Уйҙырма түгел... (Хикәйә)

Факил Мостафин коллажыФакил Мостафин коллажы
Фото:Факил Мостафин коллажы

Ғәлимдең кәйефе һәйбәт. Гектарынан 20-шәр центнер иген йыйҙылар. Ана, тау-тау булып өйөлөп ята. Малға ла, ашарға ла етерлек.

Жора хәҙер һирәгерәк килә. Ҙур эштәр менән мәшғүл. Ҡалала торлаҡ, икенсеһендә завод төҙөргә ҡушҡандар. Шундағы хужа­лыҡтарҙың байтаҡ ерен һатып алған. Беҙҙең халыҡ ирәбе бит. Араларына килеп баш­ҡорт­са һөйләп, “Любезники”ҙы йырлап, “Уралым” менән тамамлап ҡуйғайны, хөрмәт итеп һоҡланып, һәр һүҙен алҡышлап, үҙенеке иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Көҙгә һайлау, ти. Шунда үҙенең кандидатураһын күрһәтергә йыйына, ти. Юғарынан да рөхсәт бар, имеш, тиҙәр. Ә ул һатып алған ерҙәрҙең күбеһе хәҙер эшкәртелмәй. Жора әйтә, ул хәтле иген беҙгә нимәгә, ти. Һыйырҙар әҙ, шулай булғас, игенде сит илдәр күпме һатып ала, шул хәтле етештерәсәкбеҙ.

Ә халыҡ был коммунизм тигәндәрен һаман онотмаған әле. Юҡ-юҡта йә шаяртып, йә кенә ҡыуып һорай ҡуя:

– Йә, иптәш Әхмәҙиев, хөрмәтле Ғәлим Хәсән улы, ҡасан була беҙҙең коммунизм?

– Һуңыраҡ, – яуабын тапты Ғәлим. – Һин беләһеңме, Фәләнбай ағай, коммунизм ул ана анауы офоҡ һымаҡ. Һин уға ни тиклем яҡынайһаң, ул шул тиклем алыҫыраҡ китә. Америка төҙөй алмаған коммунизмды беҙ генә ике-өс йылда төҙөй алмаҫбыҙ, түҙемле булайыҡ. Теге ваҡыт беренсе секретарь нимә тине? Беҙ коммунизмдың рәхәттәрен күрә алмаһаҡ, беҙҙең балаларыбыҙ, улар булмаһа, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ кинәнер, тине. Эшләйек.

Эшләнеләр. Бар һаулыҡ яланда, ферма­ларҙа бөттө. Жора Ғәлимдән биш йәшкә өлкән, ә ҡиәфәте унан 10 – 15 йәшкә йәшерәк күренә. Үҙен һаҡлай был егет. Орлоҡ эшкәртә торған келәткә кермәй. Ни өсөн кермәй? Сөнки орлоҡто нимә менән эшкәрткәндәрен белә. Ана бит тоҡтарына, мискәләренә әҙәм башы һөйәктәре төшөрөлгән. Ҡурҡыныс!

…Ғәлим һаман ята. Эх, береһе өйөнә алып ҡайтып, мунсаһын бик ҡыҙыу итмәй генә яғып, йыуындырып алып килһә ине. Хәҙер уны мунсаға алып ҡайтыу түгел, хәлен белерлек тә кеше юҡтыр ауылда. Күбеһе вахта менән Себер олаҡты. Себерҙән тар­тын­ғандары Мәскәүҙе баҫып алды, Сочи яҡтарында төҙөлөштә йөрөй. Ә кемдәр ҡырға китә алмай, улары бында, бисәләре эргә­һендә. Комбайндар, тракторҙар кәрәк булған­да ғына эшләй. Ҡыш бурандарҙан һуң бар донъяны ҡар баҫа. Аҙна буйы соҡоноп, саҡ килеп сығалар.

