

Республикабыҙҙың Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Тере китап: Башҡортостан – батырҙар төйәге” проектының исем туйы үтте.
Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы ҡаһарманлыҡтары хәҙерге быуын өсөн дә өлгө булып хеҙмәт итерҙәй батырҙарыбыҙ тураһында өс комикстар тупланмаһы тәҡдим итте. Уларҙа башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, генерал Миңлеғәли Шайморатов, партизан отрядтары командирҙары Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин тураһында бәйән ителә. Китаптарҙың үҙенсәлеге бар: уларҙың артҡы тышлығы юҡ. Бер яғынан башҡорт телендәге яҙыуҙар менән оҙатылған һүрәттәр булһа, икенсе яғынан – рус телендә. Проект республика Башлығының граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса грант конкурсы еңеүсеһе булып, уның ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Комикстың төп образдарын талантлы рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм “Муха” студияһы (етәксеһе – Артур Абдрахманов) рәссамдары төшөргән. Сценарийҙы тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов яҙған, башҡортсаға Зөһрә Бураҡаева тәржемәләгән. Комикстарҙағы батырҙар образы иһә “Башҡорт батырҙары” республика конкурсының финалына сыҡҡан балаларҙың эштәренә нигеҙләнеп башҡарылған.
Атап кителгән ижади конкурсты быйыл яҙ республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ ҡылыу фонды ярҙамында Милли китапхана һәм Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы ойошторғайны. Уның маҡсаты булып һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, илһөйәрлек, тыуған республикаң, уның батырҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү торҙо. Конкурсҡа 218 эш килгән. Иң күп һүрәттәр Салауат образына бағышланған – батырҙы 147 бала төшөргән. Еңеүселәр “Салауат Юлаев – беҙҙең герой”, “Генерал Шайморатов”, “Партизан отрядтары командирҙары Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин” номинацияларында билдәләнгән. Презентация барышында уларҙы бүләкләү сараһы ла үтте. Төп еңеүселәрҙән тыш, ҡайһы бер балаларға махсус дипломдар ҙа тапшырылды. Еңеүселәр комикстарҙың автографлы нөсхәләренә лә эйә булды.
Махсус дипломға лайыҡ булғандарҙың береһе – Мәсетле районынан Айгөл Әбделмәнова. Ул 4-се класты тамамлаған. Өләсәһе Зөһрә Биктимер ҡыҙы әйтеүенсә, ейәнсәре бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә ярата. Бүлмәһендәге диуар тотош үҙенең эштәре менән биҙәлгән. Быға ҡәҙәр урындағы, районда үткәрелгән конкурстарҙа ла еңеү яулағаны булған. Конкурсҡа Айгөл Салауат батырға арналған һүрәт ебәргән.
– Һүрәт төшөрөү – яратҡан шөғөлөм, – ти ҡыҙ. – Геройҙарыбыҙға арналған һүрәттәр конкурсында ҡатнашырға класс етәксебеҙ Фәнисә Данис ҡыҙы Абдрахманова тәҡдим итте. Республика кимәлендәге сарала ҡатнашып, көсөмдө һынай алғанға шатмын. Хәҙер үҙемә ҡарата ышанысым арта төштө, – тип тыйнаҡ ҡына итеп ҡыуанысы менән бүлеште.
Ғафури районы ҡыҙы Ильгина Заһиҙуллинаға – 13 йәш. Ул – Красноусольскиҙағы башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы. Һүрәт төшөрөү менән ул да бәләкәй сағынан мауыға. Художество мәктәбендә лә шөғөлләнә. Конкурсҡа ебәрер өсөн “Ҡара генерал” Даян Мурзинды төшөргән.
– Конкурсҡа эшемде ебәрһәм дә, ниндәйҙер уңышҡа өмөтләнмәнем, сөнки республика кимәлендәге сарала ҡатнашыусылар бик күп, араларында ныҡ оҫталары булыры билдәле. Махсус дипломға лайыҡ булыуым бер аҙ көтөлмәгән дә, шул ваҡытта ҡыуаныслы ла хәл, – тине ул. Ильгинаны бүләкләү сараһына ағаһы Артур алып килгәйне. Ул һеңлеһенең уңышы менән сикһеҙ ғорурлана, “туғаным бик талантлы, портретты айырыуса матур төшөрә. Уны алда ла уңыш көтөрөнә ышанам”, – ти.
Залда конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙән күргәҙмә лә ҡуйылғайны. Уларҙы ҡарап йөрөгәндә, ҡыуаныслы бер хис биләй: Башҡортостан – батырҙар, шуға өҫтәп, талантлылар ҙа төйәге ул!
Әлиә Фәтхетдинова,
“Тере китап: Башҡортостан – батырҙар төйәге” проекты етәксеһе – Милли китапхана директоры урынбаҫары, Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы етәксеһе:
– Башҡортостандың бөйөк батырҙары тураһында мәғлүмәтте нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп балаларға еткерергә була, тигән һорау торғанда, шундай фекергә килдек: әлбиттә, сағыу һүрәтле, ҡыҙыҡлы китаптар аша! Шулай итеп комикстар баҫмаһы тыуҙы. Был уникаль китаптарҙа ҡаһармандарыбыҙҙың данлы тормош юлы диалогтар рәүешендә бирелә. Ҡыҫҡа ғына һүрәтләүҙәр аша балаларға геройҙар хаҡында бай мәғлүмәт еткерелә. Комикстарҙы республикабыҙҙың һәр китапханаһына бүләк иттек, улар менән һәр теләгән бала таныша аласаҡ.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА