

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм Берҙәм фольклор көнөнә арнап, “Рәсәйҙең мөғжизәле биҙәктәре” тип аталған күргәҙмә асылды. Унда Милли музей фондтарында һаҡланған башҡорт һәм Ырымбур аграр университетының тарих-этнография музейы фондтарынан килтерелгән Рәсәй халыҡтары таҫтамалдарын күрергә мөмкин.
Экспозиция материалдары таҫтамалдарҙы йола атрибуты булараҡ ҡулланыу тураһында һөйләй. Бында милли биҙәктәр һалынған әйберҙәрҙең боронғо өлгөләрен – туҡылған һәм сигелгәндәрен – ҡарарға була.
Ябай ғына тойолған көнкүреш әйбере – таҫтамал таҙалыҡты һаҡлау өсөн генә тотонолмаған, ә халыҡ тормошонда үҙенә күрә айырым урын биләгән, ҡайһы бер йолаларҙы атҡарғанда мөһим атрибут булып торған.
Милли музейҙа аңлатып китеүҙәренсә, Ырымбур аграр университетының тарих-этнография музейы фондтарындағы таҫтамалдар коллекцияһы өлкәнең күп кенә ауыл-ҡалаларынан йыйылған. Улар өләсәйҙәрҙән тороп ҡалған һандыҡтарҙан да, халыҡ оҫталарынан да табылған. Бер өлөшө Воронеж, Рязань, Владимир, Смоленск өлкәләренән, Краснодар крайынан һәм Белоруссиянан килтерелгән.
Экспозиция этнография менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарына ла, ғалим-тикшеренеүселәргә лә ҡыҙыҡлы булыр. Күргәҙмә 14 авгусҡа ҡәҙәр дауам итә. Билеттарҙы “Пушкин картаһы” буйынса ла алырға мөмкин.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА