Бөтә яңылыҡтар

Ҡурайға дан йырланды

25 ҡурайсының исем-шәрифе яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото:Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ирәндек төбәгендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы “Боронғонан аманат” тип аталған йыр-моң байрамы булды. Сараны ойоштороусылар – Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, республика Халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Моҡас ауыл биләмәһе һәм “Ирәндек” хәйриә фонды.

Тәүге көндә сарала ҡатнашыу­сылар башҡорт йырсыһы, ҡурайсы һәм актёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғата Сөләй­мәновҡа тыуған ауылында иҫтәлек­ле таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты. Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылындағы Туғажман тауында уның тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата стела асылды. Әйткәндәй, Туғажман тауында донъяла ҡурайға берҙән-бер һәйкәл бар. Ул Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғо­ловтың тырышлығы менән барлыҡҡа килгән.

Ҡурайсыға таҡтаташты Сибай ҡалаһынан эшҡыуар Радик Ғибә­ҙуллин эшләгән, бағыусылары – “Ирәндек” хәй­­риә фонды директоры Нияз Атан­ғолов һәм эшҡыуар Фәнис Кәримов.

“Ҡурайсыһын данлай Туғажман” хәтер таҡтаташында ошо төбәктә тыуып, төрлө сәхнәлә ҡурай данын яңғыратҡан 25 ҡурайсының исем-шәрифе яҙылған. Хәҙер Ҡурай һәйкәле янында ҡурайсылар өсөн дә иҫтәлекле урын булдырылды.

Икенсе көндә конкурста ҡатна­шыу­сылар һәм ҡунаҡтар Баймаҡ районы­ның Моҫтай ауылындағы “Ирәндек” этнотур майҙансығына йыйылды. Бында Башҡор­тостан­дың халыҡ артисы Ғата Сөләймә­новтың тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата “Боронғонан аманат” тип аталған төбәк-ара милли байрам үтте. Сарала Әлнисә Кәримова-Алдырханованың “Ҡурайсыһын данлай Туғажман” тип аталған китабының исем туйы ла булды. Был урын ысын мәғәнәһендә һабантуйҙы хәтерләтә ине: бер-бер артлы тирмәләр теҙелгән, милли кейемдәге апай-ағайҙар, еңгә-килендәр, егет һәм ҡыҙҙар, бере­һе­нән-береһе матур ҡыҙ һәм ма­лай­ҙар байрамға эркелешеп ағыла. Бер яҡ ситтәрәк аттар кешнәүе ишетелә, ялан кәртәлә бейәләр, ҡолондар тыпырсына. Майҙан уртаһында, бар тирә-яҡты нурға күмеп, мәсет ултыра. Арыраҡ бер-береһен уҙҙырып ҡурайсылар бәйгегә әҙерләнә, һәр ерҙә милли көйҙәр яңғырай...

Сара ҡурайсылар һәм таҡмаҡ­сыларҙың үҙ-ара көс һынашыуы менән үрелеп барҙы. Быйыл бәйгегә ки­леү­селәр бихисап, һәр береһенең еңеүгә ышаныс менән әҙерләнгәне һиҙелә, шуға күрә конкурс бик ҡыҙыу барҙы, баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Ҡурай­сылар араһынан Баймаҡ районы­ның Ниғәмәт ауылынан Рәмил Хәсәнов Гран-при яуланы. Рәмил Сәфәрғәле улы конкурсҡа Ғата Сөләймәнов башҡарыуында “Баяс” көйөн һәм үҙенең остазы, мәшһүр ҡурайсы Кәрим Дияровтан өйрәнеп алған бик һирәк уйналған көйҙәрҙең береһе – “Ҡазан алған марш”ты тәҡдим итте.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығына арнал­ған тантанала уның уҡыусы­лары – Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рауил Хәсә­нов, Нурғәле Кейекбирҙин, Иҙел Хәли­мов, Марат Тулыбаев ҡатнашты һәм, Ғата ағай өйрәткән көйҙәрҙе уйнап, халыҡты хайран ҡалдырҙы. Йәнә тантанала Ғата Сөләймәновтың ейәнсәре, Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы табибы Анжела Руслан ҡыҙы Мөхәмәт­шинаның булыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

­Еңеүсегә “Ирәндек” этнотуры етәксеһе Фәнис Кәримов тай бүләк итте, ҡурайсының ейәнсәре иһә сел­тәрле булды.

