Бөрйәндә ваҡыт йылғаһы аҡты

Республика Башлығы фән үҫешенә өлөш индергәндәргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бөрйәндә ваҡыт йылғаһы аҡтыБөрйәндә ваҡыт йылғаһы аҡты
Бөрйәндә ваҡыт йылғаһы аҡты

9 июлдә Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы алдындағы майҙанда “Ваҡыт йылғаһы” симфоник байрамы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк етәксеһе республика халҡын музей асылыу менән йәнә ҡотланы һәм фән үҫешенә өлөш индергәндәргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Мин урмандар, тауҙар уратып алған ерҙә симфоник музыка яңғыраһын тип хыяллана инем. Был теләгем бөгөн ошонда уңайлы шарттар тыуҙырғандарҙың һәммәһе өсөн дә тормошҡа ашырылды, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ “Шүлгәнташ” музейын бик һаҡ ойошторҙоҡ, тәбиғәтебеҙгә зыян килтермәҫкә тырыштыҡ. Тыуған төйәгемдә – Ишембай районының Һайран ауылында ла берәй ҡасан симфоник оркестр уйнар, тип өмөтләнәм.

Төбәк Башлығы, йәш быуынды фән, технологиялар һәм сәнғәт үҫешенә, шул иҫәптән заманса тарихи-мәҙәни проекттар аша йәлеп итеү бик мөһим, тине.

– Был музей күп йәһәттән балаларыбыҙға йүнәлтелгән. Беҙ бында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ысын граждандарын тәрбиәләргә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы музей комплексын ойошторғандарға, төҙөүселәргә, Бөрйән районында йәшәүселәргә, байрам саралары ҡунаҡтарына, сит ил делегациялары вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.

– Беҙҙең ҡунаҡтарға – Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Михайлович Сергеевҡа, Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Иосифович Косачёвҡа, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, журналист Тимофей Тимофеевич Баженовҡа рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Беларусь Республикаһы, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монголия делегациялары вәкилдәре, һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Башҡортостан иҡтисадта, фәндә, мәҙәниәттә, социаль өлкәлә үҫешә. Быларҙың барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә бөйөк тарихи һәм мәҙәни мираҫ ҡалдырған. Киләсәк быуынға үҙ хеҙмәтебеҙҙең, ижадыбыҙҙың ҡаҙаныштарын тапшырырға тейешбеҙ.

Концерт программаһын республиканың Милли симфоник оркестры асты, ул рус һәм башҡорт композиторҙарының классик музыкаль әҫәрҙәрен башҡарҙы.

Артабан тамашасыларға Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһының бейеүҙәре, шулай уҡ мэпинг-шоу тәҡдим ителде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас