Бөтә яңылыҡтар

Һағыныуҙарҙы йыр баҫа

“Таштурыға менеп ҡарар инем Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарға”, - тип моңлана сит тарафтарҙа эшләгән ир-егеттәребеҙ.

Һағыныуҙарҙы йыр баҫа
Һағыныуҙарҙы йыр баҫа

Был видеояҙма менән төркөмдәшебеҙ Гөлшат Алғушаева уртаҡлашты. “Красноярск крайы, Норильск ҡалаһы. Алыҫ-алыҫ ерҙәрҙә, һағынғанда, шулай йырлап ебәрә ир-егеттәр. Һау ғына йөрөгөҙ, уландар! Һәр беребеҙгә тик бала шатлыҡтарын ғына күрергә насип ит, Аллаһым!” - тип яҙҙы ул.

Видеола моңло тауышы менән йырлаған егет – Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан Илмир Ултраҡов. Ул мәшһүр Ишмулла Дилмөхәмәтов ижад иткән “Таштуры” йырын башҡара.

Таштуры (Таштүрә)

Таштурыға менеп ҡарар инем

Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарға.

Ҡанаттарым булһа, осор инем

Талғын елпеп тыуған яҡтарға.

Таштурыҡай, һинең итәгеңдә

Үҫтеме икән ҡырлы ҡурайым?

Төштәремдә ҡайтып бер урайым,

Өндәремдә һағынып йырлайым.

Фото: rscf.ru

Видео: vk.com/id232577914

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: