

Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” байрамдары үткәрелеп тора. Йолаға әйләнгән сағыу саралар ауылдың тарихына күҙ һалыу, киләсәген билдәләү, арҙаҡлы шәхестәрҙе иҫкә алыу өсөн генә түгел, киләсәк быуындарҙы милли традициялар, халҡыбыҙҙың данлы юлы өлгөһөндә патриотик рухта тәрбиәләү өсөн кәрәк.
Беҙгә ҡалған мираҫ
Бала саҡҡа, йәшлеккә бәйле яҡты хәтирәләр һаҡлай Таңатарым. Йылғала ат йөҙҙөргән йәйҙәр, йәшлектең йоҡоһоҙ таңдары, йырлашып-гөрләшеп эшкә барыуҙар, ат сабыштырып эштән ҡайтыуҙар, киске уйындар, көҙгө ямғырҙар аҫтында күшеккән моңһоу кәбәндәр, ауылдың тымыҡ йә буранлы ҡыштарында мәкегә мал һуғара барыуҙар... Ҡайһы ғына миҙгелен-мәлен хәтергә алма, тыуған төйәгеңдең таныш һуҡмаҡтары, эскән һыуың, тир түккән баҫыу-ҡырҙарың, йыуалы-балтырғанлы туғайҙар, өйәңкеле күлдәр, иҫке зыярат – бөтәһе лә йөрәк семетеп күҙ алдына килеп баҫа, үҙҙәренә саҡыра, ҡайтырға өндәй.
Ауылдаштарымдың күбеһе, яңы йорт күтәрә алмағанға, иҫкергән ҡаралтыһын ташлап китте. Ҡайһылары, күңелгә ятырҙай кәсеп, эш булмауҙан, бәғзеләре башһыҙ түрәләрҙең юғарынан биргән “ауылыңдың киләсәге өмөтһөҙ (перспективаһыҙ)” тигән бәғерһеҙ әмеренә буйһоноп, ситкә сығып китергә мәжбүр булды.
60-сы йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитендә “Таңатарҙа таң ата” тигән мәҡәлә баҫтырғайным. Ул сыҡҡас, райондаштар араһынан ҡайһы берәүҙәр, редакцияға килеп ризаһыҙлыҡ та белдереп йөрөгән, йәнәһе, бөтөп барған ауылдың ниндәй атыр таңы булыуы мөмкин?! Ауылым, ысынлап та, бөттө, ер йөҙөнән юҡҡа сыҡты. Нигеҙ таштарына, кирбестәренә тиклем ҡаҙып алып китеп бөттөләр. Ҡасандыр йәм-йәшел бәпкә үләнле ауыл урамы, баҡсалары колхоз малына көтөүлеккә әйләндерелде. Ауылымдың аяныслы яҙмышын бер нисек тә үҙгәртә алмауыма әсенеп, 80-се йылдар башында “Аҡ тирмә” тигән поэма яҙҙым. Ул тормоштағы ысынбарлыҡты теркәү генә түгел, ә килер быуындарға өндәшеү, уларҙы иҫкәртеү, яңы хаталарҙан киҫәтеү ҙә ине.
Таңатар кеүек йә юҡҡа сыҡҡан, йә ташландыҡ, ҡабат яңыртыла башлаған ауылдар әҙме ни беҙҙә?! Әбйәлил районындағы Шаҙығай, Бөрйәндәге Аралбай, Көйөргәҙеләге Урта Мотал, Баймаҡ районындағы Шура, Ямаш, Юлалы кеүек өс тиҫтәнән ашыу ауыл, Хәйбуллала – Төрткән, Бикбау, Ишмөхәмәт, Ҡарағантуғай, Һыртҡамыш, Айыулы, Суҡраҡ һ.б., Йылайырҙа – Аралбай һәм улар һымаҡ бөтөүгә дусар ителгән бик күп ауылдарҙың иңрәүе ишетелә кеүек. Уларҙың бөтәһе лә бөгөн айырым иғтибарға, ярҙамға, иң юғарынан алып түбәнгә тиклемге етәкселәрҙең күңел йылыһына мохтаж...
Ҡарайып ятҡан өй нигеҙҙәре, ҡоролоҡҡа бирешмәгән акация ҡыуаҡтары, саған, ҡарама ағастары һәм бер ситтәрәк кәртәләп алынған иҫке зыярат ҡына ошоғаса тыуған төйәгемдә Таңатар ауылы булғанлығын хәтерләтә ине. Атай-олатайҙарҙың нигеҙен һыуытмау, ерҙе етемһерәтмәү тураһында әруахтар ҙа, моғайын, уйлай торғандыр. Һәр хәлдә, изге йәнтөйәктәр ер йөҙөнән юҡҡа сығырға, уларҙа ғүмер һөрөп, беҙгә мираҫҡа ошо тормошто ҡалдырып киткәндәрҙең яҡты иҫтәлеге хәтерҙәрҙән юйылырға тейеш түгел.
Таңатар ауылының ҡыҫҡаса тарихы
Башҡортостандың иң көньяҡ сигендә урынлашҡан ауылым тарихы Сәғит (Ҡалтай) ауылына бәйле. Таңатар – бүлендек ауыл: ул 1927 йылда Сәғит ауылынан 27 өйлө кешеләрҙең үҙ теләге менән бүленеп, яңы ергә – Таналыҡ йылғаһының Ураҙай тип аталған урынына күсеп сығыуҙан барлыҡҡа килә. Элек бында старшина Һабыр батыр Ҡотломбәтовтың ейәне Ураҙай Түләбаевтың өйөр-өйөр малы йәйләгән. Ҡышлауға урман ышығына, Һаҡмар буйына, Һабыр ауылына ҡайтыр булған. Ураҙай Түләбаевтың йәйләү урыны, уның ваҡытлыса төҙөгән утары булғанға күрә, Ураҙай тип аталып ҡалған.
Мостафа Мәмбәтов мулла яҙған “Мәмбәт шәжәрәһе”нән мәғлүм булыуынса (48-се бит), 1875 йылдарҙа Ураҙай ерен һәм уның Ҡолош, Бирлекүл тарафтарын 12 йылға ҡуртымға биреп, ун бишләп украинды Ураҙайға ултырталар. Мөҙҙәте тулғас, был кешеләр китә. Ураҙай ерҙәренә Мәмбәт балалары хужа була. Таналыҡ буйындағы буш ятҡан ергә, йәғни Ураҙайға, 1927 йылда Сәғиттән 27 йорттоң (хужалыҡтың) бүленеп сығыуын ауыл мөғәллиме, 43 йәшлек Сәғәҙәтдин Аллаяр улы Мәмбәтов ойоштора. Иң әүҙем ярҙамсылары: Октябрь революцияһы һалдаты, Украинала – Деникин, Питерҙа Юденич армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан ҡыҙылармеец Ғиләжетдин Рәхмәтуллин менән батша армияһы прапорщигы, Граждандар һуғышын үтеп ҡайтҡан совет әүҙемсеһе Әбүбәкер Ҡәйепов була. Яңы ергә күсергә риза булғандарҙың исемлеге төҙөлгәс тә, ойоштороусылар комитеты улыс үҙәгенә барып, мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә өлгәшә. Сәғәҙәт Мәмбәтовты Йылайыр кантоны бойороғо менән тап шул мәлдә Һабыр ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр.
Сәғиттән Ураҙайға – хәҙерге Таңатар ауылы еренә – күсеп ултырған йорт хужалары исемлеге:
Киләһе бер--ике йыл эсендә күршеләге Тураттан өс ғаилә: Нәбиулла Ғөбәйҙулла улы Туҡбаев (Хәйбулла, Сәхиулла исемле улдары менән); Ғарифйән һәм Хөрмәт исемле улдары менән Сафура Дәүләтйән ҡыҙы Туҡбаева (ире Сабирйән Туҡбаев вафат булған); Әбделхаҡ Нотфулла улы Нагаев күсеп сыға.
1930 йылда, күмәк хужалыҡҡа ойошоп, районда беренселәрҙән булып “Таңатар” колхозы төҙөлә. Уның тәүге рәйесе итеп алдынғы ҡарашлы, белемле Әбүбәкер Усман улы Ҡәйепов һайлана. Район етәкселеге колхозға “Фордзон” тракторы бүләк итә. Техниканы хужалыҡ рәйесе Өфөнән үҙе барып алып ҡайта.
Һөрөрлөк, иген сәсерлек ерҙәре күп кенә була таңатарҙарҙың. Ауылдың көнбайыш тарафында 1500 гектар һөрөнтө ер йәйрәп ята; көньяҡ-көнсығыш яҡлап, Таналыҡ буйлап, 200 гектар туғайлыҡ ерҙәре. Сәселгән игендәр һәйбәт уңыш бирҙе, һыубаҫар туғайҙарҙың үләне малға шәп аҙыҡ булды. 1935 – 1940 йылдарҙа Таңатарҙа бер аҙ күтәрелеш, үҫеш, алға китеш күҙәтелә. Колхоз игенселектә лә, малсылыҡ тармағында ла ҙур уңышҡа өлгәшә. Ололарҙың һөйләгәне буйынса, дәүләткә иген, ит, һөт, май, йөн тапшырыуҙа йыллыҡ йөкләмәләрен хужалыҡ арттырып үтәй. Алынған килем буйынса бер нисә йыл рәттән миллионер колхоз булып иҫәпләнә.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың 1940 йылғы мәғлүмәттәре буйынса, Таңатарҙа бөтәһе 156 кеше йәшәй, шуларҙың 71-е – ирҙәр, 85-е – ҡатын-ҡыҙ.
Район гәзите биттәренән
1931 йылдың ноябрендә сыға башлаған “Көрәш байрағы” район гәзите аҙна һайын тиерлек дәүләткә иген тапшырыу планын үтәү хаҡында белешмәләр биреп бара. Район колхоздары араһынан иген тапшырыу планын йөҙ процентҡа үтәгән хужалыҡтарҙы гәзит “Ҡыҙыл таҡта”ла барыусылар тип бирә. Был хөрмәткә лайыҡ иң алдағы биш хужалыҡ араһында “Таңатар” колхозы ла бар. Алған йөкләмәләрен үтәмәгән хужалыҡтар “Ҡара таҡта”ға эләккән. Район буйынса иген тапшырыу планы 62, 5 процент тәшкил итә.
“Көрәш байрағы”,
1932 йыл, 17 сентябрь.
* * *
Район матбуғатында йәнә бер йылдан һуң булған мәғлүмәткә иғтибар итәйек. Белешмәнән күренеүенсә, райондағы 54 күмәк хужалыҡтың 8-е иген тапшырыу планын 100 процентҡа үтәгән, 90 процент үтәүселәр – дүрт колхоз, “Таңатар” колхозы 88,18 процент кимәлендә иген тапшырып, 15-се урында бара. Әлбиттә, 1933 йылда ҡоролоҡ булғанын да оноторға ярамай. Әммә “Таңатар” колхозы бурысын 5 октябргә үтәй.
“Көрәш байрағы”, 1933 йыл,
26 сентябрь һәм 5 октябрь һандары.
* * *
Туңға һөрөү һәм силос һалыу барышы буйынса ла “Таңатар” колхозында эштәр насарҙан түгел: туңға һөрөү 70 процент булһа, силос һалыу 82 процент тәшкил итә.
“Көрәш байрағы”,
№ 55, 1933 йыл, 22 октябрь.
* * *
Колхоздарҙа йәш малдарҙы һаҡлау һәм мал һанын арттырыу саралары тураһында Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты һәм ВКП(б) район комитеты бюроһының ҡарарында байтаҡ колхоздар (“Красная поляна”, “Красная звезда”…), шул иҫәптән “Таңатар” колхозы ла тәнҡиткә эләгә: “Бигерәк тә “Таңатар” колхозында малсылыҡты кәметеүгә ҙур юл ҡуйылған. Һыйыр малы – 39 процент, һарыҡ-кәзә – 36 процент, аттар 29 процентҡа кәмегән”, – тип билдәләнә. Мал һанын арттырыу буйынса тейешле саралар күрелә.
“Ҡыҙыл байраҡ”, 1942 йыл, 14 апрель.
Төйәгебеҙ һуғыш йылдарында
Һуғыштың илгә һәм имен көн итеп ятҡан кешеләргә килтергән бәлә-ҡазаһын, ҡайғы-хәсрәтен бер ни менән дә үлсәрлек тә, сағыштырырлыҡ та түгел. Йөрәктәргә ул ҡара дауыл булып килеп ингән, атаны – әсәнән, әсәне баланан айырған.
Өс тиҫтәнән ашыу ир-егетте яуға оҙатҡан Таңатар ауылында колхоз яландарында эшләрлек кеше ҡалмай. Әммә олоһо ла, кесеһе лә, һуғыш осоро фажиғәһен, яуаплылығын берҙәй аңлап, ең һыҙғанып, билен биштән быуып эшкә тотона. Ҡарт-ҡоро, инәйҙәр, еңгәйҙәр, апайҙар һәм үҫмерҙәр – барыһы ла хәлдәренән килгән ҡәҙәр күмәк хужалыҡ эшендә ҡатнаша. Ололар менән бер рәттән тиерлек, егет ҡорона ингән Әбделхәй Ҡәйепов, Аҡмал Рәхмәтов, Хөснулла Усманов, Сәлихйән Аралбаев, 10–15 йәшлек үҫмерҙәр Әхмәтхан Рәхмәтов, Зәкирйән Туҡбаев, Рәжәп Аралбаев, Рәфҡәт Бәрәкәтов, Хәммәт Сәйфуллин, Фазылйән Рәхмәтов, Ғарифйән Аралбаев, Мирғәле Асҡаров, Нафиҡ Рәхмәтов, Үзбәк Рәхмәтов, Ғәлимырҙа Ҡәйепов ер һөрөү, иген сәсеү, бесән әҙерләү, лобогрейка менән иген сабыу, һуғыу, ашлыҡты таҙартып келәттәргә һалыу, көҙөн-ҡышын малдарға йөк-йөк бесән, һалам ташыу кеүек эштәрҙең барыһына ла ихлас егелә. Тракторсылар курсын тамамлаған Бәҙерниса Усманова менән Вәғиҙә Рәхмәтуллина ир-егеттәрҙән һис ҡалышмай тракторҙа йөрөй.
Ауылда малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын тиҙ арала ҡул аҫтына инә, ололарҙың ярҙамсыларына әйләнә. Йәйгеһен утауҙа, бесән күбәләүҙә, көҙгөһөн иген таҙартыуҙа, ырҙын табағында, келәттә, фермала мал бағыуҙа. 1930 – 1945 йылдарҙа иген урыу, һуғыу, таҙартыу күбеһенсә ҡул көсө менән башҡарылған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла колхозда игенде аттар егелгән лобогрейка менән сапҡандарын, ырҙында көлтәләрҙе һуғып ашлыҡ алғанды үҙ күҙҙәрем менән күрергә тура килде. Ул ваҡытта колхозда комбайндар булманы.
Ырҙында иген таҙартыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр эшләй. Унан һуң йәштәр төн уртаһына тиклем уйын ойоштора. “Наза”, “Түңәрәк”, “Әйлән-бәйлән”, “Әртил” кеүек күмәк бейеүҙәрҙә әйткән таҡмаҡтары ҡолаҡта әле лә яңғырап торғандай. Үткән замандың шаулы хеҙмәте, колхоз тормошо тураһын-дағы яҡты иҫтәлек булып апайҙарҙың таҡмаҡтары ғына тороп ҡалды шул:
Уйнап алайыҡ әле,
Йырлап алайыҡ әле.
Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та,
Бейеп алайыҡ әле!
Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка…
1936–1940 йылдарҙа райондың байтаҡ хужалыҡтары йәшелсә үҫтереүҙән ҙур ғына уңыш алыуға өлгәшә. “Таңатар” колхозында ла йәшелсә үҫтереү звеноһы Ғәлим Рәхмәтов етәкселегендә бер нисә йыл ҙур уңыш йыя. Һуғыш йылдарында иһә был эште, ауыл йәштәрен үҙ тирәһенә туплап, 62 йәшлек Йосоп олатай Ҡәйепов дауам итә. Таңатар ауылы ҡаршыһында Таналыҡ йылғаһы буйындағы “Йосоп баҡсаһы” тигән урындың атамаһы шул осорҙан ҡалған.
Яңы Ергән ауыл советына ҡараған Иләс, Таңатар һәм Яңы Ергән ауылдарынан Ватаныбыҙҙы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап һәләк булған 124 яугирҙең исеме ауыл уртаһындағы һалдат һәйкәле ташына уйып яҙылған. Ул исемдәр ташҡа ғына түгел, һәр һалдаттың бихисап туғандарының йөрәгенә уйып яҙылғандай…
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла, төрлө ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, кешеләрҙә йәшәүгә өмөт, алға ынтылыш, берҙәмлек тойғоһо көслө булды. Ауылда кемгәлер өй күтәреү булһынмы, дөйөм йәмәғәт малына һарай һалыу, күпер төҙөү кеүек эштәрҙе өмәләр яһап, бергәләп дәррәү башҡарырҙар ине.
1954–1956 йылдарҙа сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү эше киң ҡолас алды. Сәсеү майҙандары киңәйтелде. Иген уңды, дәүләткә күпләп тапшырылды, ауыл халҡына ла хеҙмәт хаҡына яҡшы ғына бүленде. 1957 йылда ла уңыш ҙур булды. Дәүләт бураларына иген күп тапшырылды. Механизаторҙар Рәхимйән Рәхмәтов, Зәкирйән Туҡбаев, Рәжәп Аралбаев, Нафиҡ Рәхмәтов, Үзбәк Рәхмәтов, Ғәлимырҙа Ҡәйепов, Айытбай Дансыҡбаев юғары хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Комбайнсылар Хәйбулла Туҡбаев, Аҡмал Рәхмәтов, Камил Рәхмәтуллин, Мәжит Ҡотоевтарҙың исеме район гәзитендә йыш телгә алынды. “СК-4” комбайнында бер нисә йыл рәттән иң күп иген һуҡҡаны өсөн 20 йәшлек ауылдашыбыҙ Камил Әбделхаҡ улы Рәхмәтуллин 1957 йылда Ленин ордены менән бүләкләнде.
“Таңатар” колхозы баҫыуҙарында тир түгергә 1937 – 1939 йылдарҙа тыуған йәш быуын үҫеп етте: Зиннур Аралбаев, Камил һәм Фәрит Рәхмәтуллиндар, Мөхәмәтша Күҫәков, Рәфил Ғөбәйҙуллин, Зәкиә Рәхмәтуллина, Вәлимә Рәхмәтова, Зифа Ҡотоева, Хәфизә Аралбаева, Нажиә Рәхмәтова, Люциә Ҡәйепова, Вәсилә һәм Фәриға Рәхмәтовалар… Яҙын – сәсеүҙә, йәйен – бесән әҙерләүҙә, көҙгөһөн ырҙын табағында төрлө эштә һынатманы улар. Күбеһенә йүнләп уҡыу ҙа эләкмәне. 6–7 класты бөткәндән алып колхоз ҡырҙарында, малсылыҡта бил бөктөләр.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауылда халыҡ һаны ныҡ ҡына кәмене. Бының сәбәбе иң әүәл һуғыш касафаты булһа, икенсенән, ҡайһы бер ғаиләләрҙең Ырымбур өлкәһенең Ерекле ГЭС-ы төҙөлөшөнә (Таңатарҙан 25-30 саҡрымда), Бүребай руднигына, район үҙәге Аҡъярға һ.б. яҡтарға күсеп китеүенә бәйле. 1959 йылғы мәғлүмәт буйынса, Таңатарҙа 98 кеше йәшәгән (1940 йылда – 156 кеше).
1960 йылдан Таңатар “Новый путь” колхозының 2-се бригадаһы булып ҡалды. Башланғыс мәктәптә Әхмәҙулла Юлдашбаев, Сәхиулла Туҡбаев, Кәрим Ҡәйепов кеүек абруй ҡаҙанған уҡытыусылар эшләне. Мәктәп һуғыш йылдарында ла ябылманы. Магазин халыҡты көнкүреш кәрәк-ярағы менән тәьмин итте. 1958–1959 йылдарҙа клуб һалдылар. Унда төрлө саралар, концерттар ойошторолдо, кино күрһәтелде.
1968 йылда Таңатар ауылы “перспективаһыҙ ауылдар” исемлегенә индерелә, һәм быға (ни өсөндөр?!) бер кем дә ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Ауыл халҡы күршеләге Яңы Ергән ауылына, бүтән яҡтарға күсеп китергә мәжбүр була. Шулай итеп, имен генә йәшәп ятҡан ауыл түрәләрҙең әмере буйынса юҡҡа сығарылыуға дусар ителә. Әммә таңатарҙар юғалып ҡалманы, йәш быуындар ата-бабаларыбыҙҙың исемен, данын, нәҫел-ырыу шәжәрәһен тоғролоҡло дауам итә…
Ҡәҙим АРАЛБАЙ
(Аҙағы бар.)

