“Йондоҙҙар”ға ҡарап үҫтек, үрелдек…

“Телевидение минең өсөн сикһеҙ Йыһан булды”

Резеда Шәңгәрәева.Резеда Шәңгәрәева.
Фото:Резеда Шәңгәрәева.

Беҙ, дикторҙарҙы көн дә зәңгәр экрандарҙа күреп, танып, улар кеүек булырға ынтылып үҫтек. Һәр береһен ихлас яраттыҡ, уларға оҡшарға тырыштыҡ, матурлыҡтарына, үҙҙәрен тотоштарына, ҡупшы кейемдәренә, һөйләшеү, аралашыу оҫталығына ысын күңелдән һоҡландыҡ. Был “йондоҙҙар” һаман да күҙ алдында. Башҡортостан телевидениеһы дикторҙары Рәсимә Кәримова, Анна Скворцова, Марат Рафиҡов, Зөһрә Бәхтизина, Нил Дистанов, Валерий Ермоленко, Наилә Ғәләүетдинова, Фәрит Бикбулатов һәм, әлбиттә, Эльвира Сәйфуллина… Уларҙың береһе лә халыҡ һөйөүен еңел генә яуламаны, иләктән иләнеп, байтаҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп, төрлө конкурстарҙы үтеп, ҙур бейеклеккә күтәрелә алды. Дикторҙарҙың тәүге төркөмө билдәлелек, танылыу яғынан республикабыҙҙың иң күренекле шәхестәре менән бер рәттә торҙо. Бөгөн шуларҙың береһе, йәмле июль айында күркәм юбилейын билдәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Телевидение хеҙмәте ветераны” миҙалына, СССР Дәүләт телевидение һәм радио тапшырыуҙар комитетының Почет грамотаһына лайыҡ булған Эльвира Ғәли ҡыҙы СӘЙФУЛЛИНА-ӘСӘҘУЛЛИНАны редакцияға ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

 

– Эльвира Ғәли ҡыҙы, һеҙ һаман да беҙ күреп белгән зифа ла, һылыу ҙа, ихлас та дикторыбыҙ булып ҡалаһығыҙ, ҡартлыҡ һеҙҙе ситтән урап ҡына үтергә уйлай, ахыры… Архангел районының Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бик һирәктәр өлөшөнә төшкән һөнәрҙе һайларға нисек баҙнат итте икән?

– Ҡайҙа ти ул хаҡта хыялланыу! Һигеҙ бала үҫкән оло ғаиләлә миңә “табип булыр” тип өмөт бағланылар. Табип һөнәре булмышыма тап килер ҙә ине, тик икеләнеүемде еңә алманым. Уҡытыусылар курсын тамамлағандан һуң райондарҙың береһенә эшкә тәғәйенләнеләр, тик атайымдың ҡаршы булыуы ниәтемдән ҡайтырға мәжбүр итте. Нисек тә күңелде һүрергә тырышты. Уның ҡарауы, Архангел районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә мине ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар, өс саҡрымда ятҡан Ҡыҙыл Ырғыҙлы мәктәбенә йөрөп уҡыта башланым. 

1967 йылдың ҡышы яҙмышымда ҙур боролош яһаны. Телевизорҙан ҡарағанда яратҡан дикторыбыҙ Рәсимә Кәримованың радиоға диктор эҙләүҙәре, конкурс үткәреләсәге хаҡындағы хәбәрен ишеттем. Клара апайым, минең теләгемде һиҙгәндәй, конкурста ҡатнашырға өгөтләй башланы. Баҡһаң, яҡташыбыҙ диктор Наилә Ғәләүетдинова декрет ялына киткән, уның урынына кеше эҙләйҙәр икән.

– Конкурсты нисек үтә алдығыҙ?

– Тәүге турҙы еңел генә үттем. Жюри ағзалары алдыма “Совет Башҡортостаны” гәзитен һалды. Стәрлетамаҡ содаһы тураһындағы мәҡәләне уҡып күрһәттем. Аҙаҡ “Вьетнам яңғыҙ түгел” тигән шиғырҙы уҡығаным иҫтә. Хафаланыуыма ҡарамаҫтан, тағы ике турҙан һуң 300 кеше араһынан мине радиоға дикторлыҡҡа һайлап алдылар. Бер аҙ эшләгәндән һуң телевидение тапшырыуҙарында ҡатнаша башланым, “Йәйғор” балалар-үҫмерҙәр программаһын алып барҙым. Тапшырыуҙар тура эфирҙа барғас, тулҡынланыу бик көслө, йөрәк шартлап килгәндәй тойола, быуындар ҡалтырай… 

Ниһайәт, минең өсөн иҫтәлекле 1968 йылдың сентябрендә телевидение дикторҙарына конкурс үткәрелде. Фәрит ағай Бикбулатов менән икәүләп конкурста еңеп сыҡтыҡ. Минең өсөн тормоштоң өр-яңы бите башланды. Барыһы ла оҡшай, телевидение кешеләре күңелгә ифрат яҡын, һәр береһе минең өсөн баш осондағы ҡояш кеүек, йылылыҡ та, ихласлыҡ та етерлек. Хатта йәкшәмбелә лә эшкә барғы килә.

– Ул саҡта дикторҙарға ҡарата талапсанлыҡ менән бергә сикләүҙәр ҙә етерлек ине. Телевидение тормошона, программа ҡағиҙәләренә ярашлы йәшәүҙе ҡороу ауыр булманымы?

– Талапсанлыҡ бик юғары булды. Ул тәртипкә лә, үҙеңде тотоуға ла, эшкә лә ҡағыла. Нисек атлап йөрөйһөң, нисек һөйләшәһең – барыһы ла иғтибар үҙәгендә. Эфирға үҙ исемеңдән сыҡмайһың бит, бөтә телевидение эшмәкәрлеген кәүҙәләндерәһең. Мине төп бурыстарымды теүәл үтәүемдән, тапшырыуҙар һәм концерттар алып барыуымдан тыш, программалар төҙөүгә йәлеп итә башланылар. Шулай итеп, икенсе яңы һөнәр үҙләштерҙем, 1972 йылдан сығарылыш бүлеге мөдире итеп тәғәйенләндем.  Ике тапҡыр Мәскәүҙәге квалификацияны камиллаштырыу институтында уҡып, тәжрибәле, күренекле, үҙ эшенең оҫталары менән яҡындан танышып ҡайтыуым файҙаға булды. Ошо хеҙмәттәшлекте эшкә ҡушып, Башҡортостан телевидениеһының тапшырыуҙарын Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләренә, Татарстанға ебәрергә тырыштым.

Был төп эштәрҙән башҡа Үҙәк телевидение аша Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын алып барыу ҙа йөкмәтелде. Красноярск ҡалаһында Себер телестудиялары фестивалендә тура эфирҙа республикаға арналған программаны алып барҙым. 

– Иң сағыу хәтирәләрҙең береһен иҫкә төшөрәйек әле, Эльвира Ғәли ҡыҙы…

– Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта “Көмөш ярым ай” халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашыу минең өсөн көтөлмәгән иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Ошо фестивалдең жюри ағзаһы булып тәғәйенләнеүем ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте. Юлдаштарымдың һәр береһе онотолмаҫ күренекле шәхестәр – “Башҡортостан” ки­ностудияһы директоры В. Кәримов, режиссер Ә. Абдразаҡов, оператор Р. Исхаҡов. Фестивалгә алып барған Малик Яҡшымбәтовтың “Азатлыҡ ҡапҡаһы” нәфис-публицистик һәм Әмир Абдразаҡовтың “Ишмулла” документаль фильмдары яҡшы баһа алды. Ошо фестивалгә арнап, үҙебеҙҙең телевидение өсөн дә фәһемле тапшырыуҙар әҙерләнем.

– Эльвира Ғәли ҡыҙы, сер булмаһа, әйтегеҙ әле, ул дәүерҙәге дикторҙар һәр саҡ ҡупшы кейенеп, матур прическа яһатып экранға сығыу өсөн ҡайҙан мөмкинлек тапты?

– Был маҡсатҡа ике йылға бер тапҡыр аҡса бүленә торғайны, тик бер күлдәк менән 365 көн буйы зәңгәр экранға сығып булмай бит. Образды һәм стилде үҙеңә һайларға тура килә. Миңә Төркмәнстанда йәшәгән апайым мода журналдарын ҡарап, аяҡ кейеме, костюмдар ебәреп торҙо.

Ситтән ҡарағанда, ҡыйыу ҙа, заманса ла булып күренгәнмендер, тик минең йәш саҡтағы баҙнатһыҙлыҡты, артыҡ тыйнаҡлыҡты, оялсанлыҡты белһәгеҙ, аптырар инегеҙ.

– Тормош иптәшегеҙ менән нисек таныштығыҙ?

– 1969 йылды ҡаршылар алдынан “Зәңгәр ут” кисәһенә барҙым. Ҡайтҡанда транспорт көтәм, ике егет мине күҙәтә, русса ғына сирттереп, “математичкамы”, әллә “медичкамы” был һылыу ҡыҙ, тип бәхәсләшәләр. Ҡыҫҡаһы, тормош юлдашы булаһы кешем – Рубин ағайығыҙ өйгә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Хәҙер бына илле йылдан ашыу Рубин Ғәли улы менән бергә донъя көтәбеҙ. Ул да минең профессияның ғәжәп тойолған яҡтарына, Яңы йыл байрамдарын йыш ҡына минһеҙ, зәңгәр экранға ҡарап үткәрергә күнекте. Тормош иптәшемә ҙур рәхмәт. Азамат һәм Булат исемле улдар тәрбиәләп үҫтерҙек. Икеһе лә ғаиләле, үҙҙәре балалар тәрбиәләй. Килендәремдең икеһе лә табип. Эшем нисек кенә ҡатмарлы, үҙенсәлекле булмаһын, балалар минең өсөн һәр ваҡыт беренсе урында торҙо.

Ә телевидение минең өсөн иге-сиге булмаған Йыһанға бәрәбәр ине. Йәш диктор өсөн профессионаллеккә, сағыу тапшырыуҙар алып барыу һәләтенә, иҫтә ҡалырлыҡ шәхестәрҙе асыуға үҙенсәлекле имтихан, тормошомдоң асылы булды.

-   Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас