел туғайҙарҙан бормаланып аҡҡан йәмле Дим буйында урынлашҡан Ҡунҡаҫ – бик үҙенсәлекле ауыл. Бында әлеге ваҡытта һигеҙ генә йортта йәшәйҙәр. Оло кешеләр һәм тарихсылар билдәләүенсә, Ҡунҡаҫтың тарихы 260 йыл менән генә сикләнмәй, йәғни был дата тарихи сығанаҡтарҙа ауыл хаҡында теркәлгән мәғлүмәткә таянып иҫәпләнгән. “XVI быуатта Рус дәүләтенә ҡушылып, аҫабалыҡ хоҡуғын нығытыу ниәтенән Иван Грозныйға барған башҡорттар араһында Ҡунҡаҫ исемле кеше лә булған. Мин ауылыбыҙҙың тарихы шул мәлдәрҙән үк башлана тип уйлайым”, – ти ошонда тыуып үҫеп, БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған Альберт Шәрәфетдинов.
Эйе, заманында Мең ырыуының аҫаба башҡорто Ҡунҡаҫ Ҡушаев төйәк итеү өсөн урын-ерҙе һайлай белгән. Йәйрәп ятҡан болондар, мул һыулы, балыҡҡа бай Дим йылғаһы, тирә-яҡты байҡап тороу өсөн ҡулай Ҡунаҙы, Кәмей, Боланеҙгә тауҙары әле лә хозурлығы, матурлығы менән һоҡландыра. “Ҡунҡаҫ олатайҙың ерҙәре әлеге Миәкә районының Ишле ауылынаса барып еткән булған”, – ти урындағы уҙамандар. Байрам барышында ауылға нигеҙ һалыныу тарихы театрлаштырылған тамаша рәүешендә бик оҫта итеп сәхнәләштерелде.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 30-лап йорт иҫәпләнгән ауылдан 26 кеше Тыуған илен һаҡларға юллана, шуларҙың 16-һына, Еңеү яулап, ғәзиз төйәгенә ҡайтырға насип була. Әлеге сара сәбәпле, үҙ-ара бәйләнеш булдырған ҡунҡаҫтар тағы бер матур башланғысты күтәреп сыҡты: бергәләп яугир ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү сараһын табыу. “Стела булырмы, таҡтаташмы – уйларға кәрәк” тигән берҙәм фекергә килде улар.
Байрам, Фәрүәз хәҙрәттең изге “Ҡөрьән” сүрәләрен уҡып, фатиха биреүенән башланды һәм ихлас сығыштар, йыр-моң, ҡыҙыҡлы уйындар менән дауам итте.
– Ҡунҡаҫ ауылы халҡы элек-электән берҙәмлеге, эшһөйәрлеге, йор һүҙле, йыр-моңға талантлы булыуы менән билдәле, – тине сығышында район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Мирғәсим Әкимбәтов. Ул хакимиәт башлығы Дамир Мостафиндың да ҡотлау сәләмен еткерҙе. Әйткәндәй, байрам алдынан район хакимиәте ауыл халҡына ҙур бүләк эшләгән: юлға ҡырсынташ түшәп, төҙөкләндереүгә булышлыҡ иткән.
Ысынлап та, Себенленән – һигеҙ, район үҙәге Раевканан 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡунҡаҫ халҡы элек-электән юлһыҙлыҡтан яфа сиккән. Бында ҡасандыр гөрләп эшләгән “Мир” колхозының бишенсе бригадаһы була. Хужалыҡта өс меңгә яҡын һарыҡ, һыйыр, йылҡы малы аҫрала. Ул замандарҙа бында башланғыс мәктәп эшләй. Артабан уҡыусылар күрше Миәкә районының ике-өс саҡрым алыҫлыҡтағы Илсеғол ауылы мәктәбенә йөрөп уҡый. 2004 йылда күмәк хужалыҡ тарҡалғас, халыҡ әкренләп ситкә күсенә башлай.
Һәм бына ауылдың билдәле булған тарихына 260 йыл тулыу айҡанлы, Ҡунҡаҫ халҡы берләшеп, тәүге тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрергә ниәт итә. Шундай ҙур сараны ойоштороуға бөгөнгәсә тыуған төйәгенә тоғролоҡ һаҡлап йәшәүселәр, ситкә күсеп китеп төпләнеүгә ҡарамаҫтан, тыуған ауылы менән бәйләнеште өҙмәгән әүҙемселәр ҙур көс һалған. Улар араһынан ауыл старостаһы Фәһим Ильясов, Фәнүр Сәлимйәнов, Гөлнур Ғиззәтуллина, Гөлфиә Әхмәтйәнова, Рәмил Ғәлиуллин һәм башҡа бик күптәрҙе билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Ҡунҡаҫ ауылы ҡараған Себенле ауыл биләмәһе хакимиәтенә, уның башлығы Таһир Кашаповҡа, ойоштороу эштәрендә ярҙам иткән ошо ауыл ҡыҙы Люциә Кашаповаға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Тания Миңлеғоловаға, Илиза Нәғимоваға һәм башҡаларға ихлас рәхмәтен белдерҙе байрамға тип ашҡынып ҡайтҡан ауылдаштар.
