Бөтә яңылыҡтар

Фәиз менән Азаматтан шәп дуэт!

Ни өсөн дуэт "Азат" тип атала? Был һорауға яуап түбәндәге яҙмала

Фәиз менән Азаматтан шәп дуэт!
Фәиз менән Азаматтан шәп дуэт!

Сибай концерт-театр берекмәһенең йәш бейеүселәре - Фәиз Үҙәнбаев менән Азамат Тажетдиновтың был видеояҙмаһы  күптәрҙә оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Егеттәрҙең икеһе лә бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ, әле яңы асылған Сибай филармонияһында эшләйҙәр. Азамат сығышы менән Учалы районынан булһа, Фәиз Сибай ҡалаһынан. Ни өсөн дуэтығыҙ "Азат" тип атала тигән һорауға, Фәиз Үҙәнбаев былай тип яуап бирҙе: "Минең яратҡан етәксем - Азат Нәбиуллин, ә Азаматтың атаһының исеме Азат, ул йәшләй генә вафат булған. Уйланыҡ та "Азат" тигән исемгә туҡталдыҡ", - ти.

Әйткәндәй, бейеүсе егеттәрҙең был тәүге эше генә булмаясаҡ, улар артабан да ошо йүнәлештә төрлө видеолар төшөрөргә хыяллана. Баҫҡан ерҙәрендә ут сәсрәткән, ойоҫҡота баҫып бейегән йәш бейеүселәргә артабан да уңыштар теләйбеҙ! Афарин, егеттәр!

Видеоның авторы - Илдус Сурин.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: