

Тыуған яғым Учалы районы, уның арҙаҡлы шәхестәре, данлы хеҙмәт юлы үткән ябай эшселәре, уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, замандаштарыбыҙ хаҡында тиҫтәләгән китап, 20-ләгән очерк, ижади портреттар яҙған автор булараҡ, һүҙем бер ҙур әһәмиәткә эйә булырлыҡ тарихи-документаль китап хаҡында ине.
Ул “Ауылым тарихы – халҡым яҙмышы” тигән исем менән аталған. Автор-төҙөүселәре – хеҙмәт ветерандары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Бохарбаева, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Зәйтүнә Шаһиева, ябай ауыл эшсеһе Мәүлиҙә Ҡунысбаева. Улар өсөһө лә Баймаҡ районының Ишмырҙа (Йүкә) ауылында тыуып үҫкән.
Ишмырҙа ауылының 170 йыллығына арналған был оло хеҙмәттә уның халҡы тураһында һүҙ бара. Тураһын әйтәм, бындай энциклопедик баҫманы, республика, район ауылдары хаҡында бының ише тарихи хеҙмәтте беренсе тапҡыр күрәм. Ниһайәт, бына ныҡыш, улай ғына ла түгел, ҡара тырыш, ауылдың янып торған ысын патриоттарын, ауылдаштарын хөрмәт иткән автор-төҙөүселәрҙең гөлләмәһе – Зәйтүнә, Менәүәрә, Мәүлиҙә ханымдарҙың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте – оло хәтер китабы донъя күрҙе.
Был энциклопедияға тиң хеҙмәт мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, киң ҡатлам уҡыусыларының, һәр ғаиләнең үҙ хәтерен, шәжәрәһен белеү, аңлау, үҫтереү өсөн өҫтәл китабына әйләнәсәгенә шигем юҡ. Китапта быуаттан-быуатҡа килгән милли традициялар, әхлаҡи-этник күсәгилешлек, үҫеш, рухи байлыҡ, этно-мәҙәни юғарылыҡ, хеҙмәт эстафетаһы ошо Ишмырҙа ауылы миҫалында, уның халҡы яҙмышында шул тиклем бай, төплө сағылдырылған, хатта уны уҡып сыҡҡандан һуң, әйтерһең, һин дә тарих төпкөлөнән улар менән бергә көн күргәнһең, яҙмыштарын бергә уртаҡлашҡанһың кеүек тойғолар күңел түрендә уйылып ҡала. Был китаптағы ҡайһы бер эпизодтарҙы, хәтирәләрҙе уҡығанда күҙҙән йәш тәгәрәй. Берсә халыҡтың ул дәүерҙәге әсе яҙмышына тетрәнәһең, берсә ҡоростай сыҙамлылығына хайран ҡалаһың.
30-сы йылдар, һуғыш осоро, унан һуңғы ауыр тормош упҡынына ташланған Ишмырҙа ауылы халҡы йөҙөндә бөтә ил яҙмышы сағыла. Һәм китапта рухи күтәренкелек менән “Беҙ хеҙмәтсән ауыл халҡы, илебеҙ, районыбыҙ, ауылыбыҙ, ғаиләбеҙ һәм дә туғандарыбыҙҙың бәхете өсөн берҙәм, татыу булып эшләгән, йәшәгән өсөн, исемебеҙгә тап төшөрмәнек” тигән идея үткәрелә. Әйтергә кәрәк, тормошта ошо идея ауыл халҡының балаларына, йәштәргә, килер быуынға еткерергә теләгән оран-васыятнамәһе кеүек. Ниндәй көслө китап был!
Ҡыҫҡаһы, ул, республика ауылдары араһындағы иң беренсе үҙенсәлекле хеҙмәт булараҡ, оло баһаға лайыҡ. Был – дөйөм рухи байлыҡ. Ташҡа баҫылған мәңгелек.
Рәүеф ШАҺИЕВ
Учалы районы.