

Ғәлим үҙенең ҡасандан бирле һәм күпме ятҡанын күптән онотто. Ара-тирә аңы асылып, мейеһе көн һымаҡ аяҙытҡанда, элеккеләрҙе иҫенә төшөрә. Аһ, улар шундай итеп эшләне бит! Бар белгәндәре хеҙмәт булды. Ана, уның комбайндары, дәррәү ҡуҙғалып, баҫыуға сығып китте. Ырҙын табағы тулып иген тауҙары ята. Ҡайҙа ул хәҙерге һымаҡ ер ҡыртышын ғына йыртып йөрөү. Шартына килтереп һөрәләр, дым ҡаплаталар. Колхоздың байлығына иҫең китерлек. Һыйыр малы ғына 4-5 меңдән ашыу ине шикелле. Ярата ине үҙен колхозсылар. “Ғәлим Хәсән улы, Ғәлим Хәсән улы!” тип кенә торҙолар. Элек хужалыҡ эргәләге “Интернациональ” колхозы менән бергә ине. Данды ла, малды ла бүлешә алманылар. Райкомға икеһен ике башҡа сығарырға тура килде. Бәләнең башы ошо айырылышыуҙа ятмаймы икән? Колхоз нимә генә инде. Ана, ил тарҡалды...
Була бит шундай кешеләр. Улар менән табып та, уртаҡлашып та булмай. Мазһар Миңйәрович Ғәлекәев әйтә:
– Ғәлим Хәсән улы, һеҙҙең менән бергә эшләгәндә мин үҙемде бик көслө кешенең ҡосағында һымаҡ тоям. Эйе-эйе, һеҙҙең ҡосаҡ ныҡ һәм йылы. Шунда харап булмаҫ өсөн, әйҙә иҫән-һау саҡта “Интер”ҙы икегә бүләйек.
Райкомда был икәүҙең һуңғы сиккә еткәненә төшөндөләр һәм, бәләһенән баш-аяҡ тип, айырырға ҡарар иттеләр. “Интер” үҙенең “Интер”ы менән ояһында ҡалды, Әхиәрҙәр яңы колхоз ойошторорға булды.
60-сы йылдар башы. Хрущевтың, ниһайәт, Сталин дәүеренән һуң бар кәмһенеүҙәре өсөн ҡон ҡайтарған сағы. Иң ҡеүәтле империя бер төптән тороп коммунизм төҙөй, берләшә һәм яҡты киләсәккә атлай. Ә бында миллионер колхозды икегә бүлделәр ҙә исем таба алмай ултыралар. Дилбегәне, һәр ваҡыттағыса, беренсе секретарь Ғилман Хәйруллович Сәйетов үҙ ҡулына алды.
– Мәскәүҙә лә хупларҙар, әйҙәгеҙ, иптәштәр, яңы тыуған хужалыҡты “К коммунизму” тип атайыҡ.
Шундай итеп әйтте. Штатта торған сәпәкәйселәр була бит, шулар һикереп тороп, ҡулдарын алға һоноп, алҡышлай башлауға, башҡалар ҙа торорға мәжбүр булды һәм коммунизмға булған ынтылышты оҙайлы “ур-ра”лар менән раҫлап ҡуйҙы.
