

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
БӨРЙӘНЕМДӘ ӘГӘР ТЫУМАҺАМ
Шиғыр яҙа алыр инем микән
Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам;
Ағиҙелдең йомшаҡ һыуы менән
Көн дә таңда битем йыумаһам?
Шиғыр яҙа алыр инем микән
Күрмәй үҫһәм Мәсем, Масаҡты?
Алдарыма ҡая ҙурлыҡ итеп
Артылырға ҡуям маҡсатты!
Йылҡысыҡҡан һымаҡ уйым төпһөҙ,
Шиғыр-толпар унан күтәрәм;
Тойғоларым серле Шүлгәнемдең
Саф шишмәһе кеүек күк, тәрән.
Илһам бирә хатта Үҙәндәге
Аллы-гөллө, йәмле, ваҡ таштар.
Мин Бөрйәндән булған өсөн генә
Шиғыр яҙа алам, яҡташтар!
БҮЛӘГЕМ
Ниндәй генә ғазаптарым өсөн
Яҙмыш мине бөгөн иркәләтә –
Мөхәббәтем ярһып ишек ҡаҡты,
Һуңлатып та түгел, иртәләп тә!
Йөрәккенәм, ҡубып урынынан,
Ҡулдарына уның ятты төшөп.
Быға тиклем асыҡ тәҙрәләрҙе
Йәйҙәрен дә хатта яптым өшөп.
Быға тиклем. Бына бынан һуңға
Күңел тәҙрәләрем шар асылыр!
Саф һөйөүҙән донъям нурға тулһын –
Тормошомдоң шунда бар асылы.
* * *
Һинең менән йәшәйем мин,
Һинең менән тын алам.
Һин йырлағанда йырлайым,
Һин тынғанда тын ҡалам.
Кемебеҙ кем йөрәгенә
Китте икән ҡуҙ һалып?
Аҫты өҫкә килә донъям,
Киткәндәй боҙ ҡуҙғалып!
Күң(е)лем һис тә толҡа тапмай,
Шик-шөбһәгә юҡ урын.
Кем белгән һуң – яҙғы таңда
Һөйөү сире йоғорон?
Бәлки, бер мәл һауығырмын
Татлы ғазаплы сирҙән.
Ул саҡта осоп йөрөмәм –
Атлап йөрөрмөн ерҙән.
БЕР МӘЛ
Өйәҙәгән ерҙән бер мәл
Тороп китер ҡәләмем.
Көлдән терелгән күңелем
Шиғыр итер сәләмен.
Ҡар аҫтында шытып ятыр
Ҡороған тигән гөлөм.
Үҙенә үҙе нур булып
Балҡыр ул бер мәл, көлөп.
Уймаҡтай ғына уйым да
Тауҙай булып өйөлөр.
Әле хәлем – самауырҙың
Һүнеп барған көйөлөр.
Шыжлап китер, баҙлап китер,
Йырлап китер күмере!
Йөрәккәйемде яралай
Берсә өнһөҙ, берсә йырлап,
Берсә йүгереп, берсә атлап
Үтеп барған ғүмерем.
Үтеп барған ғүмерем...
БИТЕҢДӘГЕ УЙМАҠ СОҠОР ҒЫНАҢ
Эй уйылғым килә, батҡым килә
Битеңдәге матур соҡорға.
...Мине әгәр аңлай алмаҫ булһаң,
Донъяларың ташлап, сыҡ ҡырға:
Уйым булһа - ос-ҡырыйһыҙ урман,
Тапалмаған аҡлан - йәнгенәм.
Унда күкрәп сәскә атҡан гөлдәр
Күҙең ҡамаштырыр йәм генә!
Күңел сөңгөлөнә сум әле бер,
Тәрән күҙҙәремә уйыл да!
...Үҙем һаман сыға алмай торам
Битеңдәге уймаҡ уйымдан.