Ырымбур башҡорттарының мәҙәни мираҫы бай

Красногвардейск районының 55 йыллыҡ юбилейы һабантуйҙай гөрләне.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Ырымбур өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, 2800 квадрат километр майҙанды биләгән Красногвардейск районының үҙәге – Плешаново. Башҡорттар уны Пләшән тип йөрөтә. Район территорияһы 1917  йылға тиклем Һамар губернаһына ингән булған. Башҡорт республикаһы ойошторолғандан һуң БАССР составына Туҡ-Соран кантоны булараҡ беркетелгән. Был кантон башҡорттары заманында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары етәкселәре, гәзит-журнал мөхәррирҙәре булып эшләгән. Сығышы менән Туҡ-Сорандан булған Дауыт Юлтый 1921 йылдан “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире була. Ҡасим Аҙнабаевҡа баҫмабыҙҙа етәксе вазифаһында шәхес культы осоронда эшләргә тура килә.

 

Йыр-моң төрлө булһа ла...

 

Милләттәштәребеҙ тупланып йәшәгән Красногвардейск районын­дағы иң ҙур ауылдар: Бәхтийәр, Иҫке Юлдаш, Ҡаръяу, Кесе Юлдаш, Пролетарка, Түбәнге Ильяс, Үрге Ильяс, Юлтый, Яйыҡ, Яңы Юлдаш һ.б. Был төйәктә актриса Вәкилә Ҡалмантаева, шағир Сөләймән Муллабаев, яҙыусы Дауыт Юлтый, ғалим Әхәт Ниғмәтуллин һәм башҡа шәхестәр тыуған.

Райондың юбилейы һабантуйҙай гөрләп торҙо. Башҡорт, ҡаҙаҡ тирмәләре боронғоса, бай итеп биҙәлгән. Ҡунаҡсыл хужалар түргә саҡырып, милли ризыҡтар менән һыйлай. Рус, немец, украин, татар халыҡтары мәҙәниәтен сағылдыр­ған зауыҡлы мөйөштәрҙә лә һыйҙан һығылған өҫтәлдәрҙән күҙ ҡамаша, милли кейемдәге ҡыҙҙар һәм егеттәр халыҡ кәсептәрен күрһәтә. Һәр тарафта төрлө-төрлө йыр-моң. Йыр-моң төрлө булһа ла, һәр милләт вәкиленең йөҙө ихлас балҡый, сөнки улар – бер татыу ғаиләнең балалары.

Красногвардейск районы халҡын юбилей менән Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер, ауыл хужалығы министры Сергей Балыкин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Думаһы депутаты Олег Димов, район хакимиәте башлығы Юрий Классен тәбрикләне. Хеҙмәт алдынғы­ларына бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ошо бәрәкәтле төбәктә тыуған тарихсы-ғалим Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән телмәр тотоп, Бикбулат Кучаевты – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы, балалар табибы Земфира Яйыҡова һәм башҡаларҙы Ҡорол­тайҙың маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.

 

Көмөш өҙәңгеләр, беләҙектәр, йөҙөктәр...

 

Минең иғтибарымды уйсан патефон уйнатып, ағылған моңдо хисләнеп тыңлап ултырған ағай йәлеп итте. Ул Яңы Сергеевка ауылында йәшәгән Фазулла Фәйзулла улы Сәйетов булып сыҡты.  Йыйынға Туҡ буйы башҡортта­рының тарихын сағылдырған “Башҡорт мәҙәниәте” исемле шәхси күргәҙмә  алып килгән. Хәҙер инде ер йөҙөнән юғалған тыуған ауылы Бәләкәй Иҫәнғол тураһында киләсәк быуын белһен өсөн, үҙ көсө менән шул урында һәйкәл эшләткән. Йыл да барып, буяп, ҡәҙерләп, тәрбиәләп йөрөй. Александровкалағы “Туҡ-Соран кантонынан Граждандар һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә” тигән һәйкәл дә 12 йыл элек үҙ иҫәбенә ҡуйылған. Халыҡ күрһен, тарихты белһен, ти йәше 76-ға киткән ил уҙаманы.