– Беҙ хәҙер үҙебеҙҙең барлыҡ көсөбөҙҙө биреп, беренсе секретарыбыҙ Никита Сергеевич Хрущевтың һәм партияның ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн коммунизм төҙөүселәр сафына баҫтыҡ, – тине Сәйетов. Хатта күҙҙәре йәшләнде, өндәшмәй генә ап-аҡ ҡулъяулығын сығарып, йәтеш кенә итеп күҙҙәрен һөрттө. – Әгәр кемдер, колхозға “Коммунизмға” тигән исем ҡуштыҡ та иртәгә беҙҙә хөрриәт була, тип уйлай икән, тәрән һәм үкенесле хаталана. Коммунизм төҙөр өсөн әле эшләргә лә эшләргә кәрәк, ләкин тотонғанбыҙ икән, беҙ уны төҙөйәсәкбеҙ. Төҙөмәй башҡа сарабыҙ юҡ. Әгәр кемдер, миңә коммунизм кәрәкмәй, барыбер мин бар саҡта төҙөп өлгөрмәйҙәр, кем өсөндөр тир түгеп эшләп йөрөмәйем, тип әйтһә, тәрән яңылыша. Беҙ үлгәндә лә коммунизмды үҙебеҙ менән алып китмәйбеҙ. Ул ошонда йәшәгән кешеләргә, балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә тороп ҡалыр һәм улар, йылдар аша тарихҡа мөрәжәғәт итеп, беҙҙе иҫкә төшөрөр, иртәнән алып кискә тиклем рәхмәт уҡыр. Ә бындай рәхмәтте ишетер өсөн ваҡытыңды ғына түгел, ғүмереңде биреү ҙә артыҡ булмаҫ. Алға, иптәштәр! Коммунизмдың яҡты иртәгәһенә!
Ғәлим ҡарт оҙайлы алҡыштарға бер аҙ иҙрәп торҙо ла күҙҙәрен асты һәм тирә-яғына ҡараны. Ниндәй кешеләр, алҡыштар булһын инде. Район дауаханаһының икенсе ҡатындағы мөйөштәге палатала ни үле, ни тере түгел ята. Хәйер, ята тип әйтеү ҙә бик дөрөҫ булмаҫ. Ятмай, үҙенең һуңғы сәғәте һуҡҡанын түҙемле генә көтә. Ә ул, теге салғы тотҡан әбей, килмәй ҙә килмәй. Әллә Ғәлим Хәсән улы һымаҡ хужалыҡ рәйесе булғанын, уның ошонда ғүмер буйы эшләгәнен, уртаһына даһи Лениндың аҡ алтындан ҡойолған һыны төшөрөлгән орден кавалерының барлығын оноттомо икән? Күпме бында ятырға мөмкин?
Икегә бүлеп үҙаллылыҡ биргәс, хужалыҡтар китте үҫеп, хатта беренсе секретарь үҙе бер нисә мәртәбә килеп сыҡты. Ике хужалыҡтың һыйырҙарын һанатты, быҙауҙарының иҫәбен алды. Өфөгә бер барғанында ундағы беренсе секретарға ошо хаҡта хәбәр итте. Юҡ ваҡытын бар итеп, уныһы килеп етте. Коммунизмдың тарихы шулай төҙөлдө.
Ә йәйге ял ваҡытында ҡаланан ейән-ейәнсәрҙәре ҡайта. Көноҙоно Егән буйында балыҡ тоталар. Унда һыу инеп туйһалар, Һәләүеккә күсәләр. Барыһын бер машинаға тейәп, Ғәлим Хәсән улы хатта Ағиҙелгә алып барҙы ейәндәрен. Жора, Ҡафтау аръяғынан килгән егет, бригадаһы менән яңы һыйыр ҡураһы төҙөй ине. Шул шашлыҡ бешерә, малайҙарҙы кәмәлә йөҙҙөрә һәм тегеләр менән һин дә мин һөйләшә. Ғәлимдең ейән-ейәнсәрҙәре русса өндәшһә, был хәйләкәр Ҡафтау егете аңламамыш, яуап итеп үҙҙәренә башҡортса һөйләй.
– Һеҙ нимә әйткән? – ти ул һәм, хуплау көҫәп, Ғәлимгә ҡарай.
Тәүҙә Ғәлим оҡшатманы быныһын, өндәшмәне, аҙаҡ түҙмәне:
– Килеүеңә, хәтерем алдамаһа, 10 – 12 йыл, ә башҡортса һөйләшергә ҡайҙан өйрәндең? – тине ул.
– Һин өйрәттең, – ти Жора, – һинән өйрәндем, Ғәлим ағай.
Ғәлим аптыраны. Егетте төҙөп кенә йөрөй тиһә, ул шыпа һөйләшергә өйрәнеп йөрөй икән. Ә Ғәлимдең ейән-ейәнсәрҙәре ни өсөн башҡортса белмәй? Хатта асыуланып әйтеп ҡуйҙы:
– Башҡортса өйрәнегеҙ, башҡортса белегеҙ, – тине ул. Ә тегеләр нимә тиһен, өндәшмәй. Бер-береһенә ҡараша ла йылмайып ҡуя.
– Ә, Жора иптәш, һиңә башҡорт теле нимәгә? – ти Ғәлим.
– Нисек нимәгә? – тип аптырана Жора. – Мин бында ялланған кеше. Ә ул хужаны хөрмәт итергә тейеш. Хөрмәт итеүҙең иң төп билдәһе – уның телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү. Белдеңме, Ғәлим дуҫ?
– Белдем, – ти Ғәлим, – белдем, Жора иптәш. Телде өйрәнеүең хөрмәт итеүҙән генә киләме?
– Юҡ, – ти Жора, тирә-яғына ҡарап ала, – беҙ һинең менән коммунизм төҙөйбөҙ. Ә коммунизм төҙөгәндә төрлө хәлдәр булыуы мөмкин. Беҙ уға әҙер булырға тейеш.
– Нимәгә әҙер булырға? – Ғәлим һағайҙы.
– Коммунизм төҙөргә әҙер булырға тейеш, – ти Жора. – Ҡыҫҡаһы, шуны бел, Ғәлим иптәш, хатта коммунизм төҙөгәндә лә, бүреләр араһында йәшәйһең икән, бүре булып олорға өйрәнергә кәрәк. Һуңғы һүҙҙәрен Жора етди итеп, Ғәлимдең күҙҙәренә ҡарап әйтте. Эйе, бүре булып олорға өйрәнергә кәрәк, тине.
Жора ентекләп Ғәлимгә ҡарай. Ә уныһы нимә әйтергә белмәй, көлөп ебәрҙе. Икәүләп һындары ҡатҡансы тағы көлөштөләр. Ниңә, телде белеү бер ваҡытта ла ҡамасауламай, тип һығымта яһаны Ғәлим эстән генә. Өйрәнһен, үҙе матур ғына йырлай ҙа. Әйтәйем әле, быға берәй башҡорт халыҡ йырын өйрәтергә кәрәк. Мәҫәлән, “Азамат”ты йә “Урал”ды.
Ҡул осонда өр-яңы кассета ята. Ағаһы ҡалдырғайны. Ҡустыһы йырлай икән. Венерҙы яраталар тыуған яғында. Ниндәйерәк итеп йырлай бит әле! Мәүлетбайҙан уҙҙыра. Мәүлетбайға, Венер һинән уҙҙыра, тиһәң, туҙына ла китә инде.
– Өйрән, – тип Ғәлим кассетаны тотторҙо, – йырлап күрһәтерһең.
– Бөгөн кәрәкме, әллә иртәгәме? – ти Жора, шуҡ егет, күҙҙәре шаян ҡарай.
– Хәҙер үк, – ти Ғәлим. Икәүләшеп көлөшәләр. Күңелле...
– Ярай, улайһа, – ти Жора. Кассетаһын магнитофонға ҡуйып, өр-яңы наушник кейеп, бер ҡат тыңлап сыҡты.
– Ҡайһыһын йырлайым? – ти Жора.
– Ҡайһыһын яратаһың – шуныһын йырла, Жора, – ти Ғәлим. – Һиңә нисектер, белмәйем, миңә оҡшай.
Оҙаҡ ҡына мөңгөрләне, тәүҙә наушник аша тыңлап ҡараны, аҙаҡ көсәйткес аша бөтә Ағиҙел буйын яңғыратты.
– Хужа, бына тыңла, – тине Жора, тоғро күҙҙәрен Ғәлимгә төбәп, һәм аҡрын ғына йыр башланы.
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа.
Атаң ғына дуҫы тип ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа...
