

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Ришат Төхвәтуллинды күҙлек йәки линза кейеп йөрөүе тамам йонсотҡан. Һәм ул операция яһатырға ҡарар иткән.
Быға ул үҙен оҙаҡ ваҡыт әҙерләгән. Кисерештәре хаҡында йырсы социаль селтәрҙә бәйән иткән.
"Операция нисек уҙыр, тип бик ҡурҡҡайным, борсолғайным. Ҡарап тороуға ҡурҡыныс булһа ла, бер ҙә ауыртманы. Операция ваҡытында табип барыһын да һөйләп торҙо. Мин был аҙымға бик оҙаҡ әҙерләндем", - тигән Ришат.
Операция уңышлы үткән. Йырсы башҡаса күҙлек йә линза кейергә кәрәкмәгәненә ышанып бөтә алмай.
Фото: Р. Төхвәтуллиндың социаль селтәрҙәге видеоһынан скриншот.