Фазулла ағай Чернобыль һәләкә­тен ликвидациялауҙа ҡатнашҡан. II дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн орденының миҙалы менән бүләкләнгән. Ул шәхси күргәҙмәһе менән ихлас таныштырып, һәр ҡомартҡы тураһында бәйнә-бәйнә һөйләне. Экспонат­тарҙы күберәк һыу төбөнән, боронғо ауылдарҙағы өй нигеҙҙәренән  табып, реставрациялап, таҙартып ала икән. Саф көмөштән, еҙҙән өҙәңгеләр! Боронғо биҙәнеү әйбер­ҙәре: аҫылташтар менән биҙәлгән йә семәрле көмөш, еҙ беләҙектәр, балдаҡтар, йөҙөк­тәр... Алыштарҙа күп ҡатнашып, йөҙө кителеп бөткән ҡылыстар, һауыт-һаба, еҙ самауыр, батмус... Әбей батша, Николай I заманынан көмөш ҡалаҡтар, хан заманынан ғәрәпсә яҙыулы ҡомған, көмөш тирәсле көҙгө... Һанап бөткөһөҙ инде затлы ҡомартҡылар. Немец, инглиз, фин төймәләре. Ҡайыш ҡаптырмалары араһында мадъяр­ҙыҡы ла килеп эләккән. Ҡыҙыл баҡырҙан яһалған, ҡулына туҫтаҡ тотҡан ҡыҙ статуэткаһы. Боронғо байҙыңмы, түрәнеңме сәмреғош төшкән мисәте. Ул бөткән ауыл нигеҙенән табылған.

Фазулла ағайҙың: “Үҙем иҫән саҡта Башҡортостандың Милли музейына тапшырырға ине ғүмер буйы йыйған ҡомартҡыларымды”, – тигән һүҙенә ҡатыны Фәүзәнә апай ҙа ҡушыла: “Өлкәнәйеп киттек. Экспонаттар менән түрбаш, солан, ишек алды тулған. Музейҙан кеше өҙөлмәй. Төрлө ерҙәрҙән киләләр. Уларҙан бер тин дә алмайбыҙ. Тарих менән ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡыуанабыҙ ғына”.

Заманында Фазулла ағай Башҡортостандың Милли музейына ун экспонат биргән икән. Ғорур­ланып, Маҡтау ҡағыҙын күрһәтте. Хәҙер инде шәхси күргәҙмә хужаһы затлы ҡомартҡыларының күпсе­леген Башҡортостанға тапшырырға теләй. Алтынға бәрәбәр изге ҡомартҡылар, халҡыбыҙҙың затлы байлығы киләсәктә оло залдарҙа урын алыр, тип ышанайыҡ. Киләсәк быуын тарихты белһен өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәгән шәхестең оло хеҙмәте үҙе иҫән саҡта тейешенсә баһаланһын ине.

Милли рухҡа тоғролар

 

Шау-гөр килгән ялан буйлап атлайым. Баймаҡ районы ҡорған йомарт тирмә тирәләй оҫтабикәләр ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйған.  Суфия Әсәнова ырымбурҙарға “Хазина” түңәрәгенә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән сергетышты, аллы-гөллө балаҫтарҙы, янсыҡ, ҡорама юрған, милли кейемдәрҙе күрһәтә. Баймаҡтарға француз яулыҡтар алып килгән башҡорт милли кейемендәге гүзәл ҡатын – “Каруанһарай” мосолмандар ойош­маһы етәксеһе Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы Йәнгәбилова менән аралашам. Ул тарихи-архитектура комплек­сының бөгөнгө хәле тураһында һөйләне.

– Каруанһарай ремонтҡа мохтаж. Башҡортостандан ярҙам өмөт итәбеҙ. Уға мәсеткә ҡараған кеүек түгел, ә башҡорт йорто итеп ҡарарға ине, – ти ул. – Ырымбур уртаһын­дағы тарихи-архитектура комплексы тимер юл, автовокзалдан йыраҡ түгел. Эргәһен­дәге майҙансыҡта машина ла ҡуйып була. Кешеләргә туҡтап, тарихи йорт менән танышырға бөтә уңайлыҡтар бар. Тик бына ремонт ҡына эшләнһен ине.

Сығышы менән Ишембай райо­нынан булған Гөлимә ханым Ырымбурҙа шәхси башҡорт музейы булдырған. Ул башҡорт милли биҙәүестәрен өйрәнә, йыя, үҙе лә матур итеп милли кейемдәр тегә.

Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының төбәк ижтимағи берекмәһе рәйесе урынбаҫары, “Таң йондоҙо” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Луиза Бәхтийәрова башҡорт телен өй­рәтеү өсөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендә видеодәрестәр алып бара. Телгә, әҙәбиәтебеҙгә  һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан телһөйәрҙәр берекмәһе булдырған. Унда ҡурай уйнарға ла өйрәтәләр.

Луиза Хәдит ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһендә 35 йыл эшләй. Шиғыр, йыр, сценарийҙар яҙа. Өләсәһе Раҡия Агишеванан халыҡ йырҙа­ры­на һөйөү, тегеүгә оҫталыҡ күскән. Ҡыҙы Лилиә, ейәнсәре Лиза ул теккән милли кейемдәрҙе яратып кейә.

Был матур көндә Пләшән янын­дағы иркен яланда күңелле, сәмле  спорт ярыштары барҙы, аттар сабышты, сәхнә дәртле бейеүҙәрҙән дер һелкенде, һоҡланғыс йырҙарҙан күңел елкенде.

Мәләүез ҡалаһынан Фәнил Яманаев ырымбурҙарға Башҡортостан­дың йылы сәләмдәрен еткерҙе, үҙе ижад иткән “Торатау” йырын баш­ҡарҙы. Ижад кешеһенең яҙмышы бик ҡыҙыҡлы. Мәктәптән һуң С.М. Киров исемендәге хәрби-диңгеҙ училищеһында уҡый. Төньяҡ флотта хеҙмәт итә. 1976 йылдан алып запасҡа сыҡҡансы өлкән мичман атом һыу аҫты кәмәһе крейсерында борт механигы була.  Ватанға тоғро хеҙмәте өсөн наградалары бар.

Фәнил  Сафуан улы һәүәҫкәр композитор, шәп рәссам, матур йырлай, шиғырҙар яҙа. Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты. Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған шоу-программаларҙа әүҙем ҡатнаша. “Салауат батыр”, “Көнгәктән Парижға тиклем” исемле әҙәби-музыкаль композицияларҙың авторы. Ул яҙған йырҙар Иҙел Нурғәлин, Фәрүәз Урманшин, Динар Халиҡов, Салауат Хужәхмәтов һ.б. репертуарын биҙәй. Мәләүез мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Аманат” фольклор вокаль-инструменталь ансамбле лә Фәнил Яманаевтың йырҙарын яратып башҡара.

Май айында Ишембай ҡалаһы­ның С.М. Киров исемендәге мәҙә­ниәт һарайында Фәнил Сафуан улының “Һыу аҫты моряктары-геройҙарына” тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссамдың күпселек һүрәттәре диңгеҙҙең иҫ киткес матурлығын, дәһшәтен, көсөн һүрәтләй.

 

“Ялҡын” яҡтылыҡ өләшә

 

Оло сәхнәлә сығыш яһаусылар араһында Мөхәмәтша Буранғолов сәсәндең тыуған ауылынан “Ялҡын” фольклор ансамбле лә бар ине. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләклән­гән Рафиҡ Кучаев ойошторған. Пенсияға сыҡҡанса оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләгән ул. 2011 йылда яҡташтары ауыл старостаһы итеп һайлаған.

Рафиҡ Абдрафиҡ улы асҡан мәҙәни үҙәккә олоһо ла, кесеһе лә күңел биреп, теләп йөрөй. Альбина Дүсәева, Самат Буранғолов, Файра Кучаева, Дилара Буранғолова, Лидия Буранғолова, Роза Муллабаева, Роза Бәхтийәрова, Арина Дүсәева һәм башҡалар “Ялҡын” фольклор ансамблен тере ҡуҙҙай баҙлатып, дөрләтеп, тамашасыларға башҡорт халҡының йыр-моңон еткерә. Ырымбур райондарында уларҙы көтөп кенә торалар. Халыҡ таланттары Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә лә сығыш яһай.

Ижади төркөм милли мәҙәниәтте пропагандалай, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға тос өлөш индерә. Мәҙәни үҙәк ағзалары Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге мәктәптең йәмен, ҡотон һүндер­мәҫкә тырышып, ауылдаштарын йәлеп итерлек төрлө файҙалы, күңелле саралар үткәрә. Кескәй генә крайҙы өйрәнеү музейындағы экспонаттарҙан бигерәк тә һөңгө, тәүтормош кешеһенең бысағы, үҙенсәлекле алҡа иғтибарға лайыҡ. Алҡаның тәңкәләре бик боронғо, һүрәтендәге кеше башын интер­нетҡа ҡуйып ҡарағайным, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт тапманым. Белгестәр өйрәнһә, әллә күпме тарих ҡатламдары асылыр ине.

Виталий Ҡалмантаев үҙ көсө һәм халыҡ ярҙамында ауылда иман йорто – мәсет асҡан. Рафиҡ Кучаев яҙыусы, драматург, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләш­тереү өсөн Үрге Ильяс ауылы мәҙәниәт йорто алдында мемориаль комплекс булдырған. Шул уҡ майҙанда ауыл халҡы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына ҡаһармандарға арнап һәйкәл ҡуйылған.

Пләшән ауыл советы башлығы Виктор Ведель “Ялҡын”дар тура­һында йылы фекерҙә. “Районы­быҙҙа күп милләтле халыҡ татыу, дуҫ йәшәй. Ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем йәш быуында тыуған илгә, туған телгә һөйөү, милли традицияларға ихтирам тәрбиәләргә тейеш. Минең атайым немец, әсәйем рус, шулай булғас, кем тип әйтәйем инде, үҙем башҡорттор инде”, – тип йылмая ул, шаяртып.

Иҡтисади мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наталья Пеннер “Башҡортостан” баҫмаһы менән ихлас ҡыҙыҡһынды. Бер ҡосаҡ гәзитебеҙҙе ҡыуанып алып ҡалды. “Үҙебеҙҙекеләргә йыйылыштарҙа күрһәтермен. Башҡорттар үҙ телендә гәзит алдырһын”, – тине.

 

Сәсән рухы ҙурланды

 

Шул көндәрҙә Мәләүез ҡалаһы вәкилдәре Мөхәмәтша Буранғолов­тың тыуған ауылында халыҡ менән осрашты. Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Үрге Ильяста (икенсе атамаһы – Тәңес)  ҡара табын башҡорттары йәшәй.

Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Абдрахман улы заманында Баймаҡ районының Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәре менән аралашып, “Урал батыр”ҙы яҙып алып ҡалмаһа, беҙ шундай бай хазинанан мәхрүм булыр инек! “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” һ.б. эпостар, ҡобайырҙар уның тарафынан аҡ ҡағыҙға теркәлгән. Мөхәмәтша сәсәндең халыҡ ижадын йыйырға барыу өсөн аҡсаһы булмағас, Мәләүез баҙарында һыйырын һатҡанын да һөйләнеләр. Ул ауыҙ-тел ижадының ҡәҙерен ныҡ белгән, аралашҡан сәсәндәргә рәхмәт йөҙөнән бүләк алып йөрөгән, хәле мөшкөл, ярлы йыраусыға бер мәл хатта һарыҡ бүләк иткән.

Был ауылда Мәжит Буранғолов та йәшәгән. Ул профессор Лев Лебединский менән бергә бик күп башҡорт йырҙарын нотаға һалған. Мандолинала, скрипкала, фортепианола, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаған. Халыҡтан байтаҡ башҡорт музыкаль‑поэтик классика өлгөләрен, шул иҫәптән “Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Зөлхизә”, “Ҡолой кантон”, “Сыңрау торна”, “Ялан Йәркәй”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа йырҙарҙы яҙып алған. 39 йәшендә генә Бөйөк Ватан һуғышында – Смоленск өлкәһендәге Выдро ауылы янында һәләк булған.

