Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Августа 2022, 09:30

Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...

"Әсәйемә ҡарайым да, бизмәндәргә һалып үлсәйһе лә түгел – бәхете менән бәхетһеҙлеген. Әллә ниндәй ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһәң дә, уға инде барыбер шикелле"

Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...
Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...

Башҡоростандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең тормош юлын һәм уға бәйле ваҡиғаларҙы күҙәтеп барам. Быйыл уның арабыҙҙан мәңгелекке китеүенә биш йыл тулды. Яратҡан йырсыбыҙ һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина апайының иҫтәлеген мәңгелләштереү өсөн күп көс һала. Беҙ белмәгән мәғлүмәттәр, хәтирәләре менән уртаҡлашып тора. Яңыраҡ ул әсәһенең кисергәндәре тураһында яҙҙы.

– Бигерәк тиҙ үтә ғүмер тигәндәрең. Әсәйемә ҡарайым да, бизмәндәргә һалып үлсәйһе лә түгел – бәхете менән бәхетһеҙлеген. Әллә ниндәй ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһәң дә, уға инде барыбер шикелле. Йәшлегендә тормош ауырлығы, етешмәүсәнлек, ауыр хеҙмәт. Инде тормош яйланды, балаҡайҙар үҫеп, игелек, изгелектәрен күрәм тигәндә генә, алтын бөртөгөнә тиң дүрт сабыйының мәңгелеккә юғалтыу ҡайғыһы. Ярай әле пар ҡанаты атайыбыҙ менән һөйөү-сәғәҙәттә, аңлашып ярты быуаттан артыҡ йәшәүҙәре беҙҙе, балаларын, бер ниҙән ҡурҡмаҫҡа, тормоштоң ҡырыҫ ҡанундарына бирешмәйсә йәшәргә өйрәтте.

Юғалтыуҙар күп булды, әммә атай-әсәй ҡосағында алты баланың бер оя булып иркәләнеп, наҙланып йәшәгән миҙгелдәрен, иң татлы, бәхетле ваҡыттарҙы нисек онотаһың?!

Эх-х-х, тим хәҙер, минең әсәйемдең йәшлеген ҡайтарырға ине лә, ҡайғы-хәсрәттәрен ташҡын һыуҙар менән ағыҙып ебәр ине. Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем. Инде Хоҙайым ғүмер биргән кеүек үҙенә сәләмәтлек, йән тыныслығы, ә иң мөһиме – үҙ-үҙен белеп, үҙ аҡылы менән ғүмер көҙҙәрен иман менән генә йәшәй күрһен. Барыһы ла яҡшы, Хоҙайға шөкөр кеүек, әллә ниңә һаман йәндәр тыныс түгел. Һаман зарланаһы ла килмәгән кеүек тә бит, ә күңел барыбер тыныс түгел. Хәйерлегә булһын. Яҡындарым, ғәзиздәрем, сабыйҙарым һау-сәләмәт, ғүмерле генә булһындар. Әсәйебеҙ йортобоҙҙоң фәрештәһе булып йәшәһен! – тип уртаҡлаша Фирүзә Ибәтуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Хәниә Фәрхиҙең әсәһе – Фәниә апайға 92 йәш.

Алты балаһының дүртәүһен ер ҡуйынына һалған оло йөрәкле әсә Фәниә апайға сабырлыҡ, һаулыҡ һәм ҡалған балаларына һөйөнөп йәшәүен теләйбеҙ.

Фото: Фирүзә Ибәтуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...
Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...
Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...
Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...
Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...
Әллә ҡайҙарҙа ял итәбеҙ, диңгеҙгә барабыҙ, ә әсәйемдең мин хатта күлдә ҡойонғанын да хәтерләмәйем...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас