13 июлдә "Родина" кинотеатрында "Ер һүҙе/Онлайн 2.0" төбәк-ара һанлы белем биреү кинопроектын тамамлаусылар фильмдарының премьераһы үтә. Сығарылыш эштәре – ҡыҫҡа метражлы фильмдар, социаль роликтар, йәнһүрәт. Улар проектта ҡатнашыусыларҙың үҙ сценарийҙары буйынса төшөрөлгән.
Ҡатнашыусыларҙың кино тарихтары туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү мәсьәләһен күтәрә. Сараға кино сәнғәте һәм индустрияһы белгестәре, проекттың партнерҙары, кино мәктәбен үткән йылдарҙа тамамлағандар саҡырыла. Премьераға сығарылыш уҡыусылары кинооператорҙар, актерҙар менән бергә йыйыла.
Сара программаһында:
– "Ер һүҙе/ Онлайн 2.0" төбәк-ара һанлы белем биреү кино проектын тамамлағандарҙың фильмдары премьераһы һәм уҡыуҙы уңышлы тамамлау тураһында таныҡлыҡ тапшырыу;
– Булат Йосопов киномәктәбенең яңыртылған программаһы менән танышыу. Ошо программа буйынса режиссер, сценарист һәм продюсер оҫталығы курстарына теләүселәрҙе йыя башлағандар ҙа инде.
Сарала кинопроектта ҡатнашыуға, Булат Йосоповтың кино мәктәбендә уҡыуға ҡағылышлы һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Кинопроектҡа киләһе ҡатнашыусыларҙы йыйыу июль уртаһына планлаштырылған.
"Ер һүҙе/Онлайн 2.0" төбәк-ара һанлы белем биреү кино проекты Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранты ярҙамында Башҡортостандың Кинематографистар союзы һәм Булат Йосоповтың кино мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла.
Сара 14.00 сәғәттә башлана.
Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: www.slovo-zemli.ru.
Сығанаҡ: vk.com/wall-158808331_2733