

2019 йылда Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге “Әйтеш” республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыу Хәйҙәр Көмөшбаев өсөн уйламағанда, осраҡлы ғына килеп сыға. Һәм ул Гран-при яулай. Шул мәлдән Ҡыпсаҡ хан псевдонимы ала, ихласлап шиғыр яҙа башлай. “Шиғриәт – минең өсөн күңел йыуанысы. Ыҙалап рифмалар эҙләп ултырмайым, бер тынала яҙам”, – ти ул.
Сәсән-шағир 1971 йылдың 20 ғинуарында Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Әле Баймаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығында мастер булып эшләй. Яратҡан хәләл ефете, ҡыҙҙары һәм улы етеш тормошта йәшәһен өсөн ял ваҡыттарында кешеләргә бура бурап, өй күтәрә. Егет кешегә, сәсән-шағирға ла, етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ икән. Иң мөһиме – илһам ҡанатландырһын, күңелде, йөрәкте шиғри моң елкендерһен.
* * *
Ир уртаһы еткән мәлдә,
Уйҙар даръяһын кисеп,
Бер нөктәгә текәлдем дә
Ултырам, иҫем китеп.
Ярты ғүмерем үтелгән...
Барлай башланым юлды.
Яҙа баҫҡан саҡтарым да
Булманы түгел, булды.
Үкенеүҙән фәтүә юҡ,
Кире ҡайтмай үткәндәр.
Теләгем ҙур – минең юлдан
Үтмәһендәр бүтәндәр.
...Уйҙар йомғағын һүтәмен,
Ярты ғүмерем үткән.
Олпатлығым ҡаршы ала,
Һағалап мине күптән.
* * *
Мөғжизәләр тыуҙырмайым –
Тылсым эйәһе түгел.
Мин ерҙең бер байғошомон,
Вайымһыҙ, бошмаҫ күңел.
Тәбиғәттең торошо ла
Миңә ҡағылмай һис тә.
Үҙ көйөмә йәшәй бирәм,
Бирелмәй бер ҙә хискә.
Үгеҙ үлһә, ите булыр,
Арба ватылһа – утын.
Ситтәргә лә ҡыҫылмайым,
Ебәреп донъя ҡотон.
Ә, ҡыҫҡаһы, мәйелем, тип,
Донъялыҡты мин ҡосам.
Байғош булып ҡына ҡалам,
Күктәргә һис бер осмам.
* * *
Донъя йөгө бөгөлдөрә
Кешене төрлө яҡҡа.
Нескә генә күңелде лә
Әйләндерә бит ташҡа.
Бәғерҙәр ҙә, гүйә, таш һын,
Елдәргә тора ҡаршы.
Йөрәк һулышты тыңламай,
Әйтерһең, йөҙөк ҡашы.
Әллә бер мәл була торған
Торғонлоҡта мин йөҙәм.
Әллә күңел ҡатҡанлыҡтан,
Билдәһеҙлекте гиҙәм?
* * *
Олпатлыҡҡа башым һалып,
Аяҡ баҫтым иллегә.
Тайҙан төшөп, арыҡ атты
Тура килде егергә.
Тәгәрмәс тә шығыр-шоғор,
Тәртә тәзеһе бушаҡ,
Ҡамыт бауы ла серегән,
Дуға ла тора саҡ-саҡ.
Ҡыҙыҡ ҡына миҙгелдәмен –
Йәшлек-ҡартлыҡ араһы.
Йөрәк йәшлекте көҫәһә,
Һулҡый ҡартлыҡ яраһы.
Әйтһәләр ҙә, ир-егеттең
Ир уртаһы – иллелә.
Ышанмайым. Ҡартлыҡ, яуыз,
Үксәгә баҫып килә!
* * *
Абынамын юлда, һуҡмағында
Тормош тигән оло йыһандың.
Тигеҙ аҙым әллә яһамайым,
Әллә ҡоло ошо замандың...
Киң һикәлтә бер саҡ тарайғандай,
Үр барыуҙан тындар тарыға.
Үрһәләнеп алға ынтылһам да,
Хәлем етмәй ҡанат ҡағырға.
Тигеҙ аҙым бер саҡ яһармынмы,
Менерменме тауҙың үренә?
Етермендәй, Хоҙай насип итһә,
Олпат ҡына ҡартлыҡ түренә...
* * *
Күл өҫтөнә хаттар яҙҙым –
Наҙлы һөйөү юлдарын.
Уҡырға ла өлгөрмәнең,
Юйҙылар тулҡындары.
Ҡар өҫтөнә хаттар яҙҙым –
Хисле ине юлдары.
Уҡырға ла өлгөрмәнең,
Ҡапланы бурандары.
Аҡ томанға хаттар яҙҙым –
Йөрәк һүҙе юлдары.
Уҡырға ла өлгөрмәнең,
Ҡаплағас урмандары.
Ҡайҙа ғына яҙманым мин
Һиңә һөйөү юлдарын...
Уҡыһаң да, яуапларға
Тартмағандыр ҡулдарың.
- Ҡыпсаҡ ХАН