Ә колхоз тигәндәре әллә бар, әллә юҡ. Крәҫтиән хужалығы тиҙәрме? Үҙҙәренең тарихынан көлгән һымаҡ “Коммунизмға” тигән исемен дә ҡалдырҙылар. Ғәлим дә хужалы­ғын күптән ят ҡулдарға тотторҙо. Ара-тирә, нисек эшләйҙәр икән тип, күҙ һалып ҡына китә. Барыһы ла башҡаларҙыҡы һымаҡ. Юл эргәләрен эшкәртәләр, сәсергә тырышалар. Элек Ғәлим хужа саҡта гектарынан 20-шәр центнер йыйһалар, игенде ҡайҙа ҡуйырға белмәй торғайнылар. Машиналар меңдәрсә тонна иген ташыны, хәҙер ана, ырҙын таба­ғында турғай сүпләрлек тә юҡ. Элева­тор­ҙарҙың ҡапҡаларын асҡан кеше күренмәй. Ни өсөн күренмәй? Сөнки һаҡларға иген юҡ. Алдан уҡ һатып бөтәләрме?

– Эх, егеттәр, һеҙ кемде алдайһығыҙ?! – тине Ғәлим бер килгәнендә. – Бына мин һәр гектарҙан 20-шәр центнер йыя торғай­ным, элеваторҙа сират, машина тәүлек үткәс кенә әйләнеп ҡайта. Кисә көн буйы район менән ҡала араһын тапаным. Иген тейәгән бер машина күрмәнем. Ярай, иген бар, ти, уны һаҡларға һалырһығыҙ, һатырһығыҙ, ашатырһығыҙ, ә кемгә ашатырһығыҙ? Һыйырҙарығыҙ юҡ бит.

– Күп белһәң, тиҙ ҡартаяң, – тине йәш кенә Ҡафтау егете.

Үҙен танып тора Ғәлим, Жораның өлкән улының малайы. “Күп белһәң, тиҙ ҡартаяң”... Ах, яуыз! Хәҙер һин дә телде үҙләштерә башланыңмы?

– Олатайың ҡайҙа йөрөй? – тине Ғәлим, һүҙҙәрен теш араһынан ғына сығарып.

– Олатай ял итә, олатай арыған, – тине маңҡа малай.

– Ҡайҙа ял итә?

– Мысыр, былтыр – Тунис, сәләм әйтәйемме?

– Әйтмә, – тине Ғәлим асыулы ғына, – сәләмемде алыр булһа, исмаһам, инеп бер хәлемде белер ине.

Автобус менән йөрөп күҙе тондо. Өҫтәүенә, баш табипҡа Ленин орденын тағып барып ингәйне. Уныһы ҡартҡа күҙ ҙә һирпмәй, түшендәге орденына ғына ҡараны. Аҙаҡ: “Һеҙгә нимә кәрәк?” – тине битараф ҡына.

Ғәлим үҙенең зарын һөйләй башлағайны, секретаршаһын саҡырҙы.

– Регистратуранан ҡағыҙҙарын алығыҙ, урынбаҫарға индерегеҙ, тиҙ арала дауаханаға урынлаштырһын.

– Рәхмәт, улым, – тине Ғәлим, күңеле булды. Онотмағандар икән. Сығып барғанда ла ҡат-ҡат рәхмәт әйтте.

Табип:

– Туҡта, бабай, мин һеҙҙе беләм. Бынауы ҡалайығыҙҙы таҡмайынса килһәгеҙ ҙә, ярҙам итер инем. Уны ниңә үҙегеҙҙе кәмһетеп, сыл­тырлатып  йөрөтәһегеҙ? – тине.

Ғәлимдең ҡан баҫымы шунда уҡ һикерҙе, йөрәге дарҫлап типте. Маңҡа малай, һин ниндәй тимер, ниндәй ҡалай киҫәге һөйләйһең? Уны миңә Шакиров үҙе тағып ҡуйҙы. Ошо хаҡта йомшағыраҡ ҡына әйтергә тырышҡайны, йәш табип барыбер аңламаны.

– Бабай, кәйефегеҙҙе боҙғом килмәй, шулай ҙа ҡайтҡас орденығыҙҙы ентекләп ҡарағыҙ әле.

