Һамар ҡалаһында ҡурай моңо яңғыраған

Оркестрға ҡушылып ҡурай уйнаған егетте кем таный?

Һамар ҡалаһында ҡурай моңо яңғырағанҺамар ҡалаһында ҡурай моңо яңғыраған
Һамар ҡалаһында ҡурай моңо яңғыраған

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙә Һамар ҡалаһындағы Офицерҙар йорто алдында оркестрға ҡушылып ҡурай уйнаған башҡорт егете хаҡындағы видеяҙма күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Оркестр менән ҡурай моңо илаһи бер сихри тамашаны хасил итте. Һамар ҡалаһында йәшәүселәр өсөн башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ятыраҡ, әммә унан урғылған моң барыһын да һоҡландырған.

Кем һин, ҡурайсы егет? Бөрйән районынан тип яҙыусылар ҙа бар. Бәлки, үҙең беҙҙең менән бәйләнешкә сығырһың... Тауыш бир, ҡурайсы...

Видеяҙма Һамар ҡалаһы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас