Стәрлетамаҡта ҙур байрам көтөлә

“Сауҙагәр 2.0” тип аталған ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ниҙәр планлаштырылған?

Стәрлетамаҡта ҙур байрам көтөләСтәрлетамаҡта ҙур байрам көтөлә
Стәрлетамаҡта ҙур байрам көтөлә

Сауҙагәрлек мөхите, уникаль гастробиләмә, асыҡ һауа аҫтында интерактив музей, ҡыҙыҡлы шоу-программа, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи урындары буйлап экскурсия һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтә фестиваль ҡунаҡтарын.

Республиканың төп ваҡиғаларының береһе Стәрлетамаҡтың тарихи майҙанында - Тыныслыҡ, Хоҙайбирҙин, Комсомол, Карл Маркс урамдары кварталындағы ҡала скверында үтәсәк.

Фестиваль ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнгән. Уларҙың береһе – һөнәрселәр йәрминкәһе. Борон ҡала скверы урынында Баҙар майҙаны булған, унда йылына ике тапҡыр йәрминкә үткәрелгән. Элекке йолалар тергеҙелә: сауҙа рәттәре бер стилдә эшләнәсәк, һөнәрселәр үҙҙәренең уникаль продукцияһы менән бөтә республиканан йыйыласаҡ. Асыҡ һауалағы “Сауҙагәрҙәр ҡалаһы” интерактив музейы ла ҡыҙыҡһыныусыларын табыр. Фестиваль эсендә ваҡыт машинаһын күрерһегеҙ. Айырым бер урын Стәрлетамаҡтың революцияға тиклемге кешеләре менән тулы буласаҡ: урам артистары, жандармдар, аяҡ кейеме таҙартыусылар һәм башҡалар.

Сәй эсеү майҙансығында ҡунаҡтарҙы бары тик Стәрлемаҡта ғына тәмләп ҡарарға мөмкин булған ҡаланың гастробренты менән ҡаршы алырҙар.

Һөнәрселәрҙең оҫталыҡ дәресе майҙансығының да үҙ йәме. Фестивалдә уникаль продукцияны һатып алырға ғына түгел, үҙеңә лә нимәлер эшләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Ә бына гастромайҙансыҡта Стәрлетамаҡтың һәм күрше ҡалаларҙың рестораторҙары фестиваль ҡунаҡтарын, унда ҡатнашыусыларҙы һыйлар өсөн үҙҙәренең кибеттәрен асыр.

Традицион халыҡ уйындары, төрлө конкурстар ҙа ойошторолор. Балалар ҙа күңелһеҙләнмәҫ: улар ҙур сауҙагәрҙәр ҡаласығын төҙөүҙә ҡатнашыр, аҙаҡ уны буяп та ҡуйырҙар. Бынан тыш, ошо зонала “Сауҙагәр-маладис” тигән йәрминкә лә ойошторола, унда үҙҙәренең продукцияһын балалар һата.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы зонаһында Стәрлетамаҡтың тарихи өлөшө буйлап экскурсияға яҙылырға мөмкин, һуңғы көндә Торатау тауына ла бара алырһығыҙ.

“Салауат” кинотеатры эргәһендәге тарихи майҙансыҡта ҙур сәхнә урын алыр, унда фестиваль дауамында ҡаланың ижади коллективтары һәм саҡырылған йондоҙҙар сығыш яһаясаҡ.

Фото: Стәрлематаҡ ҡалаһы хакимиәте.

  

Стәрлетамаҡта ҙур байрам көтөлә
Стәрлетамаҡта ҙур байрам көтөлә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас