

Мәләүез ҡалаһындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана 2014 йылдан бирле данлыҡлы сәсәнебеҙ тыуған изге төйәк менән бәйләнеш тота. Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Ырымбур өлкәһе Үрге Ильяста (икенсе атамаһы – Тәңес) Ҡара табын башҡорттары йәшәй.
Ауыл Өс ҡайын йылғаһы буйында ултыра. Мөхәмәтша Буранғоловҡа таҡтаташ Мәләүез китапханаһы бинаһын биҙәй, сөнки сәсән оҙаҡ йылдар ошо ҡалала йәшәгән, ижад иткән. Тыуған ауылында ла Рафиҡ Кучаев тарафынан уға мемориаль комплекс булдырылған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнгән Рафиҡ Абдрафиҡ улы Үрге Ильястағы “Ялҡын” фольклор ансамбленә етәкселек итә.
Ауыл клубы ул көндә Мәләүездең һәүәҫкәр артистарының сағыу тамашаһынан гөрләп торҙо. Мәләүез ҡалаһындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ сығыш яһаны, моңло итеп йырлап та алды. Мәләүездәге “Аманат” фольклор вокаль-инструменталь ансамбль ағзаһы, үҙешмәкәр композитор, шағир Фәнил Яманаев үҙе яҙған йырҙарҙы башҡарҙы, Салауат Иҫәнғолов баянда һыҙҙырып уйнаны, концертҡа килгән халыҡты ихлас бейетте. Нөгөш урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Алина Ғәбдрәшитова “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе.
Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ауылында ойошторолған күркәм сара “Библиоһуҡмаҡ: хәтер һуҡмаҡтары” республика китапханалары проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барҙы. Ырымбур менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ күперҙәре өҫтөндә нурлы йәйғор балҡытҡан йәмле осрашыу Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына матур биҙәк өҫтәне.
Мәләүездәге дуҫтарыбыҙ "Башҡортостан" гәзитен артабан да алдырасаҡтары хаҡында әйтте, үҙ-ара бәйләнеште нығытыу юлдарын тәҡдим итте.
Автор фотолары.