Таҡмаҡсылар конкурсында Ҡаратал ауылынан Рәйсә Ураҙ­бае­ва Гран-приға лайыҡ булды. Үҙенең 76 йәшенә ул бик матур бүләк әҙерләгән, барлығы 168 таҡмаҡ әҙерләп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Ансамблдәр араһында беренсе урындар Баймаҡ райо­нының Байыш ауылынан “Иҫтәлек” халыҡ фольклор һәм Түбәнге Иҙристән “Зарифа” фольклор ан­самбл­дәренә бирелде.

Кисәне алып барған Әлнисә Кәри­мова-Алдырхановаға, уны музыкаль яҡтан биҙәп, моңло йырҙа­ры, дәртле бейеүҙәре менән байыт­ҡан Баймаҡ халыҡ ижады йорто артистарына, уның етәкселәренә, сараның төп бағыусы­лары булған “Ирәндек” хәйриә фондына, Моҡас ауыл биләмәһе халҡына ҙур рәхмәт белдерҙе сарала ҡатна­шыу­сылар. Күңелдәрҙе күтәргән, баш­ҡорт халҡының брендына әүерелгән ҡу­райға дан һәм мәҙхиә йырланған, төбәк ҡурайсыларының яҡты иҫтәле­генә арналған, бар халыҡты бергә туплаған йыр-моң, ҡурай байрамын ойоштороусылар ҙа, байрамда ҡатна­шыусылар ҙа уны йыл һайын уҙғарыу кәрәклеген билдәләне. Иң мөһиме – борон­ғо­нан ҡалған аманат йәштәргә тапшырыла килә. Ҡурай моңоноң мәң­ге яңғырап тороуына бар Ирәндек үҙе шаһит булып, сихри моңдо тау-урмандарға таратты, киләсәк быуынға еткерҙе.

Зәлиә БҮЛӘКӘНОВА,

Төркмән ауылындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге музей етәксеһе:

 

– Сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар, Ғата Сөләймәновтың туғандары, уҡыусылары, ҡурайсылар байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе. Артистың ейәнсәре Анжела Мөхәмәтшина олатаһының шәхси әйберҙәрен – Һиндостандан килтерелгән бысаҡ, сувенир айыу, “Ҡурай” китабының тәүге вариантын музейға бүләк итте. Музей барлыҡҡа килмәҫтән алда, Төркмән урта мәктәбендә Ғата Сөләймәнов класын булдырған мәғариф ветераны Фәтихә Хөсәйенова шәхес менән яҙышҡан хаттарын, Өфөгә уҡыусылары менән барғанда яҙылған көндәлектәрен музейға тапшырҙы.

Ауылдашыбыҙ, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Тыуған ауылым һәм халҡым” төркөмөнә етәкселек иткән Рәүфә апай Ғафарова ла музейҙа фотоларға һәм документтарға ҡуйыу өсөн эшләнгән махсус мисәт менән ҡыуандырҙы. Бүләктәр бының менән генә бөтмәне: Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Ғ. Әминев – ноутбук, республика Халыҡ ижады үҙәге ҡурайсылары күп функциялы принтер бүләк итте.

 

Айгөл УРАҘГИЛДИНА,

Сибай медицина колледжы уҡытыусыһы:

 

– Ирәндек төбәгендә “Буранбай”, “Урал” башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы 19 ҡурайсы исемлегендә атайыбыҙ – Күсей ауылынан Ғәйнетдин Әфтәх улы Исламғолов та бар. Атайыбыҙ ҡурайсы, йырсы, сәсән булды. Ул бик күп йырҙарҙың тарихын матур итеп һөйләр ине. Ҡурайҙа аҙ билдәле йырҙарҙы ла юғары кимәлдә башҡарҙы.

Бөгөн атайыбыҙҙың аманатын ике ейәне дауам итә. Илгиз Нәҙерғолов – Башҡортостандың Халыҡ ҡоралдары милли оркестрында ҡурайсы, ә Иҙел Ураҙгилдин үҙе өсөн генә көйҙәр башҡара. Атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы

Читайте нас: