

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Витебскиҙа үткән “Славян баҙары” XXXI халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә ҡатнаша.
Мәҙәни форумдың девизы – “Сәнғәт аша – тыныслыҡ һәм аңлашыуға!” 2003 йылдан бирле фестивалдә Беларусь – Рәсәй союздаш дәүләте көнө билдәләнә, ул – мәҙәни форумдың айырылғыһыҙ өлөшө.
Бөгөн ҡаланың Йәйге амфитеатрында “Союздаш дәүләт саҡыра...” тигән исем аҫтында гала-концерт үтә. Унда Беларусь менән Рәсәйҙең билдәле артистары, алдынғы коллективтары ҡатнаша. Улар араһында беҙҙең ғәскәровсыларҙың да булыуы оло һөйөнөс, ғорурлыҡ уята. Ансамблебеҙ тамашасыларға башҡорт хореографияһы классикаһы – “Зарифа” бейеүен тәҡдим итә.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА