Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2022, 07:06

Алдар батыр рухы һәр саҡ беҙҙең менән

Алдар Иҫәкәев тураһында тәүге тапҡыр беҙгә тыуған ауылым мәктәбендә тарих уҡытыусыһы Рәхим абый Хәсәнов һөйләгәйне. Әммә уҡыу әсбаптарында уның хаҡында мәғлүмәт юҡ ине. Шулай ҙа беҙ бала саҡтан башҡорт халҡының мәшһүр улы, тархан, дәүләт эшмәкәре Алдар Иҫәкәев тураһында белеп үҫтек, әммә исеме мәңгеләштерелмәүе генә бер аҙ эсте бошора ине. Ләкин тора-бара бер-бер артлы туған төйәге Бөрйән районында, Баймаҡ ҡалаһында уға бюст һәм һәйкәл асылды.

Бына, ниһайәт, тағы ла бер күркәм һәм башҡорт рухиәтен нығытыуға  арналған сара – 8 августа 16.00 сәғәттә Бөрйән районының Әтек ауылында Алдар Иҫәкәевкә Хәтер ташы ҡуйыла. Был байрамға халҡының арҙаҡлы  улының изге ғәмәлдәрен, иленә тоғролоғон баһалаған һәр милләттәшебеҙҙе саҡырабыҙ!

Байрам алдынан батыр рухына ундан ашыу тулы Ҡөрьән бағышланды. Сара барған көндә лә Ҡөрьән арнала, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар  ҡорбан сала. Үҙе йәшәгән дәүерендә Алдар батырҙың абруйы иҫ киткес ҙур була. Бөгөн дә халҡыбыҙ батыр улын бар йөрәге менән һөйә, уның башланғыстарына, ил ҡеүәтен һаҡлау, милләт бәҫен күтәреү, халыҡты берләштереү эшенә тоғро.

Алдар Иҫәкәев – 1695-1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып, батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған яугир, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәткән дипломат, күп телдәр белгән дәүләт эшмәкәре. Ул – халҡының азатлыҡ һөйгән асылына тоғро шәхес һәм Ватаны өсөн шәһит киткән данлыҡлы милләттәшебеҙ. Алдар батыр исеме йырҙарҙа йырлана, легенда-риүәйәттәрҙә данлана, һүҙ сәнғәтендә уға арналған роман да, шиғырҙар ҙа етәрлек.

 

-   Лариса АБДУЛЛИНА

Алдар батыр

Тып-тын ялан...

Бөтә яугирҙәрҙең

Ҡараштары ике батырҙа.

Аһ, кемеһе еңер?

Әле бере...

Икенсеһе ергә ятырҙай.

 

Яраланған бүре ярһыуылай,

Ғәййәрлеге әллә ҡайнаны,

Әллә Күктәр ҡыйыулығы өсөн

Еңеүсе тип уны һайланы!

 

Черкес тәнен аша үткән ҡылыс

Азов диуарҙарын емерҙе.

Рәсәй сығыр диңгеҙ майҙанына,

Эҫе саҡта һуғып тимерҙе.

 

Ике яугирҙән дә ҡандар тама,

Ергә ауҙы әммә береһе.

Айбарлығың менән, Алдар батыр,

Һин әле лә илдә тереһең!

 

Шау-шыу килә ялан...

Төрөк башы

Ышанмай ҙа тора был хәлгә.

Иң көслөһө тигән  сит-ят яугир

Кем алдында бөгөн еңелгән?!

 

Кем һуң унда батырҙан да батыр?

Яраланған килеш ил яҡлай?

Башҡорттарҙың аҫыл ир-егете

Биргән антын ҡанда ныҡ һаҡлай!

 

Һуңғы һулышҡаса башҡорт тоғро:

Уның юлы тура һәм аҡтан.

Тарих белмәй хатта бер башҡортто

Тамаҡ өсөн генә ил һатҡан!

Рәсәй белмәй бындай батырлыҡты!

Йә, әйтегеҙ, тағы бер исем!

Кемдәр шулай яуға инә ала

Һис аямай йәнен, рух көсөн!?

...Йылҡылары өйөр-өйөр уның,

Мәртәбәле башҡорт тарханы!

Ауылдарҙы тупраҡ итмәҫ өсөн

Етер ине тик бер фарманы...

 

Ҡалҡан булыр мәлдә бар халҡына,

Ҡәүемеңде яҡлар саҡтарҙа,

Кемдәр генә юлың борҙо икән

Миңзәләлә торған ҡаҡ дарға?

 

Мең бәләле таш зинданлы ҡала,

Бар икән дә һинең үҙ йәнең.

Һин бит үҙең үтеп барған саҡта

Илай-илай тарих һөйләнең.

 

Уйһыуҙарға бында күҙ-йәш тулған,

Йылға үҙәненән ҡан аҡҡан.

“Беҙ ғәйепле түгел!” тигән кеүек

Һыҡтап ҡаршылайҙар йыраҡтан...

 

Һеҙ ғәйепһеҙ...

Һеҙгә һорау ҙа юҡ...

Бында әжәл үҙе һаташҡан.

Ватанына тоғро Алдар йәне

Батыр булып Күккә олғашҡан!

 

Табаҡ-табаҡ һүҙҙәр теҙҙем дә ул,

Һағышымды тәрән батырҙым...

Тәсбих әйттем ҡиблаларға ҡарап:

Рәнйемәһен йәне батырҙың!..

 

Уның рухы – иле асманында,

Ул бөгөн дә илгә – сәм, ҡеүәт!

Батырҙарын данлар ҡәүемдәргә

Быуаттарҙан килер бәрәкәт!

Читайте нас