Мәләүез ҡалаһындағы Мөхәмәт­ша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана 2014 йылдан бирле данлыҡлы шәхестәр тыуған изге төйәк менән бәйләнеш тота. Сәсәнгә арнап ҡуйылған таҡтаташ Мәләүез китапханаһы бинаһын биҙәй. Китапхана хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина Үрге Ильяс ауыл мәҙәниәт йорто мөдире, китапханасы Земфира Ҡалмантаева менән осрашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мөхәмәтша Буранғоловтың 135 йыллыҡ юбилейына әҙерлек тураһында фекер алышты.

Үрге Ильяс мәҙәниәт йорто янында “Сәлимәкәй” фольклор төркөмө эшләй. Ижади коллектив яңыраҡ Пләшәндә үткән Туҡ буйы шағир­ҙарының “Тыуған ил һуҡмаҡтары” шиғырҙар йыйынтығының исем туйында ҡатнашып, сараны йәмләгән. Клубтың элекке киномеханик будкаһында ла кескәй генә музей булдырылған. Бында башҡорттоң боронғо кәрәк-ярағы, кейеме, ҡул эштәре урын алған. 

...Ауыл клубы ул көндә Мәләүездең һәүәҫкәр артистарының сағыу тамашаһынан гөрләп торҙо. Йор һүҙле, моңло тауышлы Рәзилә Ҡотлогилдина нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ сығыш яһаны, йырлап та алды. Мәләүездәге “Аманат” фольклор вокаль-инструменталь ансамбль ағзаһы, үҙешмәкәр композитор, шағир Фәнил Яманаев үҙе яҙған йырҙарҙы башҡарҙы, Салауат Иҫәнғолов баянда һыҙҙырып уйнаны, концертҡа килгән халыҡты ихлас бейетте. Нөгөш урта мәктәбенең Х класс уҡыусыһы Алина Ғәбдрә­шитова “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе. Әйткәндәй, Алина Үзбәкстанда татар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Башҡортостанға ете йәшендә күсеп килгән. “Әсәйем өйҙә минең менән рус телендә аралаша. Башҡорт теленә мөхәббәтте уҡытыусым Әлфиә Иҫәнова уятты. Икенсе мөғәллимәм Рәсимә Ғәббәсова мине төрлө сараларға, конкурстарға әҙерләй, алып йөрөй. Һәр ерҙә лә уңыш ҡаҙаныуымда уның өлөшө ҙур”, – ти телһөйәр ҡыҙыҡай.

Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ауылында ойошторолған күркәм сара “Библиоһуҡмаҡ: хәтер һуҡмаҡтары” республика китапханалары проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барҙы. Ырымбур менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ күперҙәре өҫтөндә нурлы йәйғор балҡытҡан йәмле осрашыу Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына матур биҙәк өҫтәне. Халҡыбыҙҙың бөйөк әҫәрҙәрен, бигерәк тә тиңе булмаған “Урал батыр”ыбыҙҙы ташҡа баҫып ҡалдырған Мөхәмәтша Буранғолов сәсәндең 135 йыллыҡ юбилейы алдынан бигерәк тә әһәмиәтле булды был саралар. Сәсәндең ауылдаштары ла, бөйөк шәхестең рухын ҙурлап, ололап йөрөгән Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана хеҙмәт­кәрҙәре лә, 2023 йыл Башҡорт­останда Мөхәмәтша Буранғолов йылы тип иғлан ителһен ине, тигән теләк белдерҙе. Ырымбур менән Башҡортостан араһындағы өҙөлмәҫ рухи ептәрҙе һаман да һаҡлаусы Мөхәмәтша рухы үҙенең исемен “Урал батыр” эпосы менән мәңгеләштерҙе. Уның халҡыбыҙ алдында хеҙмәте һәм ҡаҙанышы баһалап бөткөһөҙ ҙур.

-  Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
  Ырымбур өлкәһе,
  Красногвардейск районы.

Читайте нас