Жора наушникты систе:
– Хужа, ә нимә ул унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡ?
– Ун аҡыҡ? Уныһы ҡиммәтле таш-маҙар түгелме икән? Разберемся, – ти Ғәлим. – Нимә, ниндәйҙер аҡыҡ менән башты бутайһың?
Ә Жора шәп йырлай.
– Йыр шәп, – ти Жора. Үҙе һаман да мөңгөрләй. – Нимә тураһында ул был йыр? Ҡурай кәрәк, ҡурай. Ауыр йыр, ҡайғы-хәсрәт түгелеп торған һымаҡ. Көс еткеһеҙ ҡайғы...
– Шул да булдымы йыр, – тип ризаһыҙлыҡ белдерә Ғәлим. – Атаң дуҫы етер башыңа, имеш.
Табындашы һаман һөйләнә бит әле.
– Ышанма һин ата дуҫына. Ҡурайында кем уйнай? Азат Аллағоловмы? Бигерәк фажиғәле йыр.
Быныһының һорашып ултырғанын әйт. Уға нимәгә кәрәк инде? Ҡушылған икән, йырлап тик ултыр. Ана, “Любезники”ҙы өйрән. Ҡаланан урыҫтар төшһә, уларға ла йырлап күрһәтерһең. Бына бер йөҙ мең кирбес кәрәк, әгәр көҙгә тиклем шул булмаһа, ҡураны төҙөп бөтөп булмаясаҡ.
Йәй түгел, ай ҙа үтмәне, Жора кассеталағы йырҙарҙы матур ғына йырлай башланы. Ҡала урыҫтары ла килеп төштө, араларында бер ҡатын бар. Маҡтап-маҡтап эстеләр, ашанылар. Кирбес хаҡында ла һөйләштеләр, килештеләр, бер тананы сығарып һалдылар.
Ә теге ҡатын, Ғәлим менән Жораға алмаш-тилмәш һынсыл ҡарап торҙо ла:
– Һеҙ бер-берегеҙгә оҡшағанһығыҙ. Туғандармы, әллә ағай-энеме? – тип һораны.
Кемдер хихылданы ла өҙөлдө, өҫтәлде шомло тынлыҡ ялмап алды.
– Юҡ, юҡ, – тине Жора. – Оҡшауыбыҙ ҙа бар. Беҙҙе бер өҫтәл, бер колхоз берләштерә.
Табындың йәме бөттө, ашыҡ-бошоҡ ашанылар ҙа таралыштылар.
Ә ейән-ейәнсәрҙәре һорай:
– Дед, а дед, – ти, ана, өлкәндәренең береһе, – когда у тебя, наконец-то, коммунизм будет?
– Зачем тебе коммунизм? – ти Ғәлим. Уның инде руссаһы үҙе һымаҡ. Мәктәптә уҡый алманы бик. Тәүҙә техникумды, ситтән тороп институтын тамамланы. – Зачем тебе, сынок, коммунизм?
– Өләсәй мне сказала, что коммунизм начнется здесь, и разрешение на коммунизм будешь раздавать ты. Дед, а дед, ты сможешь так сделать, чтобы мы к коммунизму пораньше пришли.
– Не вопрос, – ти Ғәлим олатайҙары, бер аҙ ҡыҙып ҡайтҡайны. Күҙ алдына элекке беренсе секретарь, уның ялҡынлы телмәре килде.
– Коммунизмды былар һорай бит, әй, тәки. Байтаҡ ваҡыт үтте, күптәр онотто йә ышанманы. Ә көткән кешеләр һаман да бар икән.
Ғәлимдең кәйефе һәйбәт. Гектарынан 20-шәр центнер иген йыйҙылар. Ана, тау-тау булып яталар. Малға ла ашарға етерлек.
