“Беҙгә китап өсөн генә килмәйҙәр”

Бабич замандашы ойошторған мәҙәни усаҡ бөгөн дә гөрләп эшләй.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

...Үрге Йәркәй төҙөклөгө, таҙалығы, йәйге сафлығы менән һоҡландырҙы. Ә уның тап үҙәгендә урынлашҡан ҡыҙыл ҡыйыҡлы китапхана йыраҡтан әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенә саҡырып тора кеүек. Илеш халҡы бөгөн китап уҡыймы – ошо һорауға яуап эҙләп, беҙ ҙә унда инеп сығырға булдыҡ.

Йәй ҡояшының төшлөккә яңы күтәрелә башлауына ҡарамаҫтан, бер төркөм хеҙмәт­кәрҙәр китапхананың тирә-яғын таҙартыу менән мәшғүл ине инде. “Китап уҡыусыларҙы бында бөхтәлек һәм таҙалыҡ ҡаршылаһын өсөн тырышабыҙ. Һәр кем беҙҙән күтәренке кәйеф менән сығырға тейеш”, – тип йылмайҙы, ғәжәпләнеүебеҙҙе төшөнгәндәй, Илеш райо­нының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Яҡупова.

Ысынлап та, бина эсендәге рәт-рәт булып теҙелеп киткән кәштәләрҙәге бихисап китаптар саң йыйып ҡына тора тигән шик тыуманы – көн яңы ғына башланыуға ҡарамаҫтан, бер нисә кеше бында ине инде. Мәктәп уҡыусы­лары каникулдарын йәмләрлек әҫәрҙәр эҙләп маташа. Өлкән быуын вәкилдәренең иһә һуңғы яңылыҡтар менән матбуғат баҫмалары аша танышып ултырыуына үҙебеҙ шаһит булдыҡ.

Үрге Йәркәйҙә беренсе китапхана 1917 йылғы революциянан һуң барлыҡҡа килә һәм Насип байҙың йортонда урынлаша. Уны Шәйехзада Бабич менән “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә бергә белем алған Әғзәм Мөхсинов ойоштора. Оло тарихҡа эйә китапхана бөгөн дә гөрләп эшләй һәм район үҙәгендәге китап уҡыусы­ларҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бында шағир һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар, әҙәби-музыкаль кисәләр, яңы баҫылған китаптарҙың һәм йыйынтыҡтарҙың исем туйҙары, күргәҙмәләр, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа бихисап саралар ойошторолоп тора.

– Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Ҡаһарманлыҡ юлы” һәм “Афғанстан – минең һыҙланыуым” тип аталған күргәҙмәләр, Илгиз Әхмәтовтың “Оҙон-оҙаҡ ҡайтыу юлы”, Мирзанур Шаймырҙиндың “Ғүмер ағыштары”, Рәзиф Ғәлиевтең “Мин бәхетле ауылымда”, Зөһрә Исламованың “Бейеклектән – бөйөк­лөккә” тигән китаптарының исем туйҙары халыҡ күңеленә бигерәк тә хуш килде. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ ихтыяжы – кемгәлер китап кәрәк, кемдер гәзит-журнал уҡырға килә, берәүҙәр беҙҙә үткән сараларҙы көтөп ала, икенсегә был йорт – аралашыу, үҙ фекерен ишеттереү майҙаны, – тип һөйләне Айгөл Сәлихйән ҡыҙы.

Әлеге көндә Илеш районының үҙәкләш­терелгән китапханалар системаһында 30 китапхана иҫәпләнә. Шуларҙың бишәүһе – моделле китапхана, йәғни заманса йыһаз­ландырылған, интернет селтәренә тоташ­тырылған, эстетик зауыҡ менән биҙәлгән рухи усаҡтар.

Бөгөн китапханала үҙ эшен мөкиббән яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шунһыҙ уңышҡа өлгәшеп тә булмайҙыр, әлбиттә. 1-се категориялы китапханасы, урындағы “Илһам” әҙәби-музыкаль клубы етәксеһе Клара Хәлиуллина был тармаҡта 42 йыл хеҙмәт итә. Әйткәндәй, ул Китапханалар көнө уңайынан иғлан ителгән “Рухиәтебеҙ һаҡсыһы” конкурсында ла бик әүҙем ҡатнашты һәм “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

 

- Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

Илеш районы

Читайте нас