Ауыл старостаһы Фәһим Ильясов, Ҡунҡаҫҡа тоғро ҡалып, атай нигеҙен һыуытмай йәшәп ятҡан ауылдаштарының йәшәйеше менән таныштырҙы.
– Әле ауылыбыҙҙа һигеҙ өйҙөң мөрйәһенән төтөн сыға. Иң ололары – Рәмилә менән Ринат Ниғмәтйәновтар, иң йәш ғаилә – Фидалиә һәм Илшат Ильясовтар. Һәр хужалыҡта биш-алты баш һыйыр малы, һарыҡ, йылҡы аҫрала. Яңғыҙ йәшәгән ир-егеттәр ҙә бар. Тағы ла шуны билдәләр инем: ауылда эскелек бөтөнләй юҡ. Барыһы ла тырышып, мал көсөнә таянып донъя көтә, – тине ауыл старостаһы.
Фәһим ағай иң йәш ғаилә булараҡ билдәләп үткән Фидалиә менән Илшат Ильясовтар ике ул үҫтерә, өлкәне Морат Шафран мәктәбендә уҡый, өс йәшлек Булат – ауылдағы берҙән-бер бала.
Сауҙа нөктәһенең булмауына ла, утын яғып көн итеүгә лә һис тә зарланыу белдермәне Ҡунҡаҫ кешеләре.
– Һәр беребеҙҙең техникаһы бар. Кәрәк икән, күрше Илсеғолға йәки Себенлегә, район үҙәге Раевкаға ла елдереп барып ҡайтабыҙ. Шөкөр, юлды ла рәтләп ҡуйҙылар. Ҡышҡыһын да юлһыҙ ултырғаныбыҙ юҡ, Юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы эшселәре даими таҙартып тора, – ти ауыл старостаһы Фәһим Ильясов. – Ә инде бөгөнгө байрамға килгәндә, шул тиклем күңелебеҙ булды. Беҙҙә бындай байрам бер ваҡытта ла үткәрелгәне юҡ ине. Ҡайҙан ғына, кемдәр генә ҡайтмаған! Ауылдаштарыма, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Ысынлап та, байрам барышында бер-береһе менән тиҫтәләрсә йыл күрешмәгән кешеләр осрашыу шатлығы кисерҙе, күҙҙәренә йәш алып, бала саҡ, йәшлек йылдарын иҫкә алды, күршеләрен, таныштарын барланы.
– Бергәләп бик матур байрам ойоштороуға өлгәштек. Кешеләр килеп рәхмәт әйтә, ә мин уларҙың үҙҙәренә рәхмәтлемен: шундай берҙәм, тырыш, маҡсатлы булғандары өсөн. Был ауыл халҡы элек-электән уңғанлығы, һәр эшкә дәррәү тотоноуы, юморға бай, талантлы булыуы менән билдәле. Элек бында гармун уйнамаған егет юҡ ине. Ҡунҡаҫ ауылы халҡы бындай байрамға күптән лайыҡ, – тине Себенле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Рәйес улы.
Байрам барышында сәхнәнән моңло йырҙар ағылды. Ҡунҡаҫ ҡарттың вариҫтары ата-бабалары ише талантлы булыуын раҫланы. Әсәһе тыуып үҫкән ауыл халҡын байрам менән ҡотларға тип, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин да ҡайтҡайны. Сараны үткәреүгә ҙур өлөш индергән ауыл халҡы, әүҙемселәр, иң оло һәм иң йәш ғаиләләр район, ауыл хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, ойоштороу комитеты тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Уңған ашнаҡсылар Гөлшат Булатова менән Гөлназ Миңлебаева халыҡты тәмле бишбармаҡ менән һыйланы.
Ҡунҡаҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн райондың Сәпәш ауылында йәшәгән мәғариф ветераны Гөлнур Ғиззәтуллинаның:
“Яҙмыш еле беҙҙе – бәндәләрҙе
Осорһа ла төрлө яҡтарға,
Һәр кемдең дә күңел түрҙәрендә
“Ауылым” тигән бер һүҙ һаҡлана.
Ошо һүҙгә бөтәһе лә һыйған:
Атай-инәй, нигеҙ, бала саҡ.
Ул һүҙ, гүйә, ҡараңғы төндә лә
Үҙенә саҡырып торор бер усаҡ.
Бына тағы “ауыл”, “Ҡунҡаҫ” һүҙе
Бергә йыйҙы, бергә тупланы.
Гүйә, күмәкләшеп, етәкләшеп,
Ашатланыҡ тыуған тупһаны...” –
тигән шиғыр юлдары ситкә таралып, нисәмә йыл буйы күрешмәгән ауылдаштарҙың һәр береһенең күңел торошона, хис-тойғоһона ауаздш булғандыр был көндә...
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Әлшәй районы