Бөтә яңылыҡтар

Әйткәндәре йөрәккә барып етә

Гәзитебеҙҙең тыуған көнө яҡынайған һайын, заманында  “Башҡортостан”дың абруйын күтәргән хеҙмәткәрҙәребеҙ нығыраҡ иҫкә төшә. Күптән инде хаҡлы ялда булһалар ҙа, шөкөр, бөгөн дә журналистиканан ситләшмәгән, һаман да ижади эш менән мәшғүл ветерандарыбыҙ етәрлек. Улар араһында публицист, драматург, прозаик һәм шағирә Гөлшат Әхмәткужина (Гөлгизәр Фәйзи) сағыу йондоҙ булып балҡый.

Бөтә ғүмерен журна­лис­тикаға һәм әҙәби ижадҡа бағышлаған апайыбыҙ һикһәненсе тиҫтәне ваҡлай, әммә бөгөн дә ошо өлкәлә баш баҫып эшләй... Ошолай тинем дә уйға ҡалдым. Сәғәттәр, көн­дәр буйы ҡәләм тотоп ултырыу уға бөтөнләй хас түгел бит. Мәҡәлә, интервью яҙыуға Гөл­шат апайҙың, кәм тигән­дә, бер сәғәт ваҡыты китә. Ә бына әҙерлек, ысынлап та, оҙайлы ваҡыт алыуы ихтимал ине. Бөгөн иһә ижад менән шөғөл йәй айҙарында ситкә күсеп тора: Гөл­шат апай күберәк ва­ҡытын яратҡан баҡса­һында, гөл, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп, шунан кинәнес табып үткәрә.

Күпмелер ваҡыт беҙ­гә, иңгә-иң терәп, “Баш­ҡор­тос­тан”да “Дәүләт, хоҡуҡ һәм сәйәсәт” бүлегендә эшләргә насип булды. Был ауыр һәм ҡатмарлы бүлеккә Гөлшат Фәй­зи ҡыҙы етәкселек итте. Респуб­ликабыҙҙың үҙал­лылыҡ яулаған, беренсе президентын һайлаған осор ине. Бығаса сәйәсәттә бөтөнләй ситтә торған Гөлшат апай тиҙ арала эштең асылына төшөнөп, сәйәси эш­мәкәрлекте оҫта итеп ойоштора белде. Уның эш ысулы, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үткер мәҡәләләр яҙа белеүе, күптәрҙе ғәжәпләндерә лә, һоҡ­лан­дыра ла ине. Ҡул аҫтында эшләүселәргә иһә Гөлшат апай ысын мәғәнә­һендә әсәләрсә хәстәрлекле, яр­ҙамсыл етәксе булды. Ситтән һәр төрлө янауҙар уны ла, беҙҙе лә көндәлек вазифабыҙҙан, көнүҙәк мәҡәләләр яҙыуҙан ваз кистерә алманы.

Уның бөгөн дә сафта булыуы беҙҙе ҡыуандыра. Редакция хеҙмәткәрҙәре Гөлшат Әхмәтҡужинаға теге йәки был темаға мәҡәлә яҙыуын һорап мөрәжәғәт итә. Ауыл һәм ер мәсьәләләренә ҡағы­лышлы яҙмалары гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Тәжрибәле журналист бер ҡасан да үтенесебеҙҙе кире ҡаҡ­май. Авторыбыҙ үтә ҡы­йыу, тура һүҙле. Ниндәй­ҙер урталыҡ уға бөтөнләй хас түгел. Был уның тормошонда ла ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай ҡалмайҙыр, моғайын.

Гөлшат Әхмәтҡужина – күп яҡлы яҙыусы. Күптәр уны журналист ҡына түгел, драматург булараҡ та һәйбәт белә. Уның пьесалары театрҙарҙа уңышлы ҡуйыла. Был ижади эш туҡтамай, драмалар яҙыуын дауам итә. Авторҙы уның пьесаһы буйына спектаклдәрҙең ҡуйылыуы ҡыуандыра. Айырыуса халыҡ театрҙары гастролдәргә йөрөп, уның пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә зал шығырым тулы булһа, шатлана, сөнки яҙыусы һүҙе халыҡҡа барып етергә, уҡылырға, ишетелергә тейеш.

“Журналистың төп бурысы – ҡыҙыҡлы мәҡәлә яҙыу. Яҙғаның кеше өсөн фәһемле булырға тейеш. Уҡыусы ниндәйҙер һабаҡ алды икән, уның йөрәгенә барып етте икән, тимәк, хәбәрсе лә маҡсатына өлгәшкән”, – тип өйрәтә беҙҙе Гөлшат апай. Уның әйткәнен үтәргә тырышам.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: