Әҫәрҙәре йәшәйешкә дан йырлай

Шағирҙың ауылында шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙҙы.

М. Юлмөхәмәтованың шәхси арихивынан.М. Юлмөхәмәтованың шәхси арихивынан.
Фото:М. Юлмөхәмәтованың шәхси арихивынан.

Амангилде ауылында райондың шиғыр һөйләүселәре араһында “Тыуған еренә дан йырлаусы” конкурсы уҙғарылды. Сара яҡташыбыҙ, талантлы шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның тыуыуына 80 йыл тулыуға, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналды.

Конкурсҡа килгән һәр кем шиғырҙарҙы ихлас күңелдән һөйләне, сөнки шағирҙың әҫәрҙәренең һәр береһенә оптимистик рух хас, һәр береһе йәшәүгә дан йырлай. Тормошто һөйгән яҡташыбыҙҙың ижады башлыса тыуған төйәккә, республи­ка­быҙға сикһеҙ мөхәббәт менән һуғарылған.

Матур сара шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән бергә үрелеп барҙы. Халыҡ араһында билдәлелек яулаған, бөгөн дә яратып йырланғандары бихисап. Ошо йырҙарҙы Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Садиҡ Шаһыбалов һәм Амангилде урта мәктәбе уҡыусылары башҡарыуында тыңлап, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренең дәртле бейеүҙәрен ҡарап, илһам, рухи көс алып ҡайтты тамашаға килеүселәр.  

Конкурстың төп бүләге – Гран-приға Хәмит ауылынан шағирә Илсиә Ҡасимова лайыҡ булды. Арҙаҡлы әҙиптең ҡатыны Лүзә Сәхип ҡыҙы уға үҙенең махсус бүләген тапшырҙы. Беренсе дәрәжә диплом “Красная Башкирия” ҡасабаһынан Зөлхизә Әхмәтшина менән Асҡарҙан Сулпан Әҡсәноваға тапшырылды. Гөлнара Нурғәлиева, Айгөл Мөхәмәтшина, Мәликә Вәлиева, Хәснә Мусина, Файза Мирхәйҙәрова икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы.

Төрлө номинацияла билдәләнеүселәр ҙә булды. Урал ауылынан килгән ХI класты тамамлаған Арсен Яуынбаев, шағирҙың “Аҡ ҡар яуа” исемле шиғырын һөйләп, “Тамашасы һөйөү”енә лайыҡ булды.

Кисәлә Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош юлдашы Лүзә Әхмәтҡужина шағир тураһында иҫтәлектәрен уртаҡлашты, китап уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, ҡайһы бер хәл-ваҡиға, күренештәргә асыҡлыҡ индерҙе.

Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғырҙарында беҙ йәшәгән донъя, үҙ-ара мө­нәсәбәттәр, изгелек һәм яуызлыҡ сағылыш таба. Шағир үҙе йәшәгән тормошто тәбиғи һутында мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй белгән. Ябай ғына ваҡиғаларҙан, мөнәсәбәттәрҙән ул бына тигән образдар тыуҙырған. Шағирҙың был ынтылыш-тойғоларын бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө музыка ҡо­ралдарын файҙаланып та бирергә тырышты. Был йәнле аралашыу кү­ңелдәрҙә яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Кисәлә иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.

 

- Зөһрә КАШАПОВА

Әбйәлил районы

Читайте нас