Нуры балҡый халҡы күңелендә

Тормош ҡәҙерен белергә өйрәтә.

Фото авторҙың шәхси архивынанФото авторҙың шәхси архивынан
Фото:Фото авторҙың шәхси архивынан

Журналист, яугир-шағир, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм “Почёт Билдәһе” ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәтҡулла Абдулла улы Комиссаровтың ижад һәм тормош юлы яҡташтарына ғына түгел, киң йәмәғәтселеккә лә яҡшы билдәле. М. Буранғолов исемендәге китапханала уҙғарылған “Үҙ быуыны кешеһе” исемле хәтер һәм ҡәҙер кисәһе шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналғайны.

Сараны асып, китапхана мөди­ре Айгөл Үмәрғәлина, ҡунаҡтарға һәм замандаштарына ихлас сәлә­мен еткереп, рухи майҙанға илһам бирҙе. Һәр ваҡыт тормоштоң иң алғы сафтарында барған әҙиптең ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп, көрәш майҙанында ҡайнап йәшәүе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе.

Ҡабатланмаҫ талант эйәһе үҙен төрлө яҡлап һәләтле, тырыш, тәүәккәл, ғәҙел журналист итеп аса. Стәрлетамаҡ сәйәси-мәғрифәт мәктәбендә белем алғас, Йомағужа районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Яуыз дошмандың баш күтәргәнен алдан белеп, 1940 йылда уҡ үҙе теләп, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә. Һуғыштың ҡайһы ғына нөктәһендә ҡатнашһа ла, ул һәр саҡ алғы һыҙыҡта була. Яуҙа ла шағир шиғыр яҙа, ижады менән фронтташ дуҫтарын Еңеүгә әйҙәй. Яраланғанда ла, госпиталдән сығыу менән йәнә сафҡа баҫа, дошманға ҡаршы көрәшеүен дауам итә.

Фронттан ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтҡан Фәтҡулла Комиссаров рухын һындырмай, һыҙланыу-ауыртыныуҙарын белдермәй, еңеүсе яҡташтары менән бергә яңы тормош башлай. Йәш быуынды уҡыта, шул уҡ ваҡытта партия район комитетында инструктор була, аҙаҡ “Ударсы” район гәзи­тендә баш мөхәррир вазифаһын биләй.

Фронтовик шағир 1954 – 1981 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең көньяҡ зона буйынса үҙ хәбәрсеһе була. Үҙенә тәғәйен­ләнгән биләмәләге дүрт ҡала һәм биш район эшмәкәрлеген баҫма биттәрендә даими яҡтырта. Үҙ-үҙенә талапсан, яуаплы журналист, һаулығы ҡаҡшауына ла ҡарама­йынса, ашҡынып йәшәй, бөтә ергә лә өлгөрөп ҡалырға тырыша.

Әгәр Фәтҡулла Комиссаров яҙған мәғлүмәттәрҙе бергә йыйһаң, күп томлыҡ йылъяҙма барлыҡҡа килер ине. Ошо дәүерҙең һулы­шын, үҙ быуыны кешеләренең яҙмышын яҡтыртҡан журналистың күп ҡулъяҙмалары донъя күрмәй ҡала. Ташҡа баҫылған ”Намыҫ” (1973), “Дауыл булып үттем дауылдарҙа” (2007) йыйынтыҡтары бай ижадының бер өлөшө генә булып тора. Был хаҡта кисәлә уның улы Салауат менән ҡыҙы Әлфиә әйтеп үтте.

Шағирә Мәрйәм Күсмәеваға Фәтҡулла Абдулла улы менән аралашыу, хатта бергә эшләү бәхете тейә. Тамашасыларға ул журналистың иҫ киткес яҡты, тыйнаҡ, намыҫлы кеше булыуы тураһында һөйләне. “Дауыл булып үттем дауылдарҙа” йыйынтығында районыбыҙҙың милли йолалары булған Яр һәм Көнгәк байрамдары хаҡында яҙып ҡалдырыуы киләсәк быуынға аманат булып яңғырай.

Үҙешмәкәр композитор, шағир, хәрби диңгеҙсе Фәнил Яманаев кисәлә үҙе ижад иткән “Бөйөк Еңеү” йырын башҡарҙы. Мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәнзилә Малабаева телмәрендә хөрмәтле яҡташыбыҙ Фәтҡулла Комис­саровтың балалары тураһында һөйләне, “алма ағасынан алыҫ төш­мәй” тигән кеүек, улар ҙа фиҙа­кәр хеҙмәте менән абруй яулаған тәртипле, тәрбиәле кешеләр, тине. Шәжәрәһен онотмаған, нәҫел-нәсәбен барлаған, ағас үҫтергән улы Салауат, һөйөклө ҡыҙҙары Наилә, Әлфиә, Нажиә атаһының намыҫына тап төшөрмәй, уның менән ғорурланып йәшәй.

“Мәләүез таңдары” әҙәби берек­мәһе ағзалары Хәлиҙә Шәйәх­мәтова менән Фәрзәнә Имәнғолова шағирҙың ойошма эше өсөн янып йөрөүе, ҡәләм тирбәтеүселәрҙе рухландырыуы тураһында бәйән итте. Ихлас сығышында Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Роберт Собханғолов Фәтҡулла Абдулла улының ижадына байҡау яһаны, шәхестең тағы ла күп матур һыҙаттарын билдәләне.

Йырсы Дамира Байморатова башҡарыуындағы халыҡ йырҙары, гармунсы Фәнис Ғабдрахмановтың халыҡсан көйҙәре алҡыштарға күмелде. Иң мәртәбәле бүләктәрҙе балалар баҡсаһында дүрт тиҫтә йыл тәрбиәсе булып эшләгән Гөлнур Семенова менән ейәндәре алып килгәйне. Денис авторҙың “Улым” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Биш йәшлек Альберт, өләсәһенең “Биҙәкле бағана” китабын китап­ханаға тапшырып, барыһын да һөйөндөрҙө. Нөгөш урта мәктәбе уҡыусыһы Алина Ғәбдрәшитова шағирҙың “Уралыма ҡайтам” әҫәрен һөйләне. Мәләүез ҡала­һындағы 3-сө гимназияның Х класс уҡыусыһы Эльза Үмәрғәлина, башҡорт халыҡ бейеүен башҡа­рып, байрамға йәм өҫтәне. Сергей Клименконың “Атайымдың хаты” йыры яугир-шағир рухына ихтирам булып яңғыраны.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған “Мин һеҙгә хәтерҙә ҡайтырмын...” тигән күргәҙмә абруйлы яҡташыбыҙҙың бай ижади мираҫын сағылдырҙы. Унда Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия лауреаттарының исемлеге лә бар ине.

Яҡты донъянан 59 йәшендә генә киткән Фәтҡулла Абдулла улы бай ижади мираҫ ҡалдырҙы. Шәхестең данлы тормош юлы һоҡландыра, ғорурлыҡ тойғоһо уята. “Намыҫ” исемле китабындағы намыҫлы геройҙарын, яҡташтарын ҙурла­ғанда, журналист үҙе лә ҙурланған. Матур эштәре, ҡылған ғәмәлдәре менән хәтерҙә йәшәгән Фәтҡулла Комиссаровтың рухы ғәжәйеп нур булып бөгөн дә яҡындарының, замандаштарының күңелен яҡтырта, балҡыта, тормош ҡәҙерен белергә өйрәтә.

 

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА

Мәләүез ҡалаһы.

Читайте нас