Иғтибар: Кәрим Хәкимов тураһында фильм күрһәтелә

Ул бөгөн төндә “Рәсәй 1” телеканалында 01.30 сәғәттә башланасаҡ.

Иғтибар: Кәрим Хәкимов тураһында фильм күрһәтеләИғтибар: Кәрим Хәкимов тураһында фильм күрһәтелә
Иғтибар: Кәрим Хәкимов тураһында фильм күрһәтелә

Кәрим Хәкимов тураһындағы “Миссия үтәлерлек” исемле фильм 11 июлдә “Рәсәй 1” телеканалында 01.30 сәғәттә күрһәтеләсәк.

Кәрим Хәкимов – Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле. Ул йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур өлөш индергән шәхес.

Фильмда үткән быуаттың 20-се йылдарында Кәрим Хәкимовтың хаж ҡылған саҡта совет дипломатияһының йәшерен миссияһын бойомға ашырыуы тураһында һүҙ бара. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Олег Озеров, ил дипломаттары һәм журналистары ҡатнаша.

Өфөлә Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы ҙур музей асырға йыйыналар. Дипломаттың тыуған яғында, Бишбүләк районындағы Дүсән ауылында, урынлашҡан йорт-музейы ла тулылыландырыу, байытылыу өҫтөндә.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас