

Бөгөн танылған йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова тыуған көнөн билдәләй.
Йырсы сираттағы ғүмер байрамын күтәренке кәйефтә ҡаршылауы, уны ғаиләһе менән билдәләүе тураһында хәбәр итте.
“Иң иҫтә ҡалған тыуған көндәремде береһе – Сибай дәүләт филармонияһы менән Францияла гастроль ваҡытында билдәләгән 20 йәшем булғандыр. Шулай уҡ бала саҡтағы бер байрамым ныҡ иҫтә ҡалған: әсәйемдән һорамайынса әхирәттәремде ҡунаҡҡа саҡырғас, ҡәҙерле кешем йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Һуңынан “Ҡунаҡ саҡырырға уйлаһаң, башта миңә әйт” тип иҫкәртте”, - тип күңел түрендәге матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Лилиә.
Яратҡан йырсыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Фото: sibtok.com