Рәмил Туйсиндан байрам бүләге!

Бөгөн Хәрби диңгеҙ флоты көнө уңайынан йырсы Рәмил Туйсиндан матур йырҙар тыңлап алығыҙ! Байрам менән!

Рәмил Туйсиндан байрам бүләге!Рәмил Туйсиндан байрам бүләге!
Рәмил Туйсиндан байрам бүләге!

Бөгөн - Хәрби диңгеҙ флоты көнө! Ошо уңайҙан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы һәм композитор Рәмил Туйсин үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә байрам уңайынан бик матур яҙма ҡалдырған һәм барлыҡ диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәрҙе ҡотлап, йыр ҙа бүләк итә. 

"Бөгөн байрам, Хәрби диңгеҙ флоты көнө. Бынан 32 йыл элек ошо байрам көнөндә (Балтика флоты) хәрби присяга ҡабул итһәм, хеҙмәтемдең икенсе йылында, нәҡ ошо байрам (Төньяҡ флот) уңайынан отпуск менән бүләкләндем,ә инде өсөнсө йыл Флот көнөндә 1-се статья старшина званиеһы һәм тағы отпуск алыуға өлгәшкән инем... Шундай матур хәтирәләре менән хәтерҙә уйылған күңел һәм рух байрамы ул бөгөнгө көн минең өсөн. Ҡыҫҡаһы,байрам менән, Хәрби-диңгеҙ флоты көнө менән!!!"

Фото һәм видеояҙма: Рәмил Туйсин.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас