Йәнебеҙҙе һәм тәнебеҙҙе имләр ғәмәлдәр

“Ер ҡото” – Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында.

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың рухи таянысы, бигерәк тә гүзәл заттарҙы ҡурсалаған һәм яҡлаған, әхлаҡи бағаналарыбыҙҙы һаҡлаған көс булараҡ, республикабыҙҙа киң танылған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте төрлө саралар ойоштора, яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра һәм иң мөһиме – онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, кәсеп-шөғөлдәрҙе тергеҙеүгә ҙур көс һала.

 

Тәжрибәне таратыу ниәтенән

 

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиә­те рәйесе, Башҡортостан Респуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһари­на ойошмаға етәкселек итә башла­ғас та, төрлө райондарҙа эшләп килгән ҡатын-ҡыҙҙар советтары яңы һулыш алды. 2018 йылда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ойошторған Бәндәбикә автоуҙышы Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары аша үтте. Тап ошо сараға ярашлы, һәр ауылда осрашыуҙар ваҡытында халыҡ дауалаусылары туплаған тәжрибәне һаҡлап ҡалыу, уларҙы йәмәғәтселеккә сығарыу, эш алымдарын быуындан-быуынға тапшырыу кәрәклеге хаҡында төрлө тәҡ­димдәр яңғырай. Күп тә үтмәй, йәм­ғиәт ҡарамағында “Халыҡ дауалаусылары” мәктәбе эш башлай. Уның етәксеһе итеп Башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙар йәмғиәте рәйесенең беренсе урын­баҫары Гөлфинә Юламанова тәғәйенләнә.

Элек-электән халҡыбыҙ араһын­да шифалы доғалары менән өшкөр­гән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыу­ған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡ­ҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған кешеләр һәм кендек инәй­ҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡа­рылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имсе­ләренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Ошо көндәрҙә Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында тәүге тапҡыр  үткән “Ер ҡото” республика этномә­ҙәни фольклор фестивале лә был һүҙҙәргә ҡеүәт. Байрам 50-нән ашыу халыҡ им-томсоһон, халыҡ ижады һәм тормош-көнкүреш йолалары менән шөғөлләнгән һәм ҡыҙыҡ­һын­ған дүрт йөҙҙән ашыу кешене бергә йыйҙы. Сарала 30-ҙан ашыу тыуған яҡты өйрәнеүсе, ғалим-фольклорсы, филолог, этнографтар ҙа ҡатнашты.

Фестивалдең тәүге көнө Әбйәлил районының Асҡар ауылы янындағы Айғырбатҡан яланында үтте. Сарала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиә­те рәйесе, Башҡортостан Респуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина, таныл­ған ғалимәләрҙән филология докторы, профессор Фирҙә­үес Хисамитдинова, филология фән­дәре докторы, сәсәниә Розалия Солтан­гәрәева, һәүәҫкәр композитор Мәрйәм Солтанова һәм башҡа күренекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡат­нашты.

Әбйәлилдәр, һәр ваҡыттағыса, байрамға етди әҙерләнгән: бер-бер арт­лы тирмәләр ҡоролған, халыҡ да­уалаусылары кешеләрҙе ҡабул итһен өсөн махсус майҙансыҡтар эшләнгән. Тирмәләрҙә төрлө ҡул эштәрен, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөл-кәсептәрен сағылдырған әйберҙәр урын алған. Шулай уҡ ке­йеҙ баҫыу, ҡатын-ҡыҙ биҙәүес­тәрен эшләү, аҡ май, ҡымыҙ бешеү, әбйә­лилдәргә хас булғанса йыуаса бе­ше­реү һәм башҡа ғәмәлдәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтел­де.

Фестиваль тантаналы рәүештә асылғас, ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева майҙанға йыйылған халыҡ менән берлектә ҡот-бәрәкәт саҡырыу йолаһын башҡарҙы.

Этномәҙәни фестивалдә Татарстандан, күрше Силәбе өлкәһенән, Мәскәү, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Саҡмағош, Мәләүез, Миәкә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури һәм башҡа райондарҙан килгән халыҡ дауалаусылары ҡатнашты.

 

Ҡот ҡойҙолар, быуын ултырттылар...

 

Һәр кем бында үҙенә ҡот юллап, күңелен сафларға, ауыртҡан ерен имләргә, төрлө оҫталыҡ дәрестәрен күрергә, ғалимдар һәм фольклорсылар менән  яҡындан аралашырға килде. Барыһы ла үҙ маҡсатына өлгәште, буғай.

Бала сағым өләсәйле булыуы менән бәхетле. Маһира өләсәйем, йәғни атайымдың әсәһе беҙҙең менән бергә йәшәне, мине һәр саҡ үҙе менән йөрөттө. Өләсәйем мейе ҡаҡты. Кемдер уға мөрәжәғәт итһә, мин уның мейеһе төшкәнме-юҡмы икәнлеген башта үлсәү өсөн епте әҙерләп бирә торғайным. Шуғалыр ҙа был эш миңә бик яҡшы таныш һәм яҡын. Ауылда танылған төрлө им-том, һылау менән шөғөлләнгән Ғәйшә инәй Исмәғилеваға ла йыш барыр ине. Ул, өләсәйемде урын­дыҡ­ҡа һуҙып һалып, ҡаҙ майы менән билен ыуыр булды.

Әйткәндәй, ошо инәйҙәрҙең яҙ һайын Талморон буйына сығып, ер­ҙе ҡаҙып, соҡор эшләп, төрлө үлән һалып, ҡаҙанда ҡайнаған һыуҙы шунда ҡойоп, өҫтөн ябып, боҫлатып, аҙаҡтан шунда ятыуҙарын күҙәтергә ярата торғайным. Улар шулай үҙ­ҙә­рен дауалаған, халыҡ медици­на­һына мөрәжәғәт иткән. Һарыҡ ти­ре­һенә уранып, аяҡтарын яңы ҡырҡылған йөнгә төрөп ултырыу­ҙары ла бөгөнгөләй хәтеремдә. “Мейем кибеп китте шикелле” тигән булып, тауыҡ һуйғанда уның лыҡыл­дап торған һары майын башына һалып, сәй ҡурғашы ябып, яулығын ныҡ итеп бәйләп ҡуйыр ине өләсә­йем. Үҙе кейгән галушында дегәнәк япрағы ятыр, башына ла һалып алыр ине.

Быларҙы ни өсөн яҙаммы, сөнки сара барышында ла, гәзитебеҙҙең сайтына яңылыҡ яҙып барған саҡта ла күп кенә кире фекерҙәр ишетергә һәм уҡырға тура килде. Берәүҙәр был сараны иҫкелек ҡалдығына тиңләне, икенселәр “беҙҙең халыҡ­та булмаған” тине, өсөнсөләр, дини яҡтан нигеҙләп, фекерҙәрен яҙып ҡуйҙы.

Хәйер, сара барышында бала сағымдың күңелле мәлдәренә йөҙ тапҡыр әйләнеп ҡайтҡанмындыр. Хәтеремдә, эттән ҡурҡып илап ҡайтҡас, әсәйем тиҙ генә ауылда ҡот ҡойған Исхаҡ мулланың әбейе­нә алып барҙы. Эт һүрәте төшкән ҡурғаш оҙаҡ ваҡыт үҙем менән йөрөнө.

Йылдар үткәс, яңылыш ҡолап, башымды имгәттем. Бер нисә тәүлек тәҡәтһеҙ һыҙлаған башымдан сыҙай алмағас, өләсәйемде иҫкә төшөрөп, еп менән үлсәп ҡараным. Ысынлап та, мейем бер яҡҡа ныҡ төшкән ине. Яҡын-тирәлә ҡот ҡойған кеше тапмағас, Әбйәлил районының Ишбулды ауылында йәшәгән Гөлсирә инәй Боҫҡоноваға барҙым. Килеште ҡулы, шунда уҡ башымдың һыҙлауы баҫылды.

Бейек үксәле туфли кейеп, аяғымды имгәттем. Алтын ҡасаба­һына быуын ултыртҡан Шәмсинур инәйҙе юллап киттем. Хәҙер иһә йыш ҡына Хәйбулла районына быуын ултыртҡан, һылаған Нәсимәгә лә барам. Күрәһегеҙме, үҙем дә һиҙ­мәҫтән, күпме халыҡ дауалау­сы­һына мөрәжәғәт итергә тура килгән.

“Ер ҡото” этномәҙәни фестива­лендә һәр кем халыҡ дауаланыусы­ларынан бағынып ҡалырға тырышты. Баймаҡ ҡалаһынан килгән классик массаж яһаған, эске ағза­ларҙы һәм быуынды ултыртҡан, эс һыла­ған, хиджама эшләгән, һөлөк һал­ған Гөлназ Баймырҙинаға сиратҡа баҫҡандар иң күбе булған­дыр. Һәр кемде ихлас ҡарап, сирен әйткән был ханым 2014 йылдан алып массаж яһау менән шөғөллә­нә.

– Был һәләт миңә өләсәйемдән бирелгәндер, тип уйлайым, – ти Гөлназ Әҡсән ҡыҙы. – Уны күптәр яҡшы белә, Йомаш ауылында кендек инәйе тип тә йөрөттөләр. Даими рәүештә төрлөсә массаж яһау өлкәһендә белемемде камиллаштырыу маҡсатында әленән-әле уҡыйым, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, сертификаттар алдым. Баймаҡта үҙ эшемде астым, бер бүлмәне ҡуртымға алып, кешеләр­ҙе ҡабул итәм. Бөгөнгө сара бик кәрәк. Бер-беребеҙән өйрәндек, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, айырым төркөм булдырҙыҡ. Электән ишетеп белгән, күрергә теләгән массаж яһаусылар менән аралаштым, бигерәк тә Мәскәүҙән килгән Урал Торсонбаевты күреүем ҙур ҡы­уаныс булды.

 

Кеше – тәбиғәт балаһы

 

Баймаҡ районында йәшәгән күп ҡатын-ҡыҙға әсә бәхетен татырға ярҙам иткән, Ғабдулла Сәйеди имандың затлы нәҫеленән булған Зәйтүнә Һиҙиәтованы байтаҡ кеше ишетеп беләлер. Әсәләренең доғаларының тылсымы, ҡулдары­ның име бөгөн ҡыҙҙарына ла күс­кән. Дауалау һәләтенә эйә ҡыҙҙары – Мәзүнә Маннапова, Дилара Рафиҡова һәм Хәмдиә Шәһәрғази­на әсәләренең юлын лайыҡлы дауам итә. Мәзүнә Мөхөтдин ҡыҙы мануаль массаж менән шөғөлләнә, Дилара апай ҡот ҡоя, өшкөрә, балаларҙы ҡарай, ә Хәмдиәләре боронғо ысул менән тән һылау алымдарын үҙләштергән.

Шулай уҡ Әбйәлил районынан килгән апалы-ҡустылы Боҫҡонов­тар ҙа әсәләре Гөлсирә инәйҙең юлын дауам итә. Әхтәм Мөхәмәт улы доға ярҙамында күп сирҙән арындыра, хатта уға эскелектән, тәмәке тартыуҙан арынырға теләү­се­ләр ҙә ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итә.

Ковид сиренән интеккәндәргә әремдең шифаһы хаҡында бәйән иткән, “Башҡортостан” гәзите бит­тәрендә даими фәһемле мәҡәләлә­ре менән сығыш яһаған, Татарстандан килгән Зәүхиә Низамиева ла был сараның мөһим һәм бик кәрәк, урынлы булыуын билдәләне.

– Элек һәр ауылда халыҡ дауалаусылары, имселәре, кендек инәйҙәре, ҡот ҡойоусылары, тел-теш ҡырҡыусылары, ноҡот һалыусылары булған. Шуғалыр ҙа, бәлки, халыҡ та сәләмәт булған, бөгөнгө кеүек сирләүселәр күп булмаған. Беҙ барыбер асылыбыҙ­ға аҡрынлап булһа ла ҡайта башла­ныҡ, медицинаны инҡар итмәйем, әммә традицион булмаған медицина нигеҙҙәренә таянған халыҡ­тың быуындан-быуынға күсә килгән дауалау алымдарын ҡулланыуға иғтибарҙың артыуы көндән-көн һиҙелә. Быны үҙемә мөрәжәғәт итеүселәрҙән сығып та әйтәм.

Халыҡ ҡотһоҙланды... Шундай һүҙҙәрҙе уҡырға тура килә ҡайһы берҙә. Ҡотһоҙланды, тимәк, көсһөҙ­ләнде, йәки Ер ҡотон, көсөн алмай, тоймай йәшәй башланы. Кеше – тәби­ғәт балаһы. Ерҙең ризығы беҙ­гә ҡот, көс бирә, – ти яҡташыбыҙ.

Әбйәлилдә үткән сарала Сибай ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Сажиҙә Ғәниева етәкселегендәге делегация бик әүҙем ҡатнашты. Ағинәйҙәр ҡоро, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, “Яугүл” ҡумыҙ­сылар фольклор ансамбле кейеҙ баҫыу, бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Билдәле сәсәниә, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Асия Ғәйнуллина үҙенең ағинәйҙәре менән берлектә балалар фольклоры буйынса “Әпсен-төпсөн” тип аталған фәһемле тамаша күрһәтте. Ул ғаилә ҡотон һаҡлауға, балаларҙы тәрбиәләүҙә фольклор элементтарын ҡулланыу­ға арналған. Асия Солтан ҡыҙы халҡыбыҙҙың һамаҡтары менән мунсала сабыныу төрҙәренә, һарыҡ тиреһенең, үләндәребеҙҙең быуын­дар­ға шифалы тәьҫирен күрһәтеп аңлатты, Украиналағы Шайморатов дивизияһы хәрбиҙәренә ебәреү өсөн бетеү эшләргә өйрәтте.

 

Изге Манһыр ерендә, Мөжәүир хәҙрәт төйәгендә

 

Иртәгәһенә сарала ҡатнашыусы­лар Баймаҡ еренә юлланыр алдынан Әлмөхәмәт ауылында туҡ­тал­ды. Унда билдәле Ханнан әүли­ә­гә зыярат ҡылып, мәсеттә доға ҡылды һәм, Әмин ҡыуаҡ шишмә­һенә барып, унан һыу алып, ере­беҙ­гә ҡот өҫтәлһен, тигән изге ниәт менән  Ер-әсәгә теләктәр әйтте.

Халыҡ табибы, әүлиә Мөжәүир Сиражетдинов тураһында барыһы ла хәбәрҙарҙыр. Был юлы ла изге төбәк ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы­ла­ны, үҙенең юлын дауам итеүсе­ләргә, халыҡты дауаларға үҙ өлөшөн индергән имселәргә фатиха бирҙе.

Һәр килгән кеше иң тәүҙә  иман нуры таратып ултырған мәсеттә, Мөжәүир хәҙрәттең йәшәгән йортонда булып, уның шишмәһенән һыу эсте, изге теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ теләүселәр әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылды.

Баймаҡтар үҙҙәренең халыҡ дауалаусыларын бар райондан йыйып килтергән, улар хаҡында бик бай стендтар эшләгән, халҡыбыҙ­ҙың милли ризыҡтарынан әҙерлән­гән күргәҙмәлә аш-һыуҙың ниндәй генә төрө юҡ!

Йомаш ауылынан Фәрхәнә Иҫән­дәүләтова һатыуға үҙе әҙер­ләгән буҙа алып сыҡҡан. Фәҡәт туҡ һолонан яһалған милли ризыҡ үҙенең тәме һәм эшләнеше менән башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Күҙенән – нур, ҡулынан шифа һир­пелгән инәй ҡот ҡоя, тел-теш, тышау ҡырҡа, әрмегә йыйынған егеттәргә бетеүҙәр яҙып бирә, имләй.

Ә бына Түбәнге Иҙрис ауылынан Фәриҙә Сафиуллина, кейеҙҙән мунса эшләп, ҡаҙанға һыу йылытып, ошонда уҡ теләүселәрҙе ҡабул итеп, эстәрен һыланы. Ҡолсора ауылынан шифалы үләндәр ярҙа­мын­да дауалау алымдары менән шөғөлләнгән Фәрит Баязитовтың үҙе яһаған фитомискәһе барыһын да хайран ҡалдырҙы.

– Махсус рәүештә бына ошондай имән ағасынан мискә эшләнем, уға төрлө шифалы үлән һалдым, махсус ҡорамал ярҙамында унан ҡоро быу килеп тора. Шифа­хана­ларға барыу ҙа кәрәкмәй, мунсаға ултыртып ҡуйҙың да, теләгән ваҡытта кереп, дауаланып сыға­һың, – ти Фәрит Әғзәм улы.

Һәмән ауылынан 81 йәшлек Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға. Өлкән йәштәге инәйгә мөрәжәғәт итеүселәр күп ине. Ул мейеләрен ҡағырға теләүселәрҙең береһенә лә юҡ тимәй, барыһын да ҡабул итте.

Билалдан Гөлфиә Ғайсина тураһында күптәр ишетеп белә. Йәшләй генә кешеләрҙе ҡабул итеп, уларҙың сирҙәрен билдәләгән был йәш ҡыҙ Хоҙайҙан бирелгән һәләте ярҙамында меңдәрсә әҙәмгә ярҙам иткәндер. Был юлы ла уға күренергә теләүселәрҙең иҫәбе-һаны булманы.

“Ер ҡото”ноң төп маҡсаты халыҡ дауалаусыларын бергә туплау, йәмәғәтселеккә алып сығыу, республикала улар хаҡында берҙәм каталог булдырыуға ғына ҡайтып ҡалмай, бөгөнгө ауыр ваҡытта халыҡтың ғына түгел, Ер шарының да һулышын тойоу, тәбиғәтебеҙгә, үҙебеҙ баҫып йөрөгән еребеҙгә яҡынайыу, уға һаҡсыл ҡараш булдырыу, халҡыбыҙҙың электән килгән дауалау ысулдарын яңынан тергеҙеү, йәштәргә күрһәтеү, быуындар бәйләнешен дауам итеү, дауалау йола-сараһын ҡайтанан табыу шарт. Оло маҡсатлы эштә халыҡ бергә туплана: илебеҙгә тыныслыҡ рухын саҡырыу, яҡшы­лыҡ юлын арттырыу, кешеләрҙе баҫа барған ғәмһеҙлеккә әмәл табыу өсөн оло эштәр атҡарылды. Халыҡ дауалаусылары мәктәбен нығытыу, уның эшен яйға һалыу маҡсатында тәҡдимдәр ҡабул ителде, имселәрҙең фекерҙәре ишетелде.

Милләт әсәләренең бер төркө­мөн, ошо фестивалде үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләп, уларға Рәхмәт хаттары, сарала ҡатнашҡан һәр халыҡ дауалаусыһына сертификаттар тапшырылды, улар республиканың “халыҡ дауалаусылары” мәктәбенә ағзалыҡҡа ҡабул ителде.

Ике көн дауамында барған сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла йәшәү ҡотон үҙеңдән башлау кәрәклегенә төшөндө. Дарманлы, дәртле, бәхетле, уңышлы булыу ҙа үҙеңә бәйле, уның өсөн рухи ныҡлыҡ, асылыбыҙҙың бөтөнлөгө, берҙәмлек һәм бер аҙ ныҡыш­маллыҡ талап ителә.

“Ер ҡото”ноң ҡото барыбыҙҙы ҡотло итһен, дауамлы булһын!

 

-   Кәримә УСМАНОВА

Әбйәлил, Баймаҡ райондары

Читайте нас