Бөтә яңылыҡтар

Буранбай егете тыуған көнөн билдәләй

Юнир Һағынбаев нисек йырлай башлаған? 

Буранбай егете тыуған көнөн билдәләй
Буранбай егете тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән моңло тауышлы йырсы Юнир Һағынбаев тыуған көнөн билдәләй. Буранбайҙа йырламаған кеше юҡ икәнен Баймаҡ яҡтарында барыһы ла белә. Шуларҙың береһе – танылған йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев "Әсәй, мине таңда уят әле" йыры менән "Гәлсәр һандуғас" конкурсы аша халыҡҡа танылды. Ә мәктәптә уҡыған йылдарында Юнир бөтөнләй йырламаған.

– Туғыҙынсы кластан һуң Сибай сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға килдем, – тип һөйләй йырсы. – Уҡытыусыбыҙ Джон Мусин мине тыңлап ҡараны ла, ҡустым, тауышың матур, әйҙә һине үҙемә алам, тине. Риза булдым, әммә тиҙҙән ул күсеп киткәс, уҡытыусыһыҙ ҡалдым. Камил Вәлиев тыңлап ҡарағас, тауышың үҙгәрә, йырларға ярамай, тип ҡурай бүлегенә күсерҙе. Өлкән курстарҙа үҙемдән-үҙем тағы йырлай башланым. Мин бит данлыҡлы Буранбай ауылынан, беҙҙә моңланмаған кеше юҡ.

Ысынлап та, бөгөн башҡорт йыр сәнғәтендә Буранбайҙан сыҡҡан тиҫтәләгән профессиональ йырсы бар.

Юнир Һағынбаев үҙен ҡурайсы булараҡ та үҫтерә. “Октябрьский ҡалаһында үткән “Ҡурай” республика байрамында, Зыя Хәлилов исемендәге төбәк-ара конкурста – Гран-при, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев кеүек мәшһүр ҡурайсылар иҫтәлегенә үткәрелгән бәйгеләрҙә призлы урындар яуланым. Шулай уҡ 2016 йылда Туймазы ҡалаһында уҙған “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсында Гран-при яулауым менән дә ғорурланам”, - ти ул.

Йырсы-ҡурайсыны тыуған көнө менән ҡотлап, именлек-һаулыҡ, ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Фото: Ю.Һағынбаевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: