Бар булмышы – сәхнәлә

Театрға “халыҡ” исемен кире ҡайтарҙы.

Актрисаның шәхси архивынан.Актрисаның шәхси архивынан.
Фото:Актрисаның шәхси архивынан.

Ихласлығы менән балҡып, әйләнә-тирәләгеләргә яҡты нур бөркөп йәшәгән, итәғәтле, ихтирамлы, намыҫлы һәм әҙәпле кешеләр һоҡландыра. Бөтә ғүмерен, күңелен яратҡан эшенә, сәхнәгә, театрға арнаған Розалия Әхмәтйәнова – шундай шәхестәрҙең береһе. Бына 17 йыл инде ул Сәрүәр Сайранова исемендәге Ишембай халыҡ театрына етәкселек итеп килә.

 Ишембай сәхнәһен һәм театрын унан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Тормошсан ролдәрҙе сәхнәгә сығарған, үҙәккә үтерлек спектаклдәре менән халыҡтың һөйөүен яулаған режиссер, моңло тауышы менән дә, утлы күҙ ҡарашы менән дә, мөләйем, ихлас йөҙө менән дә тамашасының күңелен арбаған алып барыусы, ҡабатланмаҫ шәхес ул.

Ер йөҙөндә иң яҡшы драматург­тар­ҙың береһе һаналған Уильям Шекспир “Донъя – ул театр” тип яҙып ҡал­дырған. Ысынлап та, театр – күп яҡ­лы, төрлө жанрлы, әллә күпме ҡат­лам­­лы илаһи, һоҡландырғыс һәм ғәжә­йеп донъя. Ундағы һәр актер, режиссер – ошо ҙур, ылыҡтырғыс ғаләм­дең айырыл­ғыһыҙ бер өлөшө. Ролде күңе­ле аша үткәреп, образды еренә ет­ке­реп уйнау актерҙан торһа, шул рол­гә йән өрөү, образды асыу, ғөмүмән, та­ма­шаны, спектаклде бар яҡтан да ту­лы һәм сифатлы итеп сығарыу, буш сәх­­нәгә яҡтылыҡ, ҡот өрөү режиссерҙан тора.

Розалия Әхмәт ҡыҙы Ишембай районының Үрге Әрмет ауылында Роза ме­нән Әхмәт Зәйнуллиндарҙың ғаилә­һендә донъяға килә. Бишектән үк атаһының гармун көйҙәрен, йыр-моңға ғашиҡ әсәһенең матур тауышын тыңлап үҫкән ҡыҙ бала оло тормош юлына аяҡ баҫҡас тап сәнғәт юлын һайлай. Мәҙәниәт техникумының театр коллективы режиссеры факультетын тамам­лағас, йәш режиссер тыуған ауылының мәҙәниәт йортона художество етәксеһе вазифаһына эшкә ҡайта. Ошонан алып Розалия Әхмәтйәнованың бар булмышы – сәхнәлә.

Бер аҙ тәжрибә туплаған режиссер 2005 йылда Ишембай мәҙәниәт һарайына саҡырылып, бер нисә йылға эштән туҡтап ҡалған театрға етәкселек итә башлай. Ул ғына түгел, ҡалала уҙғарылған бихисап мәҙәни сараларҙың режиссеры һәм алып барыусыһы була. Яңы режиссер менән районыбыҙҙың абруйлы театры ла яңы һулыш ала, сәхнәгә ғашиҡ талантлы актерҙар менән тулылана. Бер-бер артлы Н. Асанбаев­тың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы, Н. Ғәйетбаевтың “Әстәғәфирулла”, “Яусы Йыһан йәки Нисек кейәүгә сығырға?” комедиялары, Т. Миңнуллиндың “Әсәй­ҙәр һәм бәпәйҙәр” мелодрамаһы, “Ауыл эте Аҡбай” драмаһы, Р. Ураҡсина эшкәртеүендәге “Йомро-йомро йо­мға­ғым” әкиәте, Ә. Мортазиндың “Ләй­сән” мелодрамаһы, М. Багаевтың “Ауаз бирә сал тарих” монопьесаһы, “Йөрәк­тән – йөрәккә”, “Һөйөү тупрағы”, “Тормош бит ул – үҙе мөғжизә” исемле театрлаштырылған тамашалар ҡуйыла.

2011 йылда Розалия Әхмәт ҡыҙы етәкселек иткән Ишембай театрына уға нигеҙ һалған шәхес – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәрүәр Сайранова исеме бирелә. Ә 2012 йылда мәҙәниәт учреждениеһы “Алтын тирмә” республика театрҙар фестивалендә Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” мелодрамаһын ҡуйып, тәжрибәле жюри ағзалары тарафынан лайыҡлы баһала­на һәм күп йылдар элек юғалған “ха­лыҡ” исемен ҡайтанан яҡлай. Ошонан алып өс йыл һайын был абруйлы исемде раҫлап тора, талантлы актерҙарға бай булғанын, юғары кимәлен иҫбат­лай. Шуны ла әйтергә кәрәк: Розалия Әхмәт ҡыҙы, актерҙарына тейешле иғтибар биреп, бар мөмкин­лектәрен һәм һәләттәрен аса, уларҙы сәхнәне тойомларға, образдарҙы һиҙемләргә өйрәтә. Бар белеме менән уртаҡлашып, һәр береһенең шәхес булараҡ та, актер булараҡ та үҫешеүенә ҙур булышлыҡ ҡыла. Тап шуның өсөн С. Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театрында шөғөлләнеүселәр араһында етәксе­ләренең юлын һайлап, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инеүселәр ҙә бар.

Абруйлы режиссерҙың уңыштары нигеҙендә, әлбиттә, ғаиләһенең этәргес көсө ята. Ире Раил Әхмәтйәновтың бөтә яҡтан да ярҙамын тойоу Розалияға бар эштәрендә көс-ҡеүәт бирә, ә һөйөклө улдары Азамат менән Динисламдың уңыштарын күреү илһам ҡанаттары ҡуя.

Ата-әсәһенең, ағаһы Азаматтың шатлығы, ҡыуанысы булып, Әхмәтйә­новтарҙың ғаиләһендә икенсе улдары Динислам донъяға килгәс, Розалия Әхмәт ҡыҙы бер аҙға эштән туҡтап ҡала. Декрет ялынан һуң йәнә театрға әйләнеп ҡайта һәм яңы көс, һулыш менән халыҡ күңелен арбаған тамашалар, спектаклдәр әҙерләй башлай. Яҡташыбыҙ Мөҙәрис Багаев ижад иткән “Ауаз бирә сал тарих” монопьесаһына тотона һәм тарихи драманың премье­раһы менән Ишембай тамашасыһын тағы ла таң ҡалдыра. Был спектакль күптәрҙең йөрәгенә үтеп инә, халыҡ һорауы буйынса сәхнәгә бер нисә тапҡыр сығарыла.

Ишембай башҡорт халыҡ театры үҫештән туҡтамай, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Был турала күп төрлө рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүе асыҡ һөйләй. Төрлө кимәлдәге конкурс һәм фестивалдәрҙең әүҙем ҡатнашыусыһы ла, юғары дәрәжәле лауреаты ла, еңеүсеһе лә театрыбыҙ. Һуңғы уңышта­рының береһен генә әйтеп китәйек: Ишембайҙың башҡорт халыҡ театры Белорет ҡалаһында уҙғарылған “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә районыбыҙҙың данын яҡлап, М. Багаевтың “Ауаз бирә сал тарих” спектакле менән уңышлы сығыш яһаны һәм II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Белорет тамашасыһын да башҡорт иленең тарихына алып инде, үткәндәргә байҡау яһаны, милләт өсөн ғорурланыу хисе тыуҙырҙы. Ә фестивалдең мәртәбәле жюри ағзала­рының аяҡ өҫтө баҫып, актерҙарҙы һәм режиссерҙы оҙаҡ алҡышлауы спектаклдең кимәле юғары булыуын иҫбат итте.

Рәүеф ШАҺИЕВ

Ишембай ҡалаһы.

Читайте нас