Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2022, 06:25

Картиналарында – ауыл яҙмышы

Уларҙың һәр береһенә тәрән мәғәнә һалынған.

Беҙ – мәсетлеләр, ә билдәле яҡташым Рият Мөхәмәтдинов – Яңы Мөслимдән. Был ауыл ятҡан Мөнсөк тауҙарының иң бейек түбәһенән аяҙ көндө ҡырҡ ауыл күренә, тиҙәр. Яр Саллы ҡалаһының картиналар галереяһында ошо, беҙ еләк йыйырға йөрөгән тауҙарҙы танып, бик оҙаҡ һоҡланып ҡарап торҙом. Һүҙ Татарстандың атҡаҙанған рәссамы Рият ағай Мөхәмәтдиновтың  70 йәше тулыу хөрмәтенә 70 картинаһынан  торған “Хөрриәт” исемле күргәҙмәһе хаҡында бара.

Ул 1977 йылда Өфө педагогия училищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәү­ләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын  Яңы Мөслим ауы­лы мәктәбендә башлап ебәрә һәм ҡырҡ йылға яҡын йәш  быуынды матурлыҡ донъя­һына әйҙәй. Уның картиналары нин­дәй генә илдәрҙә һәм ҡала­ларҙа халыҡты һоҡландырмай: Төркиәнең Стамбул, Эдирне ҡалаларында, Кипрҙың Никосия, шулай уҡ Мәскәү, Өфө, Ижевск, Ҡазан һәм башҡа төбәк­тәрҙә.

Шәхес булараҡ  кеше тыуған туп­рағына тәпәй баҫҡан  мәлдән үк үҫә башлай. Рәссам тап ошо сы­ғанаҡтан көс ала, уның илһам ҡойоһо Ыҡ буйында, Мөнсөктән күренгән ҡырҡ ауылдың тәүгеһе булып ятҡан Яңы Мөслимдә ҡаҙыл­ған. Шуға күрә Рият Заһ­ретдин  улының картиналарында тыуған ауылы, уның кешеләре, тәбиғәте һүрәтләнә.

Рәссам төрлө жанрҙарҙа эш­ләй, уның ижад емештәрен башҡа авторҙарҙыҡы менән бутау мөм­кин түгел. Һүрәттәре эргәһен­дә бик оҙаҡ уйланып тораһың, ҡара­ған һайын улар төрлө яҡтары ме­нән асыла. Һүрәттәр бик сағыу төҫ­тәргә лә буялмаған, әммә үҙҙәренә тәрән мәғәнә йәшергән. 

Мәҫәлән, “Болғар кувшиндары” тип аталғанын алайыҡ. Рият ағай хаҡында яҙғанда, ошо һүрәтте йыш ҡына уның ижадын сағыл­дырған  аныҡ бер билдә тип бирәләр. Был юҡҡа түгел. Фәлсә­фәүи тәрәнлеге, ғәҙәти булмаған яҙыу нескәлеге, бөтә һыҙыҡтар­ҙың, ҡиммәтле биҙәү әйберен эшкәрткәндәй, семәрләп  башҡа­ры­лыуы уны юғары дәрәжәгә күтәрә.

 “Ултырып тороусы ҡатын” – рәссамдың  үҙе әйтеүенсә, уның яратҡан картиналарының береһе. Тамашасыларҙы ла ул тулҡынлан­дырмай ҡалмай, сөнки бында күҙ асып ҡына йомған ара мәңге­лек­кә әйләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙар образы рәссамдың ижадында ҙур урын биләп тора. 

“Почтальон” картинаһында  башына ҡалын шәл ураған, гәзит-журнал тулы сумка йөкмәгән ҡатын күҙ асҡыһыҙ буранда ауыл урамы буйлап килә. Ниңәлер  быны уйлап сығарыу мөмкин тү­гел, төп героиня тормоштан алынып яҙыл­ғандыр, тигән тойғо ҡала. Яңы Мөслим ауылында һуғыш ваҡы­тын­да, унан һуң да оҙаҡ йылдар почта таратҡан Хәмиҙә апай Ғәние­ваны, инде ул гүр эйәһе бул­һа ла, оло йәштәгеләр бик йылы итеп иҫкә ала. Был картина тураһында һүҙ сыҡҡас,  Рият ағай хәтерләүҙәргә бирелде: “Гәзит-журнал тулы сумка шул тиклем ауыр булғандыр, почтальон тәүҙә мәктәпкә килә торғайны. Күрәһең, мәктәпкә тейешен бушатҡас, йөгө аҙ ғына  булһа ла еңеләйеп ҡал­ғандыр. Мәктәптән өйгә ҡайтыр­ға сығаһың, апай инде Сәкәләйҙе (ауылдың йылға аша ятҡан бер осо) урап та килә. Иҫ китә ине уның арыу-талыуһыҙ йөрөүенә”.

Мөнсөк тауҙарына менеп,  ҡырҡ ауылды күрергә теләһәң, көндөң аяҙлығы мотлаҡ. Рият ағайҙың  бер ынтылыуҙа ғына  байҡап сығып  булмаған, һәр картинаһы эсенә мең сер йәшергән ижады ла ишеген һәр кемгә асып бармай, уларҙы аңлар өсөн күңелеңдең аяҙ булыуы кәрәктер...

-  Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА

Мәсетле районы

Читайте нас