Жора хәҙер һирәгерәк килә. Ҙур эштәр менән мәшғүл. Ҡалала торлаҡ, икенсеһендә завод төҙөргә ҡушҡандар. Шундағы хужалыҡтарҙың байтаҡ ерен һатып алған. Беҙҙең халыҡ ирәбе бит. Араларына килеп башҡортса һөйләп, «Любезники»ҙы йырлап «Уралым» менән тамамлап ҡуйғайны, хөрмәт итеп һоҡланып, һәр һүҙен алҡышлап, үҙенеке иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Көҙгә һайлау, ти. Шунда үҙенең кандидатураһын күрһәтергә йыйына, ти. Юғарынан да рөхсәт бар, имеш, тиҙәр. Ә ул һатып алған ерҙәрҙең күбеһе хәҙер эшкәртелмәй. Жора әйтә, ул хәтле иген беҙгә нимәгә, ти. Һыйырҙар әҙ, шулай булғас, игенде сит илдәр күпме һатып ала, шул хәтле етештерәсәкбеҙ.
Ә халыҡ был коммунизм тигәндәрен һаман онотмаған әле. Юҡ-юҡта йә шаяртып, йә кенә ҡыуып:
– Йә, иптәш Әхмәҙиев, хөрмәтле Ғәлим Хәсән улы, ҡасан була беҙҙең коммунизм?
– Һуңыраҡ, – яуабын тапты Ғәлим. – Һин беләһеңме, Фәләнбай ағай? Коммунизм ул ана, анауы офоҡ һымаҡ. Һин уға ни тиклем яҡынайһаң, ул шул тиклем алыҫыраҡ китә. Америка төҙөй алмаған коммунизмды беҙ генә ике-өс йылда төҙөй алмаҫбыҙ, түҙемле булайыҡ. Теге ваҡыт беренсе секретарь нимә тине? Беҙ коммунизмдың рәхәттәрен күрә алмаһаҡ, беҙҙең балаларыбыҙ, улар булмаһа, балаларыбыҙҙың балалары күрер тине, эшләйек.
Эшләнеләр. Бар һаулыҡ яланда, фермаларҙа бөттө. Жора Ғәлимдән биш йәшкә өлкән, ә ҡиәфәте унан 10–15 йәшкә йәшерәк күренә. Үҙен һаҡлай был егет. Орлоҡ эшкәртә торған келәткә кермәй. Ни өсөн кермәй? Сөнки орлоҡто нәмә менән эшкәрткәндәрен белә. Ана бит тоҡтарына ниндәй баш һөйәктәре төшөрөлгән. Ҡурҡыныс.
…Ғәлим һаман ята. Эх, береһе өйөнә алып ҡайтып, мунсаһын бик ҡыҙыу итмәй генә яғып, йыуындырып алып килһә ине. Хәҙер уны мунсаға алып ҡайтырлыҡ түгел, хәлен белерлек тә кеше юҡтыр ауылда. Күбеһе вахта менән Себер олаҡты. Себерҙән тартынғандары Мәскәүҙе баҫып алды, Сочи яҡтарында төҙөлөштә йөрөй. Ә кемдәр ҡырға китә алмай, билет ала белмәй, улары бында, бисәләре эргәһендә. Комбайндар, тракторҙар кәрәк булғанда ғына эшләй. Ҡыш көнө бурандарҙан һуң барлыҡ донъяны ҡар баҫа. Аҙна буйы соҡоноп, саҡ килеп сығалар. Аҙнаға һуңлап сыҡты Ғәлим ҡамауҙан. Өлгөрмәне. Шунда уҡ килергә булған, тине табип. Шул кисендә үк фалиж һуҡты. Бына әле шуның емештәрен татып ята.
Ә колхоз тигәндәре әллә бар, әллә юҡ. Крәҫтиән хужалығы тиҙәрме? Үҙҙәренең тарихынан көлгән һымаҡ «Коммунизмға» тигән исемен дә ҡалдырҙылар. Ғәлим дә хужалығын күптән ят ҡулдарға тотторҙо. Ара-тирә нисек эшләйҙәр, тип күҙ һалып ҡына китә. Барыһы ла башҡаларҙыҡы һымаҡ. Юл эргәләрен эшкәртәләр, сәсергә тырышалар. Һуңынан йыл буйы маҡтанышалар, һәр гектарҙан 40–50 центнер иген йыйҙыҡ, тиҙәр. Элек Ғәлим хужа саҡта гектарынан 20 центнер йыйһалар, игенде ҡайҙа ҡуйырға белмәй торғайны. Машиналар меңдәрсә тонна игенде ташыны, хәҙер ана, 40–50 центнер йыйғандар, ә ырҙын табағында турғай сүпләрлек тә иген юҡ. Элеваторҙарҙың ҡапҡаларын асҡан кеше күренмәй. Ни өсөн күренмәй? Сөнки һаҡларға иген юҡ.
– Эх, егеттәр, һеҙ кемде алдайһығыҙ, – тине Ғәлим бер кергәнендә. – Бына мин һәр гектарҙан 20 центнер йыя торғайным, элеваторҙа сират, тәүлек үткәс кенә әйләнеп ҡайта. Кисә көнө буйы Ишембай – Стәрлетамаҡ араһын тапаным. Иген тейәгән бер машина күрмәнем. Ярай, иген бар, ти, уны һаҡларға һалырһығыҙ, һатырһығыҙ, ашатырһығыҙ, ә кемгә ашатырһығыҙ? Һыйырҙарығыҙ юҡ бит.
– Күп беләң, тиҙ ҡартаяң, – тине йәш кенә Ҡафтау егете. Үҙен танып тора Ғәлим, Жораның өлкән улының малайы.
«Күп беләң, тиҙ ҡартаяң», Ах, яуыз! Хәҙер һин дә телде үҙләштерә башланыңмы?
– Олатайың ҡайҙа йөрөй? – тине Ғәлим һүҙҙәрен теш араһынан ғына сығарып.
– Олатай ял итә, олатай арыған, – тине маңҡа малай.
– Ҡайҙа ял итә?
– Мысыр, былтыр Тунис, сәләм әйтәйемме?
– Әйтмә, – тине Ғәлим асыулы ғына, –сәләмемде алыр булһа, исмаһам, инеп бер хәлемде белер ине.
Автобус менән йөрөп күҙе тондо. Өҫтәүенә, баш табипҡа Ленин орденын тағып барып ингәйне. Уныһы ҡартҡа күҙ ҙә һирпмәй түшендәге орденына ғына ҡараны. Аҙаҡ: «Һеҙгә нимә кәрәк?» – тине битараф ҡына.
Ғәлим үҙенең зарын һөйләй башлағайны, секретаршаһын саҡырҙы.
– Регистратуранан ҡағыҙҙарын алығыҙ, урынбаҫарға индерегеҙ, тиҙ арала дауаханаға урынлаштырһын.
– Рәхмәт, улым, – тине Ғәлим, күңеле булды. Онотмағандар икән. Сығып барғанда ҡат-ҡат рәхмәттәрен ҡойолдорҙо.
Табип:
– Туҡта, бабай, мин һеҙҙе беләм. Бынауы ҡалайығыҙҙы таҡмайынса килһәгеҙ ҙә ярҙам итер инем. Уны ниңә үҙегеҙҙе кәмһетеп, сылтырлатып йөрөтәһегеҙ? – тине.
Ғәлимдең ҡан баҫымы шунда уҡ һикерҙе, йөрәге дарҫлап типте, Маңҡа малай, һин ниндәй тимер, ниндәй ҡалай киҫәге һөйләйһең? Уны миңә Шакиров үҙе тағып ҡуйҙы. Ошо хаҡта йомшағыраҡ ҡына әйтергә тырышҡайны, йәш табип барыбер аңламаны.
– Бабай, кәйефегеҙҙе боҙғом килмәй, әгәр мөмкинлек булһа, ҡайтҡас, орденығыҙҙы ентекләп ҡарағыҙ әле.
Нимә һөйләй был малай?! Ҡайтҡансы йәшәргә кәрәк бит әле. Ҡарт ҡалтыранған ҡулдары менән орденын һалдырып ҡараны. Уның түшендә орден түгел, әллә сәй ҡурғашы, әллә орденға оҡшаған йоҡа тимер киҫәктәре елберҙәп тора ине. Ҡарт төшөндө: уның орденын күптән урлағандар, ә ул һаман да шуны тағып, уның ҡөҙрәтенә ышанып, коммунизм төҙөйөм, тип йөрөгән икән. Ҡайһыһының эше икән? Үҙҙәренекеләр түгелдер ҙә инде. Әбейенә күпме әйтте, күҙ ҡараһындай һаҡла, тине. Юҡ, алдағандар, урлағандар. Ошонан да ҙурыраҡ юғалтыуҙың булыуы мөмкинме? Уның ғүмерлек хеҙмәтен түшенән һыпырып алғандар ҙа үҙҙәренең мәнфәғәтендә файҙаланғандар. 60–70 йыл ғүмере шулайтып табип бүлмәһендә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Үҙен тота алманы Ғәлим. Йөрәге туланы, башына күҫәк менән һуҡҡандай булдылар. Шулай ҙа үҙендә көс тапты ҡарт. Баш табипҡа боролдо, йәлләүес итеп йылмайҙы:
– Йә инде, һеҙ мине алйыған ҡарт, тип уйламағыҙ инде, мине бит талағандар, орденымды урлағандар. Минең берҙән-бер байлығым, минең хеҙмәтемдең шаһиты.
Ғәлим ҡарт тағы әллә нәмәләр һөйләргә теләйгәне. Ауыҙы асылды ла ябылды, теле килеп сыҡты, уныһы ла тыңламай, нәмә һөйләгәнен белмәй. Хәйер, һөйләйме? Һөйләмәй, ыңғыраша. Әллә аҡланамы? Кемдәрҙелер әрләйме? Ҡара, эргәһенән туҡ йылмайып Жора үтеп китте. Нимә ти ул? Бүреләр араһында йәшәгәс, бүреләр һымаҡ олорға кәрәк.
Нисек ҡолап киткәнен хәтерләмәй Ғәлим. Ҡоланымы, киҫкән ағас һымаҡ гөрһөлдәп ауҙымы, баш табип ҡына бында ине.
– Эх бабай, бабай, коммунизм төҙөп йонсоғанһың шул, – тине.
Тиҙ арала реанимацияға оҙаттылар. Унда ике-өс аҙна йәшәү өсөн көрәште. Аҙаҡ әллә тынысланды, әллә тамам ысынбарлығын юғалтты.
Уның янына балалары килде. Эй, матур итеп уйнайҙар. Олатаһын хөрмәт итәләр, яраталар шул. Башҡортса ла һөйләшәләр. Ниндәйҙер ят телдә үҙ-ара бәхәсләшеп китәләр. Инглиз телеме, әллә ҡафтауҙарҙыҡымы?
– Олатай, олатай, – ти бәләкәй генә бер ҡыҙыҡай, ейәнсәре, имеш, – беҙҙең ауылда коммунизм булдымы ул?
– Булды, беҙ коммунизмда йәшәнек, – ти Ғәлим. – Беҙҙә бөтәһе лә бар ине, бына ошо ерҙәр элек бөтәһе лә беҙҙеке ине. Беҙ унда иген үҫтерҙек, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, кешеләр бәхетле йәшәне.
Төш тә, өн дә бергә ҡушылды ла тамам ҡартты үҙе өйрәнгән ысынбарлыҡтан айырып алды. Коммунизм тигәндәре нимә булды икән, тип һорарға теләй Ғәлим. Ләкин ауыҙын асҡаны ғына күренә. Ниндәйҙер өндәр сығара, ләкин һөйләшкәнен берәү ҙә аңламай. Аңларлыҡмы һуң?
...Бәләкәй саҡ. Әсәһе бер ҡаҙан итеп тары бутҡаһы бешергән. Ана, атаһы килеп ултырҙы араларына. Ниндәйҙер йылы һүҙҙәр тапты, әсәләренә өндәште:
– Ҡара, әсәһе, бер туйғансы бутҡа ашап булырмы, тип ғүмер буйы хыялландыҡ. Бына бер сеүәтә ашағайным, тамаҡ та туйҙы. Кешегә күпме кәрәк инде. Әйҙәгеҙ, балалар, ашағыҙ, ашаған малда йүн бар. Эш тә күп. Хәҙер күмәкләп Оҙонҡырға сығырбыҙ. Бәлхиә, теге тауыҡты һалып ал, – тип ҡатынына өндәште. – Булған ризыҡты үҙебеҙҙән йәлләп ултырмайыҡ әле. Яланға сығып, бер туйғансы ашайыҡ.
Эй күңелле итеп ултырҙылар яланда, хатта балаларҙың ҡунып ҡалырға ла теләге бар ине.
– Юҡ, – тине әсәләре, – хәҙер һыйыр ҡайта. Кем һөтөн һауа, ҡаймағын кем үткәрә?
Бер көндө дауаханаға ҡаланан ирекмәндәр килде. Палатанан палатаға йөрөп ауырыуҙарҙың хәлен белделәр, ярҙам иттеләр. Ике әзмәүерҙәй егет кибеп бөткән Ғәлим ҡартты ике ҡуллап тотоп, душҡа индереп, йыуындырып алып сыҡтылар. Ғәлим йыуындырғандарын, кейендергәндәрен яҙа-йоҙа ғына аңлап ҡалды. Ах, мунса булһа ине саҡ ҡына. Алдына әллә күпме ризыҡ теҙеп ҡуйҙылар. Әллә бутҡа ғына ике төрлө ине, береһе – тарыныҡы береһе – ҡарабойҙайҙыҡы.
Шунда ҡарттың быға тиклем томан эсендә һымаҡ тойолған аңы асылғандай булды. Бәләкәй генә ҡалаҡ менән тәмле бутҡаны алып ҡапҡанда, аптыранған егеттәргә ҡараны:
– К-ккк-м-зм.
Егеттәр уны аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты
– Нимә һорай ул? – тине береһе.
– Әлләсе, уныңса аңламайым, – тине икенсеһе.
Был мөйөштә Сәлихтән Йыһанша ҡарт ята ине.
– Белмәйһегеҙме ни? Ул бит, коммунизмдан, тине.
– Коммунизмдан? – тине егеттәрҙең береһе. – Ниңә, коммунизм бармы ни ул?
– Нишләп булмаһын, – тине Йыһанша ҡарт. – Бына һеҙҙең алдығыҙҙа ята «Коммунизм»дың рәйесе.
Ике әзмәүер Йыһаншаның шаяртыуын ҡабул итте, хахылдап көлөштөләр. Икенсе көнөнә тағы ла ҡарттың алдына бар булған һыйҙы теҙеп ҡуйҙылар.
Тамам аҡылын юйған ҡарт алдында ятҡан һый-ниғмәтте күреп, шуға төшөндө: коммунизм килгән бит, бына ул уның алдында ята. Йә, Аллаһ, коммунизм тигәндәре ошо була икән. Ҡарт арлы-бирле ашарлыҡ, аҙыҡ-түлекте ҡабул итерлек ине әле. Йәш егеттәрҙең ҡартҡа өр-яңы сатин пижама кейҙереүҙәре ҡартты тамам бәлтерәтте. Ҡарт пижаманы бер генә һыпырҙы ла башы түбән эйелде. Өлкәне кесеһенә өндәште:
– Да, был китеп бара бит, ҡултамғаһын алып ҡал, быларҙы нисек списать итергә?
Коммунизм Ғәлим ҡартты тамам бөлдөрөп ҡуйҙы. Ул осоп барғанда шуға ғына үкенде: «Эх, анау сатин кейемде эләктереп ауыл урамынан бер үтергә ине. Өлгөрмәне...»
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.