

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша Бөрйән районынан яңылыҡтар менән уртаҡлашыуын дауам итә. Был посында ул симфоник төн тураһында яҙҙы.
“Башҡортостан. Бөрйән районы. “Шүлгәнташ” музейы. Республиканың милли симфоник оркестры... “Щелкунчик”...
Һәр ваҡыт әйтә килдем һәм әйтәм – хыялланырға кәрәк, хыялдар тормошҡа аша...
Был, ысынлап та, минең хыялым ине. Беҙҙең музей амфитеатрында симфоник оркестр уйнауы тураһында хыялландым. Һәм беҙҙең барлыҡ иҫ китмәле матур, үҙенсәлекле тәбиғәт һәйкәлдәрендә һәм кешеләр булдырған урындарҙа шулай булһын ине!
Бөтәгеҙгә лә изгелек!” - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.