"La Folle Journee" халыҡ-ара фестивален ойоштороусылар икенсе йыл рәттән Роберт Юлдашевты һәм "Ҡурайсы" төркөмөн Екатеринбургтағы ҙур сәхнәлә сығыш яһарға саҡырҙы. 2, 3 июлдә ике концертҡа ла билеттар алдан һатылып бөткәнлектән, ойоштороусыларға көҙгә билет һата башларға тура килгән.
“Ҡурайсы” музыкаһы, ниндәй милләттән булыуыңа ҡарамаҫтан, һәр кемгә таныш һәм танһыҡ. Залдағы тамашасыларҙың 70 проценты ҡурай тауышын тәүге тапҡыр ишетеүенә ҡарамаҫтан, бик матур һоҡланыу һүҙҙәре яҙған. “Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” ансамбле! Бындай ҙа ҡеүәттең һис бер концертта булғанын хәтерләмәйем. Моң һәм ритм бергә үрелеп килә. Бөтәһе лә ысын һәм йәнле. Концерт бер тында үтте. Бөтә зал “браво!” тип ҡысҡырҙы. Музыканттарға “браво!”, һеҙ - ысын ижадсылар!” – тигән, мәҫәлән, Ш. Юдина.
Тәүге көндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя, ике тапҡыр Европа чемпионы Тамара Танһыҡҡужина сығыш яһаны. ”Роберт Юлдашев – беҙҙең ҙур ғорурлығыбыҙ. Ул - виртуоз оҫтабыҙ, талантыбыҙ. Сәхнә оҫтаһын ныҡ хөрмәт итәбеҙ, беҙ ҡәҙерләгән, яратҡан башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшөн халыҡҡа бүләк итә ул. Донъяның бик күп майҙандарында сығыш яһаны, һәм бөгөн дә уның иҫ киткес ҙур талантын күреү мөмкинлеге булды”, – тине халыҡ-ара гроссмейстер. Был фестиваль – донъяла йыл һайын үткән, киң танылған La Folle Journee фестиваленең Рәсәйҙәге варианты.
Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.