Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә - Мәскәүҙә һабантуй

Милли байрамдың бай программаһы хаҡында - яҙмала.    

Иртәгә - Мәскәүҙә һабантуй
Иртәгә - Мәскәүҙә һабантуй

2 июлдә Мәскәү ҡалаһының “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә дөйөм ҡала байрамы - “Һабантуй-2022” уҙғарыла. Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сарала Башҡортостан сәнғәт оҫталарының, башҡорт эстрада йондоҙҙарының концерттары күрһәтелә, ижади коллективтарҙың сығыштары нон-стоп режимында уҙғарыла.

Майҙансыҡта тирмәләр менән “Башҡорт милли биҙәге” фольклор ауылы йәйелдереләсәк, унда ҡунаҡтар башҡорттарҙың мәҙәниәте, йолалары менән таныша ала: торлаҡ йыһаздары, көнкүреше, халыҡ кәсептәре, костюмдары, милли аш-һыуҙары сағылдырыласаҡ. Ихата биләмәһендә интерактив майҙансыҡтар ҙа эшләйәсәк: солоҡсолоҡ, тимерселек, башҡорт биҙәүестәрен эшләү, сувенирҙар, художество кәсептәре әйберҙәренән күргәҙмә-йәрминкә, декоратив сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары үткәрелә. Башҡортостанды быйыл Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары күрһәтә.

Фольклор ауылы ҡунаҡтары 100-әр йыл элек булған башҡорт тирмәһенең йыһаздарын күрәсәк, башҡорттарҙың тарихы менән танышасаҡ. Шулай уҡ Мәскәү һабантуйында беренсе тапҡыр "Бәйге“ башҡорт күп йүнәлешле көрәш буйынса ярыштар ҙа ойоштороласаҡ. Унда ярыштарҙың бер нисә төрө буйынса үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин.

Мәскәү һабантуйында Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Хазина” этно-проекты, “Дәрүишхан” төркөмө, “Бишбармаҡ” оркестры, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһыбалов, Диана Ишниязова, Азат Биксурин (ҡурай), Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Марат Фәйзуллин, Зилиә Бәхтиева, Гөлшат Ғирфанова, Илдар Абдуллин, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Һабантуй уҙғарыу башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән. Был байрам ЮНЕСКО Бөтә донъя мәҙәни мираҫ хазинаһы исемлегенә индерелгән.

Мәскәүҙә уҙғарылған Һабантуй үҙенең сиктәрен йылдан-йыл киңәйтә, уны ҡарарға теләүселәр һаны ла арта, шулай уҡ балаларына халыҡ йолаларын күрһәтеп үҫтереүселәр ҙә күбәйә. Унда дөйөм ғаилә байрамы мөхите тыуҙырыла.

Байрам 11.00 сәғәттә башлана. Тантаналы асыу 13.00 сәғәткә билдәләнгән. Мәскәү ҡалаһы, Андропов проспекты, 39-сы йорт, “Коломенское” метроһы станцияһы адресы буйынса килеп күрергә мөмкин. Инеү ирекле.

Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: