Моң китаптар араһында ла йәшәй...

Илеш районының Үҙәк китапханаһында төрлө быуын кешеләрен осратырға була: бында каникулдағы мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа, урта йәштәге китап һөйөүселәр ҙә, хаҡлы ялда булғандар ҙа юлды һыуытмай. Берәү кәштәләр араһынан күптән уҡырға теләгән китабын эҙләһә, икенсеһе гәзит-журналдар тупланмаһы аша яңылыҡтар менән таныша, ә өсөнсөһө китапханасыларҙан тиҙҙән үтәсәк сара тураһында һораша.

Китапхананың тоғро дуҫтары араһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Руфина Мифтахова ла бар. “Бында даими рәүештә йөрөйөм – айырыуса музыка, һынлы сәнғәт буйынса китаптарҙы яратып уҡыйым, һөнәрем өсөн файҙалы һәр яңылыҡ менән танышып барам. Эйе, нисек кенә сәйер тойолмаһын, әммә музыканттарға ла китапхана бик кәрәк. Тап ошонда кешелек меңәр йылдар дауамында туплаған ғилем һаҡлана бит”, – ти ул.

Хәҙер инде 30 йылдан ашыу сәнғәт мәктәбендә балаларға фортепиано серҙәренә төшөндөрөүсе Руфина Фәнис ҡыҙы матбуғат баҫмалары менән дә дуҫ – “Башҡортостан” гәзитенең, “Башҡортостан ҡыҙы”, ”Толпар” журналдарының һәр һанын көтөп ала.  Уның фекеренсә, һуңғы йылдарҙа китапханаларҙың эшмәкәрлеге күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрә – уҡыусылар өсөн көндән-көн заманса мөмкинлектәр тыуҙырыла. Шуға ла китап һөйөүселәр ҙур теләк менән йөрөй һәм һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Тимәк, халыҡтың был рухи усаҡтан өҙөлмәйәсәгенә ышаныс ҙур.

- Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Илеш районы

Читайте нас