Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Тамара Ғәниева менән фәһемле осрашыу булды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?
Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?

Сарала шағирәләр Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Ғәлиә Кәлимуллина, шиғриәт һөйөүселәр, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Йәнле аралашыуҙа әҙибә бөгөнгө көндә йөрәген өйкәгән фекерҙәре менән бүлеште, ижади пландары менән уртаҡлашты. “Беҙҙә шиғриәт шундай талантлы! Ул юғары кимәлдә. Һуңғы ваҡытта тәрән тойғоло, тос фекерле Фәнил Бүләков, Рита Фәтҡуллина, Минзәлә Шөғәйепова, Ғәлиә Кәлимуллина поэзияның матур үрнәген күрһәтә”, - тине ул, яңы быуын шағирҙәренең уңышына ҡыуанып.

Осрашыуҙа яҙыусы һәм заман, әҙиптең көндәлек тормошобоҙҙа тотҡан урыны, ҡәҙере, яуаплылығы тураһында ла һүҙ барҙы. Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы китап нәшер итеү, әҙәби әҫәрҙәрҙе халыҡҡа ваҡытында еткереү мәсьәләләренә лә туҡталып китте.

Ишембай ҡалаһынан Ғәлиә Кәлимуллина остазына тәмле ҡоймаҡтар алып килгәйне. Тамара апай күңел йылыһы һалып бешерелгән күстәнәскә ныҡ һөйөндө.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әҙәбиәттә лә быуындар күсәгилешлеге барлығына инанды. Үҙенә алмашҡа лайыҡлы шағирҙәр килеүенә һөйөнгән әҙибәнең ҡыуанысын уртаҡлашты. Кисә һуңынан барыһы ла Тамара Ғәниеваның китаптарына автограф алды.

Фото: Айрат Искәндәров.

Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?
Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?
Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?
Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?
Башҡортостандың халыҡ шағиры ниндәй уйҙар менән йәшәй?
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас