Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә...

redwall.ruredwall.ru
Фото:redwall.ru

Стәрлетамаҡ ҡалаhының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбендә үткән “Йөрәк һүҙе. Стәрлетамаҡ” шиғриәт бәйгеһе тураһында һүҙем. Был конкурсты үткәреү идеяһын ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары тәҡдим иткәйне. Әйтелгәнде Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, уның мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, 23-сө мәктәп дәррәү күтәреп алды.

Һайлап алыу турына йөрәк һүҙен әйтергә олоһо ла, кесеһе лә ашыҡты. 50-ләп конкурсантты Стәрлетамаҡ драма театрынан актриса Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, әҙәби-художество бүлеге етәксеһе Гөлдәр Собханғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова, филология фәндәре кандидаттары Миләүшә Арыҫланова менән Гөлнара Басирова, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Илнур Дилмө­хәмәтов, З. Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина, мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Гүзәл Шәмиғолова, “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе Гөлкәй Ҡыуатова баһаланы. Стәрлетамаҡтар уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, студенттарҙы һәм башҡа төрлө һөнәр эйәләрен борсоған йөрәк һүҙҙәрен ишетте.

Ярышта ҡатнашыусылар ике йәш категорияһы буйынса баһаланды. Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты Алтынай Сәғитова менән А. Инан исемендәге китапхана хеҙмәткәре Гүзәл Ишбулдина беренсе урынға лайыҡ булды.

Сараға баш ҡаланан да мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылғайны. Улар конкурсҡа юғары баһа бирҙе. Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова 23-сө мәктәп директоры Оксана Самойловаға һәм коллективҡа милли рухты күтәреүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрамдың йомғаҡлау өлөшөнә проект авторы Наилә Сәфәрғолованың килеүе айырыуса йәнлелек өҫтәне. Ул сәхнәгә күтәрелеп, проект тыуыу тарихын әҫәрләнеп һөйләне, йөрәк һүҙҙәренең ваҡытында әйтелеүе зарурлығын билдәләне. Тамаша аҙағында Наилә Әбделхай ҡыҙы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Ниндәй тамаша йыр-моң, бейеүһеҙ булһын? Бында ла ойоштороусылар сараны сәхнәләштерелгән сығыштар менән биҙәне. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Стәрлетамаҡтар “әйтәһе йөрәк һүҙҙәребеҙ күп әле, сара һуңғыһы булмаҫ” тигән өмөт менән таралышты.

Венера ВӘХИТОВА

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас