

Йәй көнө кемдер ял итергә диңгеҙ буйын һайлаһа, бәғзеләр тыуған яҡтарын хуп күрә. Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар ҙа быйылғы йәйҙе ҡайҙалыр сит илдә түгел, ә үҙҙәренең тыуған яҡтарында, ата-әсәләре янында үткәрергә теләгән. Был хаҡта Ризат былай тигән:
— Ун көн ғаилә менән ҡатыным Зинираның яғында — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы Хәлил ауылында ял итәбеҙ. Быйыл Төркиәлә түгел, Ағиҙел буйында ҡыҙынабыҙ. Әбей-бабайҙа ҡорбан салдырҙыҡ, тараттыҡ. Ҡайын еләгенә барҙыҡ. Уның күплеге... Балыҡҡа йөрөйбөҙ, тәҙрә яҡтауҙары ҡуябыҙ. Ауылса ял итәбеҙ".
Ә һеҙ, дуҫтар, йәйҙе ҡайҙа үткәрәһегеҙ, нисек ял итәһегеҙ? Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йәйегеҙ имен-һау үтһен, күңелле тәьҫироттарға бай булһын!
Фото: Ризат Рамаҙанов.