

5 августа Стәрлетамаҡта «Башҡортостан Республикаһының мордва милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһының 25 йыллығы хөрмәтенә «Шумбрат!» мордва милли мәҙәниәте республика фестивале үтә
«Шумбрат!» - сәләмләү һәм һаулыҡ теләүҙе аңлата, шулай уҡ мордваларҙың Рәсәй Федерацияһының күп төбәктәрендә үткәрелгән дөйөм милли байрамы ла ул.
Фестиваль программаһында «Мордва. Ҡурай сәскәлегендә 300 йыл» этнографик күргәҙмәһе, мордва халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре, байрам концерты ҡаралған. Сараға Мордва Республикаһынан абруйлы ҡунаҡтар, ижади коллективтар һәм артистар киләсәк.
«Башҡортостан Республикаһының Мордва милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы был матур сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте ярҙамында ойоштора.
Күркәм сара 5 августа 13.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында (Туҡай урамы, 9) башлана. Рәхим итегеҙ!
Сығанаҡ: https://vk.cc/cfxK8e