

Күренекле ҡәләм оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың исеме республикабыҙҙа әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул бөтә Союз кимәлендә билдәле авторҙарҙың береһе ине, һуғыш хаҡында яҙған Рәсәй әҙиптәре араһында ул иң көслөләрҙән һаналды.
Әҫәрҙәре Мәскәүҙә рус телендә, Германияла, Польшала, Чехословакияла, Ҡытайҙа, Америкала, Һиндостанда, Үзбәкстанда, Белоруссияла, Болгарияла һәм башҡа илдәрҙә донъя күрҙе. Уның ижады хаҡында күренекле рус әҙиптәре В. Астафьев, В.Быков, В. Кондратьев оло ихтирам менән телгә алды, юғары баһа бирҙе.
Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылда Учалы районы Ураҙ ауылында приказчик (һатыусы) ғаиләһендә донъяға килә. Йәшләй генә етем ҡалып, өләсәһе ҡарамағында үҫә. Ата-әсәһе ул әле мәктәптә уҡығанда уҡ туберкулездан вафат була. Етенсе класты тамамлағас, 15 йәшендә тыуған ауылынан Ташкентҡа тип сығып китеп, Магнитогорск ҡалаһына барып эләгә. Унда күпмелер йөрөгәс кенә, Ташкентҡа юллана. “Ташкент – икмәкле ҡала” тип ишетеп ҡалған була ул, әммә унда бер кемде лә аҡ ҡалас тотоп ҡаршыламайҙар.
Һуңынан Белорет ҡалаһына килә, тыуған йылын ике йәшкә өлкәнәйтеп, ФЗО-ға уҡырға инә, паспорт ала. Күпмелер ваҡыт Белорет металлургия заводында эшләй. 1943 йылда, 18 йәшендә хәрби хеҙмәткә алына, рядовой була. Ленинград эргәһендәге, Карел ҡултығындағы һуғыштарҙа ҡатнашып яралана. Еңеүҙе Германияла ҡаршылай. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. 1948 йылда демобилизацияланып ҡайтҡас, 1950 йылға тиклем Кавказ яҡтарында туннель, ГЭС төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан һуң Мәскәү ҡалаһында арматура заводында оҙаҡ йылдар фрезлаусы булып эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала. 1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын ситтән тороп тамамлай.
Үҙәк “Роман-газета”, “Знамя”, “Наш современник”, “Октябрь”, “Новый мир” гәзит-журналдарында хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. 50-се йылдарҙан алып Мәскәүҙә йәшәһә лә, тыуған яҡтарына, Башҡортостанға ҡайтып йөрөй. Яҡташтары менән бәйләнеште өҙмәй, тыуған ерҙән илһам алып ижад итә. Ураҙ тәбиғәте, тау-һыуҙары, ялан-туғайҙары, ауылдың ғөрөф-ғәҙәттәре, ысынбарлыҡтағы шәхестәре күп әҫәрҙәрендә сағылыш таба.
Әҙип үҙенең ижадында һуғыш, яу осорондағы яҙмыштар, ғаилә тәрбиәһе, туған телдә уҡыу-уҡытыу кеүек мөһим һәм бөгөн дә көнүҙәк булған проблемаларҙы күтәрә. Бигерәк тә ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләүҙә сағылдырылған әсә образдары иғтибарға лайыҡ. Балаһын ҡотҡарыр өсөн әллә күпме саҡрым юлды вагон тотҡаһына йәбешеп үткән Сафия (“Әсә һәм бала”), эскесе улы өсөн һыуға төшөп, үҙен ҡорбан иткән Зәйнәп (“Һыуға батҡан кеше”), үлем түшәгендәге улын халыҡ дауаһы ярҙамында аяҡҡа баҫтырған әсә (“Мәтрүшкә еҫе”) образдары миҫал булып тора. Һуғыш осоронда тылда батырлыҡ күрһәткән ауылдаштар хаҡында уҡығанда күңел тетрәнә, йөрәк һыҙлай, күҙҙәргә йәш эркелә (“Ҡара баҫыу”, “Кисеү”).
Ауылыбыҙҙың тарихы, топонимикаһы уның ижадында төплө сағылыш тапҡан. Мышағыр, Айынташ, Өсҡолон тауҙары, төрлө йәйләүҙәр, йылға-күлдәр үҙ атамалары менән индерелгән. Энциклопедик характерҙағыларын өйрәнеп, уҡыусы балалар фәнни-эҙләнеү эштәре башҡара, рефераттар яҙа. Китап уҡыусылар конференциялары, Талха Ғиниәтуллин уҡыуҙары үткәрелә.
Яҙыусы рус телендә ижад итте. “Русса яҙһам да, башҡорт яҙыусыһымын”, – тип әйтә ине үҙе. Ә башҡорт телендә әҫәрҙәре үткән быуаттың 70-се йылдарында ғына донъя күрҙе. Бер нисә хикәйәһен Рәшит Солтангәрәев менән Фәрит Иҫәнғолов туған телебеҙгә ауҙарғайны. 1990 йылдарҙа тәржемәләү эшенә яҙыусы Әмир Әминев ныҡлап тотондо. Һәм 1994 йылда “Тыуған тупһа янында”, 1997 йылда “Тау артында ниҙәр бар?”, 2007 йылда “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” китаптары баҫылып сыҡты. Башҡортостандың “Китап” нәшриәтендә 2015 – 2016 йылдарҙа рус телендә биш томлыҡ һайланма әҫәрҙәренең ике томы донъя күрҙе. Киләсәктә ҡалғандары ла, башҡорт телендәге китаптары ла ҡайтанан баҫылыр, тигән өмөттәбеҙ. Әҙиптең ҡайһы бер әҫәрҙәре 5-се, 8-се кластарҙың уҡыу дәреслектәренә индерелгән.
Талха Йомабай улы төрлө яҡлап талантлы шәхес ине. Картиналар яҙыу менән дә шөғөлләнде. Унан кинәнес табып, яҡындары менән уртаҡлашты, бүләк итте. “Март”, “Кәбәндәр” тигәндәре хәҙерге көндә Ураҙ лицейы ҡарамағындағы халыҡ музейында һаҡлана. Шунда уҡ әҙипкә арнап айырым мөйөш тә булдырылған. Яҙыусының исемен мәңгеләштереү маҡсатында лицейға 2021 йылдың 29 апрелендә Талха Ғиниәтуллин исеме бирелде. Ураҙ ауылының бер яңы урамы ла уның исемен йөрөтә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яғым мәҙәниәте” – “Бәләкәй ҡалалар театры” федераль проектына ярашлы, драматург Наил Ғәйетбай Т. Ғиниәтуллиндың “Тау артында ниҙәр бар?” әҫәре буйынса пьеса яҙҙы. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры уны сәхнәгә сығарҙы.
Талантлы әҙип Талха Йомабай улы ижадына иғтибар киләсәктә лә кәмемәҫ, киреһенсә, артыр, тип өмөтләнге килә. Ураҙ ауылындағы йортон уҡыусы балалар, ауыл кешеләре тәрбиәләп тора. Мәшһүр яҙыусы халҡы күңелендә йәшәй.
- Фәриҙә СИТДИҠОВА
Учалы районы,
Ураҙ ауылы