Нимә һөйләй был малай?! Ҡайт­ҡансы йәшәргә кәрәк бит әле. Ҡарт ҡалтыранған ҡулдары менән орденын тотҡолап ҡараны. Уның түшендә орден түгел, әллә сәй ҡурғашы, әллә орденға оҡшаған йоҡа тимер киҫәктәре елберҙәп тора ине. Ҡарт төшөндө: уның орденын күп­тән урлағандар, ә ул һаман да шуны тағып, уның ҡөҙрәтенә ышанып, коммунизм төҙө­йөм тип йөрөгән. Ҡай­һы­һы­ның ҡылығы икән? Үҙҙәренекеләр түгел­дер ҙә инде. Өлкән ейәне килгән һайын тотҡолап ҡарап, 5 мең доллар, тигәйне. Әл­лә шуныһымы?.. Үҙенеке урлаһа, харап бит. Әбейенә күпме әйтте, күҙ ҡараһындай һаҡла, тине. Юҡ, алда­ғандар, урлағандар. Ошонан да ҙурыраҡ юғалтыуҙың булыуы мөмкинме? Уның ғүмер­лек хеҙмәтен түшенән һыпырып алғандар ҙа үҙҙәренең мәнфәғәтендә файҙаланғандар. 50-60 йыл ғүмере шулайтып табип бүлмә­һендә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Үҙен тота алманы Ғәлим. Йөрәге туланы, башына күҫәк менән һуҡҡандай булдылар. Шулай ҙа үҙендә көс тапты ҡарт. Баш табипҡа боролдо, йәлләнес итеп йылмайҙы:

– Йә инде, һеҙ мине “алйыған ҡарт” тип уйламағыҙ инде, мине бит талағандар, орденымды урлағандар. Минең берҙән-бер байлығым, хеҙмәтемдең шаһиты.

Ғәлим ҡарт тағы әллә нәмәләр һөйләргә теләгәйне. Ауыҙы асылды ла ябылды, тел тыңламаны, нимә һөйләгәнен белмәне. Хәйер, һөйләйме? Һөйләмәй, ыңғыраша. Әллә аҡланамы? Кемдәрҙелер әрләйме? Ҡара, эргәһенән туҡ йылмайып Жора үтеп китте. Нимә ти ул? Бүреләр араһында йәшә­гәс, улар һымаҡ олорға кәрәк.

Нисек ҡолап киткәнен хәтерләмәй Ғәлим. Ҡоланымы, киҫкән ағас һымаҡ гөрһөлдәп ауҙымы, баш табип ҡына бында ине.

– Эх, бабай, бабай, коммунизм төҙөп йонсоғанһың шул, – тине.

Тиҙ арала реанимацияға оҙаттылар. Унда ике-өс аҙна йәшәү өсөн көрәште. Аҙаҡ әллә тынысланды, әллә тамам ысынбарлығын юғалтты.

Уның янына балалары килде. Эй, матур итеп уйнайҙар. Олатаһын хөрмәт итәләр, яраталар шул. Башҡортса ла һөйләшә­ләр­ме? Ниндәйҙер ят телдә үҙ-ара бәхәсләшеп китәләр. Инглиз телеме, әллә ҡафтауҙарҙы­ҡымы?

– Олатай, олатай, – ти бәләкәй генә ҡыҙыҡай, ейәнсәре, имеш, – беҙҙең ауылда коммунизм булдымы ул?

– Булды, беҙ коммунизмда йәшәнек, – ти Ғәлим. – Беҙҙә бөтәһе лә бар ине, бына ошо ерҙәр элек бөтәһе лә беҙҙеке ине. Беҙ унда иген, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерҙек, кешеләр бәхетле йәшәне.

Төш тә, өн дә бергә ҡушылды ла тамам ҡартты үҙе өйрәнгән ысын­барлыҡтан айырып алды. Коммунизм тигәндәре нимә булды икән, тип һорарға теләй Ғәлим, ләкин ауыҙын асҡаны ғына кү­ренә. Ниндәйҙер өндәр сығара, ләкин һөй­ләшкәнен берәү ҙә аңламай. Аңларлыҡмы һуң?

...Бәләкәй саҡ. Әсәһе бер ҡаҙан итеп та­ры бутҡаһы бешергән. Ана, атаһы килеп ул­тырҙы араларына. Ниндәйҙер йылы һүҙҙәр тапты, әсәләренә өндәште:

– Ҡара, әсәһе, бер туйғансы бутҡа ашап булырмы, тип ғүмер буйы хыялландыҡ. Бына бер сеүәтә ашағайным, тамаҡ та туйҙы. Кешегә күпме кәрәк инде. Әйҙәгеҙ, балалар, ашағыҙ, ашаған малда йүн бар. Эш тә күп. Хәҙер күмәкләп Оҙонҡырға сығырбыҙ. Бәлхиә, теге тауыҡты һалып ал, – тип ҡатынына өндәште. – Булған ризыҡты үҙебеҙҙән йәлләп ултырмайыҡ әле. Яланға сығып, бер туйғансы ашайыҡ.

Эй күңелле итеп ултырҙылар яланда, хатта балаларҙың ҡунып ҡалырға ла теләге бар ине.

– Юҡ, – тине әсәләре, – хәҙер һыйыр ҡайта. Кем һөтөн һауа, ҡаймағын кем үткәрә?

Бер көндө дауаханаға ҡаланан ирек­мән­дәр килде. Палатанан-палатаға йөрөп, ауы­рыуҙарҙың хәлен белделәр, ярҙам иттеләр. Ике әзмәүерҙәй егет, кибеп бөткән Ғәлим ҡартты ике ҡуллап тотоп, душҡа индереп, йыуындырып алып сыҡты. Ғәлим йыуындыр­ғандарын, кейендергәндәрен яҙа-йоҙа ғына аңлап ҡалды. Ах, мунса булһа ине саҡ ҡына. Алдына әллә күпме ризыҡ теҙеп ҡуйҙылар. Әллә бутҡа ғына ике төрлө ине, береһе – тарыныҡы, икенсеһе – ҡарабойҙайҙыҡы.

Шунда ҡарттың быға тиклем томан эсендә һымаҡ тойолған аңы асылғандай булды. Бәләкәй генә ҡалаҡ менән тәмле бутҡаны алып ҡапҡанда, аптыранған егеттәргә ҡараны:

– К-ккк-м-зм.

Егеттәр уны аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты.

– Нимә һорай ул? – тине береһе.

– Әлләсе, аңламайым, – тине икенсеһе.

Был мөйөштә Сәлихтән Йыһанша ҡарт ята ине.

– Белмәйһегеҙме ни? Ул бит “коммунизмдан” тине.

– Коммунизмдан? – тине егеттәрҙең береһе. – Ниңә, коммунизм бармы ни ул?

– Нишләп булмаһын, – тине Йыһанша ҡарт. – Бына һеҙҙең алдығыҙҙа ята “Коммунизм”дың рәйесе.

Ике әзмәүер Йыһаншаның шаяртыуын ҡабул итте, хахылдап көлөштөләр. Икенсе көнөнә тағы ла ҡарттың алдына бар булған һыйҙы теҙеп ҡуйҙылар.

Тамам ысынбарлыҡтан алыҫайған ҡарт алдында ятҡан һый-ниғмәтте күреп, шуға төшөндө: коммунизм килгән бит, бына, уның алдында ята. Йә, Аллаһ, коммунизм тигән­дәре ошо була икән. Ҡарт арлы-бирле ашарлыҡ, аҙыҡ-түлекте ҡабул итерлек ине әле. Йәш егеттәрҙең ҡартҡа өр-яңы сатин пижама кейҙереүе ҡартты тамам бәлтерәтте. Пижаманы бер генә һыпырҙы ла башы түбән эйелде. Өлкәне кесеһенә өндәште:

– Да, был китеп бара бит, ҡултамғаһын алып ҡал, быларҙы нисек списать итергә?

Коммунизм Ғәлим ҡартты тамам бөлдөрөп ҡуйҙы. Ул осоп барғанда шуға ғына үкенде: “Эх, анау сатин кейемдә ауыл урамынан бер үтергә ине. Өлгөрмәне...”

-  Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Читайте нас