Бөтә яңылыҡтар

Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны

Хәйбулла районынан Рәсих Әхмәтовтың тырышлығы менән "Еҙ төймә моңдары" тип аталған гармунсылар конкурсы үтте.

Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны
Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны

Кисә Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы янында гармун моңдары әллә ҡайҙа яңғырап торҙо. Шулай булмай, Рәсих Әхмәтов үҙенең йәмле Һаҡмар йылғаһы янында урынлашҡан ял итеү базаһында "Еҙ төймә моңдары" тип аталған гармунсылар бәйгеһен ойошторған.

Һаҡмар йылғаһы буйында бер көнгә Урал аръяғының иң оҫта гармунсылары йыйылды. Сара өс тиҫтәнән ашыу гармунсыны үҙенә тупланы. Ете райондан килгән ҡатнашыусылар араһында хатта һигеҙ йәшлек балаларҙың дә булыуы айырыуса ҡыуандырзы. Атай-әсәйҙәребеҙҙең йәшлек йылдарында гөрләп торған гармун моңдары һуңғы йылдарҙа юғала бара ине. 

Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Рәсих Әхмәтов - Йәнтеш ауылы егете. Етенсе тиҫтәһен ҡыуһа ла, егеттәрсә етеҙ, атлап түгел, йүгереп йөрөгән дәртле ир-уҙаман ул. "Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә" тигәндәре тап уның турала.

Үҙе лә гармун моңона ғашиҡ Хәйбулла егете моңдаш дуҫтарын бергә йыйыу, ошо музыка ҡоралында уйнауҙы популярлаштырыу маҡсатында тыуған ауылында бәйге ойошторорға булған. Бағыусыларын да тапҡан, республиканың төрлө райондарынан ҡатнашыусыларҙы ла саҡырған.

Олоһон да, кесеһен дә берләштергән бәйге йәмле Һаҡмар буйҙарын моңло гармун тауыштарына күмде. Киләсәктә был бәйгене традицион итеп, йыл да уҙғарырға иҫәп тота йәнтештәр.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

 

Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны
Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны
Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны
Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны
Һаҡмар буйында гармун моңо яңғыраны
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: