“Уйһыҙ һүҙҙәрҙе әйтергә ҡурҡам. Уйһыҙ һүҙҙәрҙе төбөнән ҡырҡам...”

Динә Талхинаны мин үҙем шиғриәткә килгән мәлдән беләм. Күҙҙәренә һоҡланғайным. Шундай асыҡ, сабый кеүек саф ине ҡарашы! Күҙенән күҙҙе алырлыҡ түгел. Ә йылмайыуы! Талғын ғына, наҙлы ғына итеп һөйләшеүе!

1992 йылда беҙҙе, әҙәбиәткә көслө ташҡын булып гөрләп килеп ингән быуынды, Башҡортостан Яҙыусылар союзына алдылар. Улар араһында әле исеме халыҡҡа ныҡ таныулы Гөлнур Яҡупова, Флорид Бүләков, Тимер Ниәтшин, Тамара Искәндәрова, Динә Талхина, Әхмәр Үтәбай, Буранбай Исҡужин һәм башҡа талантлы әҙиптәр бар ине.

Динә апай 1952 йылдың 27 июлендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуған. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында рус бүлегендә уҡыған. Аҙаҡ Учалы ҡалаһында мәктәптә инглиз һәм рус телдәренән белем биргән. Шунан Учалы районының “Ураҡ һәм сүкеш” гәзите редакцияһына хәбәрсе булып күскән, хаттар бүлегендә эшен дауам иткән.

Беҙ танышҡанда Динә Азат ҡыҙы “Китап” нәшриәтендә балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире ине. Был яуаплы бүлеккә етәкселек итеү өсөн Динә апай кеүек асыҡ күңелле, ихлас, эскерһеҙ булырға кәрәктер. Тормошта үҙ урынын, яратҡан шөғөлөн тапҡан шағирә бында ғүмеренең һуңғы көндәренәсә хеҙмәт итте. “Эшләне” тип түгел, “хеҙмәт итте” тип әйтеүем юҡҡа түгел. Үҙ бурыстарына яуаплы ҡараны, ауыр сирҙән һыҙланһа ла, ауыртынһа ла, сабыйҙар өсөн яҙылған ҡулъяҙмаларҙы мөкиббән бирелеп уҡыны. Шәп яҙыусыларҙы йәлеп итеп, заказ буйынса төрлө темаға, балалар ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ, фәһем, тәрбиә алырлыҡ әҫәрҙәр яҙҙырҙы. Донъяны яратып туйманы шағирә. Һәр көнө һаулыҡ өсөн аяуһыҙ көрәш булғанда ла, йөрәгендә йылылыҡ, тәрән хис-тойғо йәшәне.

 

Йәшәү йәме, сәме

 

Һыҙылып ҡына алтын таң ата,

Ынтылып та тота алмайым.

Иҫтәремде ала һандуғас,

Йырҡайҙарын ота алмайым.

Тота ла алмаҫ таңдар барҙа

Тартыр беҙҙе ерҙең йәмдәре.

Ота ла алмаҫ йырҙар барҙа

Ерҙә тотор йәшәү сәмдәре.

Динә Талхинаның үҙенең дә шиғырҙар китабы балаларға әсбап булырлыҡ. “Тылсымлы күлдәктәр” (1989), “Бармаҡтарым арыны” (1991), “Веселая азбука” (рус телендә, 1993), “Зәңгәргүҙ әкиәттәре” (1993) һ.б. Тыуған ил, туған тел, Ватан тураһындағы байтаҡ шиғырҙары дәреслектәргә ингән. Ололар өсөн яҙылған әҫәрҙәр менән бергә уның ҡыҫҡа ғына ғүмерендә 11 йыйынтығы ташҡа баҫылды. Һәр береһе уҡыусы күңеленә яҡты нур булып барып ятты. Ҡайһы бер шиғырҙарына йырҙар яҙылды.

Лирик шағирә булараҡ, Динә Талхина тормошто үҙенсә генә күрҙе, уға һоҡланды һәм әҫәрҙәрен образдар, сағыштырыуҙар менән биҙәп, нурға төрөп, уҡыусыһына еткерҙе.

 

Тирәктәр сәскә атҡанда

 

Эх был йәмле йәйге көн

Аҡ ҡарҙарға күмелә.

Әйтерһең дә, тирәктән

Йырҙар ғына һибелә.

Урамды күмеп киткән

Аҡ мамыҡтар бураны.

Гүйә, тора тирәктәр,

Шул моңдарға уранып.

Бурандар, моңдар аша

Йылмайып һиңә бағам.

Баш өҫтөндә болоттар

Аҡҡоштай ҡанат ҡаға.

Тирәктәр, мамыҡ ҡойоп,

Киләләр төҫлө атлап,

Хистәремде, булмышымды

Сәскәләр менән аҡлап.

Йәйҙең иң матур мәлендә, донъя сәскәгә төрөнгәндә тыуған Динә Талхинаның күп шиғырҙары ошо йәмле миҙгелгә арналған. Йәй ҡыҙы берсә күбәләк булып талпына, берсә һандуғас булып түгелеп һайрай, берсә ҡайын япрағы булып елберләй, берсә тулҡын булып кеше күңелен ҡаға...

Яландарым

 

Яландарым ялындырмай:

Иркәләй мине, наҙлай.

Зөбәржәттәй үләндә

Ысыҡ тамсыһы баҙлай.

Яландан яланаяҡлап

Йүгереп атлап үтәм.

Һәр сәскә – минең серҙәшем,

Уларға серем һүтәм.

Яландарым ялмап ала

Уйҙарҙың һағыштарын…

Йәнем йәмгә ҡойона бит –

Аһ, ялан нағыштары!

 

“Башҡортостан” телера­диоко­мпания­һының “Тамаша” ижад берекмәһендә эшләгән сағым. Билдәле яҙыусылар, артистар тураһында видеофильмдар әҙер­ләйем, студияға саҡырып әңгәмәләшәм. Динә апай ҙа телевидениеның ҡәҙерле ҡунағы булды. Балалар әҙәбиәте, китап нәшер итеү хаҡында рәхәтләнеп һөйлә­шәбеҙ. Бер мәл үҙенең ижады буйынса 15 минутлыҡ тура эфирға саҡырҙым. Апайым шиғырҙарын ятлаған, һорауҙарыма яуап әҙерләгән. Бына бер саҡ студия яҡтырып китте, төрлө яҡтан камера күҙҙәре беҙгә тексәйҙе. Динә апайым ҡаушаны ла ҡуйҙы. Матур итеп күҙҙәремә ҡараған да, тыйнаҡ ҡына йылмайған да телһеҙ ҡалған. Күҙҙәре бөгөнгөләй күҙ алдымда. Мин һаман үҙем һөйләйем. Шунан өҫтәл аҫтынан апайҙың ҡулын тотоп алам да йомшаҡ ҡына итеп ҡыҫам. “Ҡурҡма, мин эргәңдә”, йәнәһе. Динә апай яуап итеп ҡулымды шатырҙатып ҡыҫып алды ла артабан ысҡындырманы. Матур итеп сиселеп, һөйләп алып китте. Тапшырыу аҙа­ғынаса ҡулын ҡулымдан ысҡындырманы. Шул турала аҙаҡ оҙаҡ ҡына көлөп һөйләп йөрөнөк.

Динә Талхина бик ихтирамлы, кеше йәнле булды. Бер ҡасан да авторҙарына ҡаты өндәшмәне, уртаҡ тел тапты. Ҡулъяҙмаларында етешһеҙлек булһа, тыныс ҡына, ипле генә итеп аңлатып, яңынан эшләргә биреп ҡайтарыр ине. Ул һәр авторҙа ҙур талант эйәһен күрҙе. Маҡтап, йөпләп кенә торҙо. Кешенең хәтерен ҡалдырыуҙан, ауыр һүҙ менән күңелен яралауҙан ҡурҡты.

 

Һүҙҙәр

 

Һүҙҙе алалар,

Һүҙҙе бирәләр.

Һүҙҙе кешеләр

Туптай күрәләр.

“Шап-шоп” һүҙҙәр бит

Йөрәккә һуғыла.

“Шап-шоп” һүҙҙәрҙән

Кеше йығыла.

Кеше йығыла,

Тормай ҡабаттан.

Шуға һүҙҙәрҙе

Уйлап тағатам.

Уйһыҙ һүҙҙәрҙе

Әйтергә ҡурҡам.

Уйһыҙ һүҙҙәрҙе

Төбөнән ҡырҡам.

Ете түгел, етмеш тапҡыр

Һүҙемде әйтәм уйлап.

Яман һүҙҙәр диңгеҙенән

Сығып булмаҫ бит буйлап.

Һүҙемде әйтәм уйлап!

Тыуған төйәгендәге күркәм яландары кеүек күңеле ныҡ киң ине шул шағирәнең.

 

Кинәнеп атлап киләм

 

Эй туғай буйлап сабам,

Эйелеп, еләк ҡабам,

Ағастарға һыйынам,

Ҡош йырына ҡойонам.

 

Аяҡ аҫтым гөл генә,

Аяҡ аҫтым гел үлән.

Гүйә, йәшел келәмдән

Кинәнеп атлап киләм.

 

Ҡош йыры ҡанат ҡуя:

Күтәреләм күктәргә.

Болоттарҙы йыйып алып,

Теҙеп ҡуям ептәргә!

“Болоттарҙы йыйып алып, ептәргә теҙеп ҡуйған” әҙибә тылсымлы һүҙҙәрҙе йыйып, шиғыр итеп тә, хатта уҡымлы, фәлсәфәүи, фекерле мәҡәлә итеп тә теҙә белде. 1989 йылда “Башҡортостан” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булды. Абруйлы баҫмабыҙҙың хеҙмәткәрҙәрен бик ихтирам итте, гәзиттең уҡымлы булыуына үҙ өлөшөн индерҙе.

 

Алтын ғүмер

 

Алтын да ғына алтын балдаҡ...

Алтын да ғына йылдар, ай, уҙа.

Алтын ашалыуы һиҙелмәй ҙә,

Беҙҙең алтын ғүмер, һай, туҙа.

Туҙыр ҙа ғына ғүмерҙәрҙе

Ҡәҙерҙәрен белмәй тотонола.

Шатланып та йәшәр урынға

Үкенестән уттар йотола.

Алтын да ғына алтын балдаҡ...

Ваҡыттарҙы булмай шул алдап.

Алтын балдаҡ биргән яҙҙар менән

Көҙ генәне булмай шул ялғап.

Ялғап та ғына булмаған дәүерҙәре

Һағындырып үтә үҙәккә,

Төштәремә кереп, һиҫкәндереп,

Үкендереп тә генә, ай, йөҙәтә.

Бары 55 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күскән Динә апайҙың матур донъяларҙан иртә китеүе йөрәкте өҙә. Йәйҙә тыуып, ғүмер йәйен туйғансы йәйләп, кинәнеп йәшәп өлгөрмәне ул, ләкин тормошо үкенесле булманы. Үҙенән һуң ҡәләм оҫтаһының йырҙары, шиғырҙары ҡалды. Матур кеше тураһында матур иҫтәлектәр, яҡты хәтирәләр ҡалды.


Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Читайте нас