Бөтә яңылыҡтар

"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"

Баш ҡалабыҙҙа ниндәй ҡыҙыҡлы сара үтә?

"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"

 

Кисә Өфө "Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары" Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсын ҡабул итте. Онлайн этапта белгестәр 500-ҙән ашыу конкурс эштәрен ҡараһа ла, финалға бары 150 оҫта ғына ҡабул ителгән. Финалсылар Рәсәй Федерацияһының 28 төбәгенән – Симферополдән алып Владивостокка тиклем юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары. Был күләмле сара хаҡында М.Аҡмулла исемендәге БДПУ сайтында хәбәр ителә.

Асыу тантанаһы "Торатау" Конгресс-холында үтте. Унда конкурстың бөтә номинациялары һәм эксперттары менән таныштырҙылар. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, Рәсәй Мәғариф министрлығы академияһының проректоры Хож-Әхмәд Халадов һәм ректоры Павел Кузьмин, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук һәм "Патриотик тәрбиә" федераль проектының координация үҙәге етәксеһе Станислав Найденов сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.

Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һәм Мәғариф министрлығы академияһына проектты хуплағаны, быуындан-быуынға оҫталыҡ һәм тәжрибә тапшырыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. “Ҡунаҡтарыбыҙҙы сәләмләй алғаныма шатмын, – тине ул. – Һеҙ барығыҙ ҙа – бөйөк оҫталар тоҡомдары. Сара беҙҙе берләштерер, тип ышанам һәм беҙ тағы бер тапҡыр Рәсәй мәҙәниәттәренең һәм традицияларының төрлөлөгөн, байлығын күрә алырбыҙ”.

Рәсәй Мәғариф министрлығы академияһының ректоры Павел Карпухин университетҡа,  республикаға фестивалдең юғары кимәлдә ойошторолоуы өсөн рәхмәт белдерҙе. Конкурста ҡатнашыусыларҙың Рәсәй халыҡтары традицияларын һаҡлауға индергән өлөшөн билдәләне:

– Тәрән һөйөү менән һуғарылған ҡыҙыҡлы экспонаттар илебеҙҙең төрлө субъекттарындағы бай традицияларҙы, мәҙәниәтте күрһәтә. Ҡатнашыусыларға Рәсәй мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлағандары, уларға булышлыҡ ҡылғандары өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәк һеҙҙеке! – тине Павел Владимирович.

Рәсәй Мәғариф министрлығы академияһының проректоры Хож-Әхмәд Халадов бындай сараларҙың милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшөн билдәләп үтте: “Бындай осрашыуҙар төбәктәрҙең һәм халыҡтарҙың үҙ-ара яҡынайыуына булышлыҡ итә”, – тине ул.

Тантанала фестивалдә ҡатнашыусылар һәм эксперттар, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән балалар – ошо көндәрҙә университетта үткән "Университеттың белем биреү сменаһы"нда ҡатнашыусылар булды.

Фестиваль 2017 йылдан алып үткәрелә, әммә Башҡортостан уны беренсе тапҡыр ҡабул итә. Аҡмулла университетының художество-графика факультеты оҫтаханалары төп конкурс майҙансыҡтары булып тора.

7-8 июлдә Аҡмулла университетының, Өфөнөң һәм республиканың профессиональ белем биреү ойошмаларының профилле майҙансыҡтарында ижади ярыштар үтә. Конкурс заданиеларының дөйөм фәлсәфәһе: "Тыуған ерҙең моңо". Финалға сығыусылар үҙ эштәрен 15 номинацияла тәҡдим итә, шул иҫәптән туҡыу, биҙәү, керамика, таш, металл һәм ағасты эшкәртеү, сәйлән менән һәм селтәрләп бәйләү. Бер нисә номинация милли кейемгә һәм фольклорға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының музыка ҡоралдарына арналған.

9 июлдә "АРТ-сквер" майҙанында көндөҙгө сәғәт 12-нән алып 3-кә ҡәҙәр фестивалдә ҡатнашыусыларҙың күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Фестиваль һөҙөмтәләрен барлау, еңеүселәрҙе һәм призлы урын алыусыларҙы бүләкләү шул уҡ көндә, кисен ойошторола.

 

Мәғлүмәт, фото: bspu.ru/news/19692

"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
"Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: