Был музей бар донъяны һоҡландырыр әле

Радий Хәбиров ғилми йәмәғәтселеккә яңы музей концепцияһын аңлатты.

Был музей бар донъяны һоҡландырыр әлеБыл музей бар донъяны һоҡландырыр әле
Был музей бар донъяны һоҡландырыр әле

9 июлдә Бөрйән районының “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы ғилми-күргәҙмә учреждениеһы – Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектын тәҡдим итте. Уны Шишмә районы биләмәһендә булдырырға күҙаллайҙар.

Яңы объект бер нисә мөһим тарихи ҡомартҡыны, шул иҫәптән Турахан һәм Хөсәйенбәктең Алтын Урҙа таш кәшәнәһен берләштерә.

– Былтыр ҡатыным менән Шишмә районында, Өфөнән 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Турахан кәшәнәһендә булдыҡ. Ғалимдар әле һаман да был ҡоролманың кемгә ҡарауы хаҡында бәхәс ҡора. Бәлки, ул Сыңғыҙхан вариҫтарының береһелер. Әммә был – боронғо архитектура, тарих менән мәҙәниәттең үҙенсәлекле ҡомартҡыһы, – тине Радий Хәбиров. – Ислам динен таратҡан Хөсәйенбәк кәшәнәһен иһә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Урта быуаттың бөйөк полководецы Тамерландың бойороғо буйынса төҙөгәндәр. Беҙҙә был дәүерҙән әлегә кешеләргә тейешенсә асылмаған башҡа тиҫтәләгән тарихи ҡомартҡы бар. Ошо мираҫ хаҡында, үҙенсәлекле Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында, күп функциялы заманса музей комплексы аша һөйләгән кеүек үк, Евразия күсмә цивилизациялар музейын аша һөйләргә кәрәклеген аңланым.

Республика Бөйөк Дала тип йөрөтөлгән тарихи күсмә юлдар киҫешкән ерҙә урынлашҡан, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Шуның менән бәйле бөгөн төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең күп кенә Азия илдәре менән мәҙәни һәм көнкүреш традицияларында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә уртаҡ тамырҙары бар.

– Беҙ ҡайҙа тыуғаныбыҙҙы, ҡайҙан сыҡҡаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Үҙебеҙҙең кем икәнебеҙҙе төшөнөү мөһим. Был аң-белемдең киләһе этабы, ул киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. – Башҡортостан бөйөк Алтын Урҙа ханлығы, ҡағанаттар, башҡа дәүләт берәмектәре кеүек дәүләттәрҙең административ үҙәге булған, тип уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Тамерландың республикабыҙға ҡағылышын иҫбатлаһаҡ, (был әлегә раҫланмаған), фәнни йәһәттән ысын алға китеш буласаҡ.

Музей комплексын төҙөү 5-10 йыл дауам итеүе мөмкин, тип билдәләне республика етәксеһе. Концепцияға ярашлы, был заманса экспозиция павильондары һәм лабораториялар менән тулыландырылған тарихи архитектура объекттары ансамбле буласаҡ. Бынан тыш, Евразия күсмә цивилизациялар музейы сиктәрендә ғаилә менән ял итеү өсөн туристик һәм рекреацион объекттар селтәрен булдырыу күҙаллана.

– Ошо музей аша республика халҡына һәм ҡунаҡтарына аттарҙы ҡулға өйрәтеүҙең мөһим этабынан башлап күсмә халыҡтарҙың үҫеш, мәҙәниәт һәм көнкүреш үҙенсәлектәрен күрһәтергә теләйбеҙ. Буласаҡ экспозицияла башҡорт халҡының бай тарихы сағылыш табасаҡ, – тине  Радий Хәбиров.

Рус география йәмғиәте вице-президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Дала институты директоры Александр Чибилёв Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу башланғысын хупланы.

– Бик аҙҙар белгән, әммә күп йыллыҡ тарихы булған Евразия күсмә далаһының географик оҙонлоғо ла ҙур - Венгриянан алып Монголияға тиклем 8,5 мең саҡрым. Континент үҙәгендә Евразия күсмә цивилизациялар музейын ойоштороу – бик дөрөҫ ҡарар, – тип билдәләне Александр Чибилёв.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас