Сәсәнле ерҙең тамыры ныҡ

Дмитрий Фадеев фотоларыДмитрий Фадеев фотолары
Фото:Дмитрий Фадеев фотолары

Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында арҙаҡлы сәсән Ғәбит Арғынбаевҡа таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урын­баҫары Азат Бадранов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әми­нев, “Урал аръяғының йәмәғәт баш­ланғыс­тары союзы” йәмәғәт ойош­маһы рәйесе Иҙел Солтанов, билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, Баш­ҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғилева, “Ҡурай” телеканалының генераль директоры Рита Өмөтбаева, шулай уҡ Сибай ҡалаһынан, Көйөргәҙе, Әбйә­лил, Хәйбулла райондарынан ҡунаҡ­тар, стела асыуҙа ярҙам күрһәткән шәхси эшҡы­уарҙар, Ҡолсора ауылы биләмә­һе халҡы ҡатнашты.

Тантана ауыл һәүәҫкәрҙәре, район ҡурайсылары сығышы менән башланып китте. Азат Бадранов үҙ сығышында: “Баймаҡта, башҡа райондарҙан айырмалы, тарихи саралар бик күп үткәрелә. Таҡтаташтар, стелалар ҡуйыла. Шуның өсөн баймаҡтарға алҡыш­тар яуһын!” – тине.

Юлай Ғәйнетдинов: “Был ауыл менән мине туғанлыҡ ептәре бәйләй. Шуға ла ғорур­ланып килдем”,― – тине һәм Ғәбит сәсән тура­һын­да һөйләп үтте.

Иҙел Солтанов — таҡта­таш­тың авторы. Шуға ла был сара уның өсөн икеләтә байрам. Ул оло ҡыуаныс кисе­реүен белдер­ҙе, ауыл хал­ҡына, бағыусыларға, Башҡор­тостан Хөкүмәтенә рәх­мәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ғәбит Арғынбаев Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың кейәүе булған. Шуға ла был саранан Хәмит сә­сән­дең шәжәрә ебен дауам итеүселәр ҙә түрҙән урын алды. Раил Әлмөхәмәтов – тап шундай­ҙарҙың береһе. “Беҙ Хәмит сәсән тоҡомо­нан­быҙ. Бындай таҡтаташ ҡуйып, киләсә­гегеҙҙең нигеҙен нығыт­тыҡ. Артабан Икенсе Этҡол ауылында ошондай уҡ таҡта­ташты Хәмит сәсәнгә лә асырға уйлайбыҙ”, – тине ул.

Ғәбит Арғынбаев йыйын­дарҙа йырсы, әйтештәрҙә алдынғы­лыҡ­ты бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ойошторолған конкурста беренсе урындарҙы ала. “Унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй ине, шул саҡта үҙен-үҙе онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар урында илап, әҫәрләнеп торор ине. Уртала туҡтап ҡалып бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай ине”, — тип хәтирәләр ҡал­дырған уның хаҡында Мөхәмәтша Буран­ғолов.

Ғәбит сәсән Арғынбаевтан “Урал батыр”, “Күсәкбей”, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Ҡараһаҡал”, “Юлай менән Салауат”, “Байыҡ Айҙар сәсән” кеүек ҡоба­йыр­ҙар, йөҙәр­ләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.

 

 Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА

Читайте нас